- Ер илдә һәм республикалала иң ҡиммәт капитал булып ҡала, - тине республика Хөкүмәте Премьер-министры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Буш ерҙәр аҙая һәм ул ҡыйбатлана бара. Мәҫәлән, республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡуртым хаҡы гектарына 15 мең һум тәшкил иткән урындар бар. Уны баһаларға һәм дөрөҫ, аҡыллы эш итергә өйрәнергә кәрәк. Илшат Илдус улы былтыр тармаҡтағы ҡаҙаныштар, алдағы биш йылда агрокомплексты үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим бурыстар хаҡында һөйләне.
Курстарҙа мал аҙығы культураларын эшкәртеү технологияһын, йыһан мониторингы һәр ерҙе аныҡ эшкәртеү өсөн навигация системалары, ауыл хужалығы машиналарын әҙерләү һәм көйләү, бөгөнгө шарттарҙа ерҙең уңдырышлылығын ҡайтарыу нескәлектәрен өйрәнәсәктәр.
Курстарҙа Башҡортостан, Воронеж һәм К.А. Тимирязов исемендәге Рәсәй дәүләт аграр университеттары ғалимдары, ғилми-тикшеренеү институттары белгестәре сығыш яһаясаҡ.