+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
16 Ғинуар 2020, 18:35

Башҡорт балы һәм икмәге Берлинда күргәҙмәгә ҡуйыла

85-се халыҡ-ара күргәҙмә «Йәшел аҙна – 2020» тип исемләнә.

Германияның баш ҡалаһы — Берлинда, 17-һенән 26 ғинуарға тиклем ауыл хужалығы тармағында өлгәшелгән иң яҡшы һөҙөмтәләр күргәҙмәһе үтә. 85-се халыҡ-ара күргәҙмә «Йәшел аҙна – 2020» тип исемләнә.
Был майҙансыҡта ауыл хужалығы тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек етештереү, урман һәм ағас эшкәртеү, ландшафт хужалығы, йорт хайуандарын һәм ҡоштарын үрсетеү буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡтар.
Рәсәй күргәҙмәлә 20 йылдан ашыу ҡатнашып, ауыл хужалығында ҡулланылған инновацион технологияларҙы, проекттарҙы, иң яҡшы милли тауарҙарҙы күрһәтә. Берлинда 300-ҙән ашыу техник конференция үткәрелә.
Башҡортостан да халыҡ-ара сараға ауыл хужалығы министры И. Тажетдинов етәкселегендә делегация ебәрә. Күргәҙмәгә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә Умартасылыҡ буйынса башҡорт фәнни үҙәге, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты, «Авдон» сауҙа йорто үҙ продукцияһын ҡуясаҡ.
Читайте нас: