Республиканың Ауыл хужалығы министрлығының был яңы проектында ҡатнашыу йәш фермер өсөн көтөлмәгәнерәк хәл була.
— Мин яңы эш асыусы фермер булараҡ грант алырға уйлағайным. Конкурсҡа документтар ҙа әҙерләнем, тик үтә алманым, — ти Фәнзил Тайыпов.
Булдыҡлы, ныҡыш егеткә шунда уҡ яңы проектта көс һынап ҡарарға тәҡдим итәләр.
— Әлбиттә, мин шунда уҡ риза булдым. Тәүге конкурсҡа мин бөтә документтарҙы үҙ аллы әҙерләгәйнем. «Агростартап»та ауыл хужалығы консультация биреү үҙәгенең тәжрибәле белгестәре ярҙам итте. Улар төҙәтмәләр, үҙгәрештәр индерҙе, презентация буйынса ла ныҡ ярҙамлашты, — тип һөйләй Фәнзил Фәнис улы. — Был проекттың тағы нимәһе ҡыҙыҡлы? Унда фермерҙар ғына түгел, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусылар ҙа ҡатнаша ала. Һәм грант алғандан һуң ғына крәҫтиән-фермер хужалығы булып теркәлә.
«Агростартап» конкурсы комиссияһын уңышлы үткән йәш фермер 2 миллион 995 мең һумлыҡ грантҡа эйә була. Был аҡсаға ул трактор МТЗ-82.1 тракторы, пресс-йыйғыс, һыйырҙар һатып ала.
— Һимертеү өсөн симментал тоҡомло малдар яҡшы, был һыйырҙар беҙҙең тау-урман төбәгендә лә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. Фермер Рамил Юлдыбаевтан 13 баш һыйыр алдым, улар быҙауланы, — ти фермер көр, эре быҙауҙарҙы күрһәтеп.
Әйткәндәй, малдар яҡты, иркен ҡурала тора. Элекке МТМ бинаһын Фәнзилдең атаһы Фәнис Тайыпов һатып алған. Йәш фермерҙың 600 квадрат метрҙан ашыу бинаһы булыуы грант отоуҙа ҙур этәргес булған. Үҙ ваҡытында ферманы алып ҡалған атаһына бик рәхмәтле ул.
Ферма икегә бүленгән: тәүгеһендә — һыйырҙар өсөн кәртә, һауын залы, быҙауҙар өсөн айырым мөйөш булдырылған. Икенсеһендә әлегә мал аҙығы һаҡлана. Киләсәктә уны ла йүнәтеп, мал ҡуйырға иҫәп тота йәш фермер. Ферма биләмәһе тулыһынса ҡойма менән уратылған. Һыйырҙар өсөн асыҡ кәртә лә бар.
Хужалыҡтың 4 гектар ерен Фәнзил Фәнис улы йәйләү итергә ниәтләй.
— Мал һуйыу цехы ла шунда буласаҡ. Әлегә сәсеүлек, бесәнлек өсөн тәғәйен ерем юҡ, хәҙер шуның артынан йөрөргә кәрәк буласаҡ. Техника бар, мал аҙығын етерлек әҙерләр инек, — ти булдыҡлы егет. — Былтыр беҙҙең яҡта бесән наҡыҫ булғас, мал аҙығын Силәбе өлкәһенән һатып алырға тура килде.
Крәҫтиән-фермер хужалығы бер нисә кешене эш урыны менән тәьмин иткән.
— Уларҙың береһе — минең төп таянысым, кәңәшсем булған атайым — Фәнис Тайыпов. Уның ҙур ярҙамы менән эшемде аса алдым, шуға атайыма бик рәхмәтлемен. Тағы бер эшсем — Илдәр Йәнтүрин да бик ышаныслы, тырыш. Ул малды ҡарай, ашата-эсерә. Тибендә йөрөгән йылҡылар өсөн Айбулат Оморҙаҡов яуаплы. Әсәйем Гөлнара Ғәли ҡыҙы рәсми рәүештә хеҙмәткәр һаналмаһа ла, көндәр буйы фермала. Һыйырҙарҙы һауа, быҙауҙарҙы тәрбиәләй. Ҡатыным Гөлиә декрет ялында булһа ла, уға ла эш тейә. Ҡалаға һөт һатырға йөрөй, — ти фермер.
Тайыповтарҙың татыу ғаиләһендә бер ул менән ҡыҙ үҫә. Ибраһим менән Фатима ҡул араһына инһә, хужалыҡта ярҙамсы булыр тигән ышаныста атаһы.
Яҙмышын ауыл менән бәйләгәнгә һис үкенмәй Фәнзил. Киреһенсә, «әллә ҡайҙа алтын бар, барһаң баҡыр ҙа юҡ» тигән әйтемде иҫендә тотоп, иң яҡшыһы тыуған ереңдә файҙа килтереү тип иҫәпләй.
— Ауылда йәшәргә һәм эшләргә теләгәндәргә, бигерәк тә йәштәргә ярҙам күрһәтеү саралары, төрлө дәүләт программалары бик уңышлы эшләй. Уларҙы файҙалана белергә генә кәрәк. Ә бының өсөн үҙ эшеңде асыуҙан ҡурҡмай, тәүәкәлләү мөһим. Әлбиттә, ауыл хужалығында эшләү еңелдән түгел. Ялҡауҙар ауылға ерегә алмаясаҡ. Күптәр ит, һөт менән аҡса эшләүе еңел тип уйлай. Һәр тин, һум өсөн йыл әйләнәһенә көн һайын, ялһыҙ көрәк, һәнәк тотоп тир түгергә тура киләсәк. Әммә йәшәйем, булдырам тигән кешегә был ҡыйынлыҡтар ҡурҡыныс түгел, — ти Фәнзил Фәнис улы. — Яҡындарым миңә ышаныс белдергәндә, дәүләт тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелгәндә, ниңә эшләмәҫкә?! Йәштәргә әйтер һүҙем, ҙур маҡсаттар ҡуйығыҙ һәм уға өлгәшер өсөн тырышығыҙ.