+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
4 Февраль 2020, 11:43

Һыйырҙар фермаға ҡайтты

Яңы йыл алдынан, йәғни 31 декабргә ҡараған төндә Гусев фермаһында янғын сыҡты. Ут һауын залын тулыһынса ялмап алып, «Завет» хужалығына ике миллион һумдан ашыу матди зыян килтерҙе.

Яңы йыл алдынан, йәғни 31 декабргә ҡараған төндә Гусев фермаһында янғын сыҡты. Ут һауын залын тулыһынса ялмап алып, «Завет» хужалығына ике миллион һумдан ашыу матди зыян килтерҙе.

— Бөтә халыҡ Яңы йылға әҙерләнгәндә хужалыҡ эшсәндәре янғын эҙемтәләрен бөтөрөүгә тотондо. Һауын залы ҡураһы бөтөнләй янып бөткәс, Гусев һөтсөлөк комплексындағы һыйырҙарҙы Первомайҙағы базаға ҡыуырға тура килде. Башмаҡтарҙы Юлдашҡа күсереп, улар өсөн урын бушаттыҡ. Бер ай эсендә ферманы йүнәтеп инергә үҙебеҙгә бурыс алғайныҡ, бына бөгөн малдар ҡайта, — ти «Завет» хужалығы етәксеһе Ғ. С. Ғәлләмов.Зыян күргән ҡураның түбәһе яңынан ябылған, түшәме лә яңыртылған. Ишек-тәҙрәләр ҡуйылған. 100 башҡа иҫәпләнгән һөт үткәргес урынлаштырылған. Уны Ижевскиҙан подрядсылар килеп, үҙҙәре монтажлаған. Өфөнән «Башсельхозтехника» предприятиеһынан лизингыға 2 тонна һыйҙырышлы һөт һыуытҡыс алғандар, хужалыҡ эшсәндәре уны үҙҙәре ҡороу эштәрен башҡарған. Шулай уҡ үҙ көстәре менән бинаға электр энергияһы үткәргәндәр, база эсендә элеккесә таҡтанан малсылар өсөн ял бүлмәһе менән яһалма ҡасырыу бүлмәһе эшләгәндәр, ундағы мейесте йүнәткәндәр. Ҡурала йылы һәм һыуыҡ һыу бар, насостар ҡуйылған. Бинаның үҙен дә мөмкин тиклем йылытҡандар.

Беҙ хужалыҡҡа барған үткән йомала Первомайҙан һауын һыйырҙарҙы Гусевкаға кире алып ҡайттылар. Бының өсөн көрәк таҡҡан тракторҙар ҡырып үткән юлдан бер көтөүсе һыбай, икенсеһе егелгән санала ҡыуҙы. Шул уҡ юлдан бер аҙ торғас, Юлдашҡа Первомайҙан алып барған башмаҡтарҙы кире ҡыуҙылар. Сөнки, хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, Юлдаш фермаһындағы малдарға аҙыҡ ташып ашатылғанлыҡтан, малдарҙы унда тотоу ҡиммәткә төшәсәк. Ә Первомайҙа бесән-һалам етерлек тупланған, шуға күрә башмаҡтарҙы кире ҡайтарыу отошлораҡ.

— Зыян күргән бинаны ҡайтанан тергеҙеүгә ике миллион һумдан ашыу аҡса китте. Әлбиттә, Гусевтағы малды тотоноп, тик ҡырсылыҡ менән шөғөлләнергә лә була ине. Тик ошо комплекста эшләгән кешеләрҙе ҡайҙа ҡуймаҡ кәрәк? Улар ҙур булмаһа ла эш хаҡы алып, шуның менән йәшәп киләләр бит. Шуға күп сығымдар талап ителһә лә, һауын залын ҡайтанан тергеҙҙек. Был маҡсатта ҙур суммала кредит алырға ла тура килде, — тип дауам итте Ғамир Сәлмән улы.

Шулай уҡ хужалыҡ тулы көсөнә эшләһә, Гусев ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы мәнфәғәтендә лә ярайһы уҡ эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, ауыл биләмәһе хакимиәте менән килешеү нигеҙендә Гусев, Борисовка ауылдары урамдарын хужалыҡ тракторҙары таҙарта. Ауылдарҙа ойошторолған бөтә сараларға, байрамдарға бағымсылыҡ итә хужалыҡ — ит менән, йә аҡсалата ярҙам күрһәтә.

Һауын һыйырҙар Первомайҙа булған бер айҙа һауынсылар Гөлсөм Минһажева, Зөлфиә Муллағәлинова, Луиза Астанғәлина Гусевтан көнөнә ике тапҡыр йөрөп һауғандар, уларҙы үҙ машинаһында көтөүсе Закир Минһажев ташыған. Шулай уҡ комплекста һауын һыйырҙарҙы тәрбиәләгән Николай Калашников менән Дамир Шәйәхмәтов та бер айға Первомай фермаһына күскән.

— Малдарҙы унда-бында күсереү уларҙың продуктлылығы кәмеүенә килтерҙе. Шулай ҙа яҡын арала һөт алыуҙы мөмкин тиклем арттырып, былтырғы йылдың ошо кимәленә еткерербеҙ, моғайын. Үҙ бурыстарын үтәүгә яуаплы ҡараған малсылар менән быға өлгәшеүе ҡыйын булмаҫ, — тип осраған ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан киләсәккә ҙур өмөттәр бағлай хужалыҡ етәксеһе.


Закир Минһажев Гусев һөтсөлөк комплексында иң оҙаҡ эшләгән малсыларҙың береһе. Тыуған ауылы Тал Ҡусҡары фермаһында малсы булып хеҙмәт юлын башлаған Закир бер аҙҙан Гусев фермаһына эшкә күсә һәм бына 43 йыл инде һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Оҙаҡ йылдар дауамындағы намыҫлы хеҙмәте район, республика кимәлендә күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнгән. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған малсыны етәкселек тә, коллектив та ихтирам итә.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА фотоһы.

Читайте нас: