Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указларын үтәү маҡсатында ғәмәлгә ашырылыусы дәүләт проекттары сиктәрендә, Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрлығы төбәк органдары һәм тармаҡ берләшмәләре менән берлектә умартасыларҙың берҙәм реестрын эшләй.
Унда умарталыҡтар паспорты буйынса мәғлүмәттәр индерелә. Хәҙерге мәлдә умарталарҙың 94 проценты шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өлөшөнә тура килә. Бал етештереү буйынса лидер төбәктәр булып Башҡортостан, Приморье, Алтай крайҙары тора.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан