Быйылғы яҙғы баҫыу эштәренә Башҡортостанда 5,5 миллиард һум ташламалы кредит йәлеп итеү күҙаллана. Бынан тыш, һөт эшкәртеү предприятиелары 1,7 миллиард һум кредит аласаҡ. Был аҡсалар ҙа ауыл хужалығы тауары етештереүселәрен яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүҙе аванслауға йүнәлтеләсәк. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы республика аграрийҙарының 2,062 миллиард һумға 103 заявкаһын хупланы ла инде. Был аҡса ошо йылдың сәсеү эштәрен финанслауға тотоноласаҡ. Рәсәй министрлығына тағы 1,354 миллирд һумға 13 заявка килешеүгә ебәрелгән. Шуларҙың унауһы (1,044 миллард һумға) яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн әйләнеш сараларын тулыландырыу маҡсатында һоралған. Былтыр республика аграрийҙары 7,3 миллиард һумға 285 ташламалы кредит алғайны.