+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
31 Ғинуар 2020, 10:40

Апимондия конгрессының төп майҙаны “Торатау” Конгресс-холлы буласаҡ

Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Мәскәүҙә Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығында булған.#национальныепроекты#нацпроектыБашкортостан

Делегаттар “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ ойошмалары федерацияһының 47-се конгрессы һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһе менән бәйле мәсьәләләр хаҡында һөйләшкән.
Кәңәшмәлә үткәреләсәк саралар һәм күргәҙмә өсөн павильон тураһында һүҙ барған. Унда шулай уҡ, умартасылыҡ өлкәһендәге белгестәрҙе йәлеп итеп, ойоштороласаҡ конгресстың ғилми программаһын әҙерләү хаҡында ла һөйләшелгән. Кәңәшмә барышында Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ольга Гатагованың Өфөгә майҙандарҙы ҡарау һәм ойоштороу мәсьәләләре буйынса эшлекле осрашыуҙар үткәреү маҡсатында киләсәге хаҡында килешелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ ойошмалары федерацияһының 46-сы конгрессында 47-се конгрессты үткәреү эстафетаһын Башҡортостан ҡабул иткәйне.
Апимондия конгрессының төп майҙаны “Торатау” Конгресс-холлы буласаҡ. Уға яҡын майҙанда “АпиЭкспо-2021” күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Бынан тыш, Иглин һәм Бөрйән райондарына техник турҙар үткәреү ҡаралған. Шулай итеп, донъяның төрлө мөйөшөнән ун меңдән ашыу умартасы киләсәк, тип хәбәр ителә “Bash.news” сайтында.
“Апимондия конгрессы – иң тәү сиратта тәжрибә уртаҡлашыу, умартасылыҡ тармағындағы фәнни ҡаҙаныштар, етештереүҙәге яңы технологиялар, балды эшкәртеү һәм бар ҡорттарын тотоу, дауалау менән танышыу өсөн һөҙөмтәле майҙан ул. Был – башҡорт балын һәм тотош республикабыҙҙы умартасылыҡ ҡына түгел, шулай уҡ туризм, инвестициялар йәһәтенән йәлеп итерлек төбәк булараҡ алға этәреү өсөн ҡеүәтле ҡорал да.
Бынан тыш, конгресс, моғайын, умартасылыҡ ҡына түгел, һәм башҡа оҡшаш ауыл хужалығы, ҡунаҡсыллыҡ һәм аҙыҡ-түлек индустрияһы, эшҡыуарлыҡ өсөн дә көслө импульс бирер”, – тип белдергән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов.
Ағымдағы йылда уҡ, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған май Указдары менән раҫланған “Агросәнәғәт комплексына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы, илдә халыҡ-ара, бөтә Рәсәй сараларын ойоштороу һәм уларға “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ ойошмалары федерацияһының буласаҡ 47-се конгрессын тағы алға әйҙәү өсөн Апимондия ағзаларын саҡырыу ҡаралған.
Читайте нас: