+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
3 Март 2020, 12:46

Башҡорт тоҡомло аттарға иғтибар артһын

Кәңәшмәлә Урал аръяғында йылҡысылыҡ тармағын һәм ат спортын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы, республиканың Ветеринария идаралығы вәкилдәре, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла, Баймаҡ райондары хакимиәттәре башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, йылҡысылыҡ буйынса тоҡомсолоҡ ойошмалары етәкселәре, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән хужалыҡтар белгестәре, шәхси ихатала йылҡы үрсетеүселәр ҡатнашҡан кәңәшмәлә Урал аръяғында йылҡысылыҡ тармағын һәм ат спортын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

— Республика Рәсәйҙә йылҡы һаны буйынса икенсе урынды биләй. Йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеүгә хөкүмәт тарафынан уға киткән сығымдарҙың 50 проценты субсидиялана. Шулай ҙа хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә күп беҙҙә, — тип асты һөйләшеүҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов.

БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин үҙенең сығышында ветеринар-эпизоотик хәл торошона туҡтаны.

— Башҡа илдәрҙә аттар һанын ҡыҫҡартырға талап ҡуйылғанда, беҙҙә иһә йылҡысылыҡты үҫтереүгә ярҙам бирелә. Тик был тәңгәлдә йылҡысылыҡ продук-цияһын етештереүгә ветеринар талаптарҙы үтәү мотлаҡ икәнлеген онотмаҫҡа кәрәк, — тине Азат Салауат улы.

Республиканың баш ветеринары әйтеүенсә, аттарға 14 ауырыуға ҡаршы эшкәртеү үткәрергә кәрәк. Шулай уҡ ситтән мал индергәндә, һатҡанда карантин күҙәтелергә тейеш, сир хатта сабышҡа йөрөткән ваҡытта ла йоғорға мөмкин. Уҙған йыл Учалы районында таралған бруцеллез ауырыуынан хужалыҡтар, халыҡ күпме зыян күреүен дә ҡабатлап үтте ул. Идентификацияланмаған йылҡы малы көтөүгә сығарылырға тейеш түгел. Чип ҡуйҙырыу бер башҡа ни бары 100 һумға төшә һәм уны бер тапҡыр ҡуйҙырһаң етә. Законға ярашлы махсус һуйыу цехтарында ғына һуйылған йылҡы ите һатыуға сығарылырға тейеш. Шулай уҡ йылҡысылыҡ продукцияһының «Меркурий» системаһында теркәлеүе мотлаҡ.

«Аҡбуҙат» ипподромы директоры Дамир Исеев республикала йылҡысылыҡты һәм ат спортының бөгөнгө торошо һәм уны үҫтереү перспективаларына туҡталды. Балаларҙа был спорт төрөнә бәләкәйҙән һөйөү уятыу маҡсатында райондарҙа ат-спорт комплекстарын үҫтереү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, был тәңгәлдә өҫтәмә белем биреү үҙәге төҙөү зарурлығын билдәләне. «Терра Башкирия» ярышында ҡатнашҡан аттар киләсәктә дөйөм реестрҙа булыуын тәьмин итеү мөһимлеген дә әйтеп үтте Дамир Руслан улы.

2012 йылдан алып тоҡомло аттар кенәгәһе буйынса иҫәп алып барылмаған. Республикала булған тоҡомсолоҡ хужалыҡтарында зоотехник иҫәп, уларҙың документтарҙы алып барыу тәжрибәһе юҡ кимәлендә. Был юҫыҡта әле дөйөм көс менән эш башланған, йәғни «Башҡорт тоҡомло аттарҙың дәүләт китабы»н һәм айғырҙарҙың каталогын төҙөү өҫтөндә эш алып барыла.

Йылҡысылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшереү институтының Башҡортостан буйынса төбәк инспекторы, башҡорт тоҡомло аттарҙың иҫәбен алып барыу буйынса эксперт комиссияһы рәйесе урынбаҫары В. И. Артамонов башҡорт тоҡомло аттарҙы иҫәпкә алыу комиссияһы эшләүен белдереп, комиссия ағзаларының заявка буйынса урындарға сығырға әҙерлеген әйтте. Комиссия ағзалары ҡолон әсәһенән айырылмаған осорҙа сығып, малдан биоматериал алып, лаборатор-экспертиза тикшереүҙәре үткәрә, ә айғырҙың тоҡомо хужаның һүҙҙәренән яҙыла, шунан тоҡом таныҡлығы бирелә.

— Спорт йылҡысылығы — милли уйындар, туризм, сабыш өсөн файҙаланылған һәм «Терра Башкирия»ла урындағы тоҡомдо яҡшыртыу маҡсатында талаптар быйылдан ҡәтғиләнде, йәғни сабышта башҡорт аттары ҡатнашырға тейеш һәм уларҙың паспорттары булыуы мотлаҡ. Субсидия юллаған ваҡытта ла ошондай документтар талап ителә, — тине Владимир Иванович.

Район башлығы Илдар Нафиҡов башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереүгә ярҙам итергә кәрәк икәнлеген һәм был йүнәлештә эш алып барылыуын билдәләп, юлда йөрөгән аттар буйынса ялыуҙар күп булыуын әйтте.

— Аттар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары йыш була, малдар халыҡтың сабынлығын, хужалыҡтарҙың сәсеүлеген тапай, өйөрө менән урамға килеп ингән йылҡы малы халыҡ өсөн дә ҡурҡыныс тыуҙыра. Районда 8800 баш йылҡы малы иҫәпләнә, әммә, минеңсә, барыһы ла иҫәптә түгел, ғәмәлдә күберәктер. Шуға ла был мәсьәләне хөкүмәт кимәлендә ҡарап, нисектер хәл итергә ине, — тип мөрәжәғәт итте һөйләшеүҙә ҡатнашҡандарға Илдар Таһир улы.

Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыева ла йылҡы тотҡан хужаларға аттарҙы көтөүҙә тәртип урынлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.

— Һәр аварияла ат ҡына ғәйепле түгел. Һәйбәт машиналарҙа ҙур тиҙлектә елеүебеҙҙе инҡар итеп булмай. Юлдарҙа мал осрау ихтималлығын күрһәткән тамға-билдәләр юҡ. Бөгөн беҙ аттарға яҡтыртҡыс таҫмалар бәйләгәнбеҙ, чип ҡуйҙырҙыҡ. Шәхси секторҙан да ошоно талап итергә кәрәк. Беҙҙе көтөүлектәр өсөн ер мәсьәләһе хәл ителмәүе борсой. Субсидия бүлгәндә ҡымыҙ цехтарының булыу-булмауы иҫәпкә алынһын ине, контроль һауым да үткәреү кәрәктер, — тип Әбйәлилдең ат тотҡан кешеләренең зарын еткерҙе «Яҡташ» хужалығы директоры Наил Рәхмәтуллин.

Башҡа райондарҙан сығыш яһаусылар башҡорт ҡымыҙы статусын күтәреү зарурлығын билдәләп, министрлыҡ кимәлендә тармаҡ белгестәрен уҡытыуҙы ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Уларҙың фекеренсә, алдынғы хужалыҡтар тәжрибәһен өйрәнеү зыян итмәҫ ине.

Шулай уҡ тоҡомсолоҡ эше алып барылмауы хужалыҡтарҙа төп проблема. «Аҡбуҙат» ипподромы штатында тоҡомсолоҡ эше буйынса белгес булып, йылҡы тотҡандарға ярҙам күрһәтһә, бик отошло булыр ине тигән тәҡдим дә яңғыраны. Рәсәй сауҙа селтәрендә теркәлеп, үҙебеҙҙә етештерелгән файҙалы йылҡысылыҡ продукцияһы менән дауаханаларҙы, балалар учреждениеларын тәьмин иткәндә яҡшы булыр ине, тинеләр. Тағы «Һөт иле» кеүек «Ҡымыҙ иле»н ойоштороу мотлаҡ, сөнки нәҡ Башҡортостандың ҡымыҙ иле булараҡ танылыу алыуын да онотманылар.

Сығыш яһаусылар фекеренсә, ат спортын үҫтереү өсөн һәр районда ипподром кәрәк. Әйтеүҙәренсә, ат сабып барышлай төрлө уйындар ойошторғанда менге аттар табыуы ҡыйын икән. Беҙҙең районда, мәҫәлән, төрлө ваҡытта ат ярыштары уҙғарыу өсөн район һабантуйы урыны бик ҡулай: ат сабышы өсөн юл һалынған, юл эсе.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: