+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
10 Март 2020, 11:45

Ғаилә менән малсылыҡта

«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативының Покровка фермаһы шунда эшләгән малсы Бүләк Хисмәтуллин исеме хөрмәтенә «Бүләк» тип атала.

«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативының Покровка фермаһы шунда эшләгән малсы Бүләк Хисмәтуллин исеме хөрмәтенә «Бүләк» тип атала.

Был исем ферма заманса үҙгәртелеп, уға тоҡомло малдар индерелеп, яңыса эш башлағанда, 2004 йылда бирелә. Ә Бүләк Салауат улы бындай үҙгәрештәргә тиклем дә ошонда малсы булып эшләй.

— Әлбиттә, тотош ферма һинең исемеңде йөрөткәс, бер нисек тә насар эшләй алмайһың, — ти Б. Хисмәтуллин. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Бүләк Салауат улының районда иң яҡшы малсы тип табылыуы уның һүҙҙәренә ныҡлы дәлил.

Б. С. Хисмәтуллин бар ғүмерен ошо фермала эшләүгә бағышлаған. Хатта был уларҙың ғаилә фермаһы тип әйтергә була. Фермаға алдынғы малсының ҡатыны Рәйсә Булат ҡыҙы оҙаҡ йылдар етәкселек итә.

Бүләк Салауат улы малдарҙы һыйыр-башмаҡтарҙы, быҙауҙарҙы тәрбиәләү менән генә сикләнеп ҡалмай. Фермала аҙыҡ бутағыс эленгән МТЗ-82 тракторында малдарға аҙыҡ таратыу, көрәк тағылған МТЗ-80 менән тиҙәк сығарыу, ҡыштарын ферма ихатаһын ҡарҙан таҙартыу ҙа уның иңендә.

Хисмәтуллиндарҙың ҡыҙҙары Илмира Башҡорт дәүләт аграр университетының зоотехния бүлеген уңышлы тамамлағандан һуң ата-әсәһе янына эшкә килеп, бына биш йыл инде машина менән һауыу операторы эшен башҡара. Фермала 100 баш һауын һыйыры бар, шуларҙы ни бары ике һауынсы, көн аша, алмашлап һауа. Бер юлы 12 һыйыр һауылған «Елочка» һауыу аппаратында Илмира Бүләк ҡыҙының эште сифатлы һәм етеҙ башҡарған ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй.

Улдары Нурислам фермала үҫә тиергә була. Мәктәпкә бармаған ваҡытта уҡ ул быҙауҙарға һөт эсереп йөрөй. Ҙурая килә һыйыр ҙа һауырға өйрәнеп ала. Өлкән кластарҙа уҡығанында һауынсы-малсыларға ял биреп, улар урынына үҙаллы эшләй. Әле Нурислам аграр вуздың механизациялау факультетының өсөнсө курсында белем ала. Каникулға ҡайтыу менән шунда уҡ фермаға килә. Бер эштән дә тартынып тормай эшкә сос егет: һауынсы кәрәк булһа һыйыр һауа, малсылар етешмәй китһә, башмаҡ-быҙауҙарҙы тәрбиәләй.

Һәр эште намыҫ менән, урын-еренә еткереп эшләргә күнеккән ирле-ҡатынлы Хисмәтуллиндарҙың үҙ өлгөләрендә балаларын да эшһөйәр итеп тәрбиәләүҙәре маҡтауға лайыҡ.

Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: