-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
21 Февраль 2020, 10:15

Аграрийҙар сәсеүгә әҙер

Башҡортостан быйылғы сәсеү кампанияһына тулыһынса әҙер, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығынан.

Республика хужалыҡтарында бөтәһе 295 мең тонна яҙғы иген культуралары орлоҡтары әҙерләнгән, шуларҙың 33 мең тоннаһы – суперэлита һәм элита.
Яҙғы культураларҙы 2 миллион гектарҙа сәсеү бурысы тора, шул иҫәптән ашлыҡты – 1,35 миллион гектарҙа, ужым ашлығы 400 гектар майҙанда сәселгән.
Яҙғы баҫыу эштәрендә 12 мең трактор ҡатнаша, шуларҙың 2,2 меңе – сылбырлы тәгәрмәсле.
Республика райондарында тупраҡты сәсеүгә әҙерләү өсөн баҫыуға 10 мең трактор агрегаты сыға, 4,8 мең агрегат туранан-тура сәсеүгә йәлеп ителә. Ошо техника менән сәсеүҙе 12-14 көндә тамамлау күҙ уңында тотола.
Әбйәлил аграрийҙары ла сәсеүгә орлоҡ матуриалын туплаған, әле ер эшкәртеү һәм ашлыҡ сәсеү техникаһы был мөһим кампанияға әҙерләү дәррәү бара.
Район хужалыҡтары һәм фермерҙары иген культуралары менән бер рәттән сит ил һатып алыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм хаҡы ҡиммәт булған етен, рапс, гәрсис, шипкән кеүек культуралар майҙанын арттырырға иҫәп тота.
Читайте нас: