+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
30 Декабрь 2019, 11:35

Фермерҙар аукционда ҡатнашмаһа ла була

Президент крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына ер участкаларын аукциоһыҙ биреү тәҡдимен хупланы.

РИА яңылыҡтар хеҙәте хәбәр итеүенсә, бындай инициатива менән аграр сәйәсәт буйынса дәүләт советында Краснодар крайы башлығы В. Кондратьев сығыш яһаған. Ул феррмерҙарға ер бүлеүҙә айырым критерийҙар булдырырға кәрәк, тигән сөнки фермерлыҡ менән яңы шөғөлләнә башлаған кешеләр аукциондарҙа эре агрохолдингтарға дәғүәсе була алмай һәм ерһеҙ ҡала. Үҙ продукцияларын эшкәртеү менән шөғөлләнгән фермер кооперативтарын да айырым положение буйынса ҡарарға мөмкин.
В. Путин Кондратьевтың был тәҡдиме ғәҙел яңғырай тип белдерҙе һәм ер бүлеү буйынса айырым критерийҙар эшләргә ҡушты. Бынан алдараҡ Президент фермер хужалыҡтарына электр энергияһы өсөн түләү хаҡын да кәметергә кәрәк, тигәйне.
#ВладимирПутин
Читайте нас: