+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
7 Февраль 2020, 11:52

«Бүләк»тә таҙа, сифатлы һөт етештерәләр

«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы малсылыҡ буйынса ла, ҡырсылыҡ буйынса яулаған уңыштары менән районда ғына түгел, республикала, хатта Рәсәйҙә танылыу яулаған хужалыҡ. Бөгөнгө яҙмабыҙ АХК-ның Покровка фермаһы эше хаҡында.

«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы малсылыҡ буйынса ла, ҡырсылыҡ буйынса яулаған уңыштары менән районда ғына түгел, республикала, хатта Рәсәйҙә танылыу яулаған хужалыҡ. Бөгөнгө яҙмабыҙ АХК-ның Покровка фермаһы эше хаҡында.

Был бүлексәләге ферма хужалыҡтың заманса тәүге фермаһы, ул тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырып, малсылар өсөн тейешле бөтә шарттар булдырылғандан һуң, 2004 йылдың декабрендә асыла, унда ҡара-ала тоҡомло һыйырҙар килтерелә.

Бер аҙҙан ферманың эшен һәм малдар менән идара итеүҙе автоматлаштырыу маҡсатында компьютер системаһы ҡуйыла. Система тотош һауынды контролдә тота. Һыйырҙарға ҡуйылған датчиктар аша мал организмындағы бөтә үҙгәрештәрҙе яҙып бара компьютер. Тороҡтороу осорона еткән һыйырҙарҙы һауынға индермәй, яһалма ҡасырыу пункты ишеген аса. Ошо көндән алып фермаға Р. Б. Хисмәтуллина етәкселек итә.

— Ул саҡтарҙа 180-190 баш һыйыр һауылды. Бөгөн иһә фермала бөтәһе 280 баш мал аҫырала. Шуларҙың 100 башы — һауын һыйырҙар. Көнөнә 2400-2500 килограмм һөт һатыуға оҙатыла, — тип башланы ферма эше менән таныштырыуҙы Рәйсә Булат ҡыҙы.

Һыйырҙарҙы ике һауынсы хеҙмәтләндерә, улар көн аша алмашлап эшләй. Беҙ килгән көндө Венера Вилданованың (һүрәттә) сменаһы ине. Ул Һамар ауылынан бында ваҡытлыса йөрөп эшләй икән.

— Һауынсы-көтөүселәр етешмәй китһә, Озерный, Һамар фермаларынан ярҙамға киләләр. Ни тиһәң, дә бер хужалыҡта эшләйбеҙ бит, — тип дауам итә мөдир. — Сөнки ауылдың үҙенән кеше табыуы ҡыйын. Ауыл халҡы нигеҙҙә Яҡтыгүлдәге курорт зонаһына, Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй. Беҙҙәге ауыр хеҙмәткә өйрәнеп эшләп китә алмайҙар. Бер-ике аҙна, бер ай эшләгәндән һуң, ғәҙәттә «мин эшләй алмайым» тип китәләр. Иртәнге сәғәт алтынсы яртынан эшкә килергә кәрәк, киске һауынды тамамлап, эште бөтөрөүгә киске 11 тула. Әйткәндәй, малсылыҡта эш бер ваҡытта еңел булманы инде.

Эйе, ысынлап та шулай, быға Венера Ғәҙел ҡыҙының эшен бер аҙ күҙәтеп торғандан һуң тағы бер тапҡыр инанаһың. Һауын залында «Елочка» һауыу ҡоролмаһы ҡуйылған, бер юлы 12 һыйыр индерелә. Һыйырҙарҙың еленен махсус салфеткалар менән һөрткәндән һуң (һәр бер һыйырға айырым салфетка тотонола), һөттөң тәүҙә бер аҙын ҡул менән иләк аша һауып алалар. Мастит булыуына шик тыуһа, һөт айырым һауып алына һәм ул артабан быҙауҙарға эсереүгә ебәрелә. Унан инде етеҙ генә һыйырҙарҙың елененә һауыу аппараттарын кейҙереп сыҡты Венера. Һөтө һауып алынып, аппараттарҙы сисеү менән еленде тағы салфетка менән таҙалап, дезинфекциялаусы матдә менән эшкәртте, был киләһе һауынға тиклем малдың имсәктәре ябыҡ булыуына булышлыҡ итә, йәғни төрлө бысраҡтарҙан һаҡлай. Һыйырҙар һауылып бөткәс, һауын залы менән бергә һыйырҙар ҡураға ингән-сыҡҡан урынды тулыһынса шлангынан килгән һыу менән йыуып алды. Иртәгә сменаға Илмира Хисмәтуллина килә, әйткәндәй, ул Башҡорт дәүләт аграр университетеның зоотехния бүлеген тамамлағандан һуң, ауылға ҡайтып бына биш йыл инде ата-әсәһе янында эшләй.

— Һауыу урыны ла, һыйырҙар ҙа таҙа булырға тейеш. Был һөттөң сифатында сағыла, продукция юғары сорт менән тапшырылһа, һауынсыларҙың эш хаҡына 100 процент өҫтәмә ҡаралған, — ти Рәйсә Хисмәтуллина.

Минең менән һөйләшкән арала, мөдир үҙе лә бер минут та эшһеҙ торманы. Әле генә килеп туҡтаған һөт ташығыс машинаға продукцияға накладной тултырып, продукцияны цистернаға оҙатыу өсөн шлангтарҙы тоташтырҙы, был эшен тамамлау менән һыуытҡысты таҙалап-йыуыуға кереште.

Һөт ташығыс машина водителе, Асҡар егете Рөстәм Мөхәмәтдиновтың «Красная Башкирия» хужалығына эшкә килеүенә 12 йыл ваҡыт үткән. Бөгөн ул хужалыҡтың фермаларынан Магнитогорск ҡалаһы һөт заводына продукция ташый. Ҡатыны Гөлнара Ғәйәр ҡыҙы ла ҡасандыр Покровка фермаһында һыйыр һауған. Бөгөн сәләмәтлеге буйынса Һамар фермаһына вахтер булып күскән. Мөхәмәтдиновтар хужалыҡ ярҙамы менән Покровкала ике ҡатлы йорт һалып сығып, ошо ауылда ныҡлап төпләнгәндәр.

Фермала һыйырҙар бәйһеҙ аҫырала, йәғни йәйен-ҡышын ҡурала тотола. Малсылар Бүләк Салауатов, Урал Исламов, Олег Ялмырҙан һыйырҙарҙы ғына түгел, башмаҡтарҙы ла ашатып-эсерә, аҫтарын таҙарта, быҙауҙарҙы ла ҡарау улар иңендә. Фермала көрәк тағылған МТЗ-80 һәм аҙыҡ бутағыс эленгән МТЗ-82 бар, улар менән малсы Бүләк Хисмәтуллин малдарға аҙыҡ тарата, икенсеһе менән тиҙәк таҙарта. Ашатыу ҙа ябай түгел тоҡомло малдарҙы, баланслы ашатыу өсөн төрлө витаминдар, өҫтәмәләр ҡушып бирелә. Һауын залындағы, һыйырҙар торған урындан малдың тиҙәге канализацияға ағып төшә, унан махсус машина менән һурҙырып алып баҫыуға түгәләр. Күренеүенсә, хужалыҡта бер нәмә лә әрәм ителмәй...

— Яңы тыуған быҙауҙарҙы бер аҙна үҙебеҙҙә тотоп, һөт эсерергә өйрәтәбеҙ ҙә, Һамар фермаһына оҙатабыҙ. Унан инде 5-6 айға етһәләр, тана башмаҡтар беҙгә кире ҡайтарыла һәм бер йәшкә тиклем тәрбиәләйбеҙ. Беҙҙең фермала үҫтерелгән 50 баш тана, мәҫәлән, Озерныйҙың һауын көтөүен тулыландырҙы. Йәш малдарҙы Һамарға ла оҙатабыҙ, — ти малсылар.

— Оҙаҡ йылдар беҙҙә эшләгән Полина Фәсхетдинова быҙау ҙа ҡараны, һыйыр ҙа һауҙы. Ауырыу сәбәпле, ул эштән китте. Яңы тыуған быҙауҙар имә алмаһа, ул нисектер тиҙ генә имеҙергә өйрәтеп тә алыр ине. Унһыҙ, әлбиттә, беҙгә ҡыйынға тура килә, — ти Рәйсә апай оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәшенең ауыр эшен баһалап.

Яңы тыуған быҙауҙарға бер сәғәт эсендә ыуыҙ һөтөн эсерергә кәрәк икән. Шуға күрә һыйырҙар төнөн быҙаулай ҡалһа, уның өсөн ҡарауылсы яуаплы. Был маҡсатта һыуытҡыста һәр саҡ запаста ыуыҙ һөтө тора, шуны тейешле температураға тиклем йылытып алалар ҙа эсерәләр. Төнгө ҡарауылсы булып фермала шулай уҡ Һамарҙан килгән Олег Скакун эшләй, тормош булғас, төрлө хәлдәр була, берәй сәбәбе сығып, эшкә килә алмаһа, уны урындағы малсылар бер һүҙһеҙ алмаштыра.

Ветеринар-осеменатор Илгиз Йомағужин һигеҙ йыл дауамында һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу эшен башҡара.

— Ул-был ҡоролма боҙолһа, шунда уҡ йүнәтеп тә бирә. Илгиз Рәйес улы өсөн «белмәйем», «эшләй алмайым» тигән һүҙ юҡ, барыһын да булдыра, — тип маҡтап алды һүҙ ыңғайында Рәйсә Булат ҡыҙы ветеринар-осменаторҙы ла.

Хәлил ауылынан килеп бер нисә йыл һауынсы булып эшләгән Р. Ә. Баҙранова хаҡында ла тик йылы хәтирәләр һаҡлай мөдир. Рәүфә Әшираф ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы биш йыл һыйыр һауа был фермала. Ҡайтып өс йыл торғас, быҙау ҡараусы кәрәк булғас, мөдирҙең һүҙен йыҡмай, килеп тағы ике йыл эшләй. Эшкә талымһыҙ ҡатын быҙаулатыу бүлексәһендәге һыйырҙарҙы үҙе һауып, быҙауҙарға эсереүе, йәш үрсемде һәйбәт тәрбиәләүе хаҡында ла һөйләне ул.

— Тотош коллективтың эшенә килгәндә, барыһы ла һуңғы һөҙөмтә өсөн тырышып эшләй. Шуға эштәребеҙ ҙә уң бара: һөт булғас, эш хаҡы насар түгел. Хужалыҡ етәкселеге лә көндәлек хәстәренән ҡалдырмай, — тип киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап оҙатып ҡалды беҙҙе Рәйсә Булат ҡыҙы.

Эйе, һөҙөмтәләр булғанда ғына эшкә дәрт, илһам арта шул.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: