+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
27 Декабрь 2019, 12:40

Игенсе тигән даны бар

Комбайнер Хәйҙәр Хызыров ураҡ йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Урал аръяғы төбәгендә иң яҡшы комбайнсы тип табылды.

«Башаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте комбайнеры Хәйҙәр Хызыров быйылғы уңыш йыйыу осоронда 2055 тонна иген һуғып, ураҡ йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Урал аръяғы төбәгендә иң яҡшы комбайнсы тип табылды. «Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте» тигәндәй, ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары эшсәндәре көнөнә арналған байрамда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ун алдынғы игенсеһе иҫәбендә яҡташыбыҙға «Шевроле-Нива» автомобиле асҡысы тапшырыуы барса әбйәлилдәр өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды.

Таштимер ауылында ете бала тәрбиәләгән Хызыровтар ғаиләһендә икенсе бала була ул. Бала сағында Хәйҙәр ағай йорт эштәрендә ярҙамлашыуҙан, урамда малайҙар менән төрлө уйындар уйнауҙан тыш, тимерсе булып эшләгән атаһы янында йыш урала, шулай уҡ атаһының ҡустылары — механизатор ағайҙары үҙҙәре менән алғанда тракторҙа йөрөү иң ҡыуаныслы мәлдәре була уның. Шуғалыр ҙа инде мәктәптән һуң, күрше ауылдағы һөнәрселек училищеһына тракторсыға уҡырға барыуы бер кемде лә ғәжәпләндермәй.

Ҡулына тракторсы-машинист танытмаһы алыу менән үҙенең тыуған «Путь Ленина» хужалығына эшкә килә. Колхоздың икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарында ер һөрә, иген сәсә йәш механизатор. Унан инде ил алдындағы изге бурысын үтәү ваҡыты етә, әрмегә алына. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, училище етәкселеге уҡыған осорҙа яҡшы өлгәшкән, тәртибе менән алдырған Хәйҙәр Хызыровҡа Бөгөлмәләге педагогик-индустриаль техникумға уҡырға инергә тәҡдим итеп, йүнәлтмә бирә.

Производствоға өйрәтеү мастеры, техник-механик дипломлы белгес булып ҡайта Хәйҙәр Хисаметдин улы Таштимер профтехучилищеһына.

— Мин эшләгән осорҙа курсанттар күп булды. Үҙебеҙҙең генә түгел, күрше Белорет, Бөрйән, Силәбе өлкәһе райондарынан уҡырға беҙгә килә инеләр. Производствоға өйрәтеү мастеры булараҡ, курсанттарҙы хужалыҡтарға яҙғы баҫыу эштәре, ураҡ осоронда практик эштәргә йөрөттөм. Бер мәл училищеға «Дон» комбайны килде, техника буш ултырырға тейеш түгел, тип училище директоры Әсғәт Хәсәнов «Путь Ленина» колхозына ураҡҡа ебәрҙе. Шулай итеп, мастер булып эшләгәндә алты йыл рәттән ошо хужалыҡта урып-йыйыуҙа ҡатнаштым, — тип һөйләй Хәйҙәр ағай.

Эшкә яуаплы ҡарауын, егәрлелеген күреп-белеп йөрөгән, ул саҡтағы «Путь Ленина» колхозы рәйесе Мәжит Шәғәлиев Хәйҙәр ағайҙы үҙенә эшкә «ҡоҙалай». Шулай итеп, училищела ун биш йыл эшләгән Хәйҙәр Хисаметдин улы хужалыҡтың К-700 тракторына ултырып, алһыҙ-ялһыҙ эшкә сума: ер эшкәртә, иген сәсә, мал аҙығы әҙерләй, йөк ташый. Был хужалыҡта тиҫтә йылға яҡын эшләгәс, «Красная Башкирия» хужалығына күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы совхоздың иген баҫыуҙарын иңләй.

— Хаҡлы ялға сыҡҡас, мәктәпкә ҡаҙанлыҡ операторы булып урынлаштым. Тик оҙаҡ эшләргә тура килмәне унда: ҡайтанан комбайнға ултырҙым, — тип дауам итә Хәйҙәр ағай.

Был эштән китеүендә лә М. С. Шәғәлиев «сәбәпсе» була. Өфөнән яңы комбайн ҡыуып алып ҡайтып биреүҙе һорап килә тәжрибәле механизаторға Мәжит Солтан улы.

— Заманса өр-яңы техниканы үҙең алып ҡайтып, шунда эшләргә теләгең юҡмы ни тигәс, шатланып ризалаштым, — ти Хәйҙәр Хисаметдин улы.

Быйыл бишенсе ураҡты үткәрә Хәйҙәр Хызыров үҙе алып ҡайтҡан «Акрос» комбайнында. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, «Башаҡ» хужалығы баҫыуҙарында үҫтерелгән культураларҙың уңышын ошо йылдарҙа бер үҙе йыйып-һуға тәжрибәле комбайнсы. Ул ғына ла түгел, хужалыҡтағы ураҡ эштәре теүәлләнеү менән теге йәки был фермерға ярҙам итеүҙе һораһалар, бер ҙә юҡ тимәй, ярҙамға ашыға күп көс түгеп үҫтерелгән уңышты әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуймай эшләргә өйрәнгән игенсе.

— Хәҙер көн торошон алдан интернеттан ҡарап, белеп булғас, бик уңайлы. Синоптиктар ямғыр вәғәҙәләһәләр, төнгө 2-гә тиклем дә эшләйһең, унан инде ике-өс сәғәт ял итеп алаһың да артабан урыуға төшәһең. Шулай итеп эшләйбеҙ ҙә эшләйбеҙ, — ти Хәйҙәр ағай. Көндө-төнгә ялғап эшләгәнгә лә юғары һөҙөмтә бирә игенсе.

— Ысыҡ кипкәндән ысыҡ төшкәнсе баҫыуҙа ул, — тип һүҙгә ҡушыла ҡатыны Сәриә Ғәләүетдин ҡыҙы.

Бындай ҡыҙыу эш мәлендә йорт мәшәҡәттәре тулыһынса Сәриә апай иңенә ята. Хәләл ефетенән уңған Хәйҙәр ағай. Донъяһын да гөрләтеп көтә, малын, ҡош-ҡортон тәрбиәләй, йәшелсә-емешен дә, матур-матур сәскәләр үҫтерергә лә, еләк-емешкә йөрөргә лә өлгөрә ҡатыны.

Бына инде дүрт тиҫтә йылға яҡын бергә татыу ғүмер кисерә улар.

— Элек тракторҙа ағас сығарыуға урман яғына күп йөрөнөк, шунда тап иттем Сәриәне, — тип йылмая Хәйҙәр ағай.

Өс балаға ғүмер биргән Хызыровтар. Өлкән ҡыҙҙары Бөрйән районында үҙ бәхетен тапҡан, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Гөлиә үҙе өс балаға әсәй. Хәлиҙә Өфө дауаханаларының береһендә теш технигы. Сәнғәт училищеһын тамамлаған Заһирҙы район ғына түгел, республика тамашасылары яратып тыңлай.

Әйткәндәй, ирле-ҡатынлы Хызыровтар ҙа йыр-моңға ғашиҡ кешеләр. Хәйҙәр ағай район кимәлендә үткән «Уйна, гармун!» бәйгеләрендә призлы урындар яуламай ҡалғаны юҡ. Ғаилә башлығы гармунда уйнаһа, Сәриә апай уға ҡушылып йыр башлай. Буш ваҡыттарында ауылдың үҙешмәкәр артистары менән бергәләп ауылдаштарын ғына түгел, күрше ауылдар тамашасыларын моңло йырҙары менән ҡыуандыра Хызыровтар.

Һәйбәт ғаилә башлығы, шул уҡ ваҡытта баҫалҡы, ярҙамсыл, тырыш, үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған Хәйҙәр Хисаметдин улының, республиканың иң шәп комбайнсылары исемлегендә билдәләнеүе менән әбйәлилдәр сикһеҙ ғорурлана. Тағы ла күп йылдар икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙарын иңләргә яҙһын, һеҙгә, Хәйҙәр ағай!

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.


Читайте нас: