+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
20 Март 2020, 12:46

Заман менән бергә атлаған фермер хужалыҡтарында

Малсылыҡ буйынса район семинары ит етештереүҙә махсуслашҡан Владимир Серпков һәм һөт малсылығы йүнәлешен алған Рамил Юлдыбаевтың хужалыҡтарында уҙҙы.

Малсылыҡ буйынса район семинары ит етештереүҙә махсуслашҡан Владимир Серпков һәм һөт малсылығы йүнәлешен алған Рамил Юлдыбаевтың хужалыҡтарында уҙҙы.

Район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов кәңәшмәне асып, БР Башлығы Радий Хәбировтың 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫешендәге стратегик йүнәлештәр тураһындағы Указына ярашлы, районға ла ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыуҙы, күҙаллаған пландар еткерелеүе тураһында әйтеп үтте. — Былтыр беҙ 11000 тонна һөт етештерһәк, быйыл был күрһәткесте 11130 тоннаға еткерергә тейешбеҙ, ә 2024 йылға 15700 тонна һөт һауып алыу планы бирелде. Итте тере ауырлыҡта 9310 тонна етештереү билдәләнһә, 2024 йылда уны 9660 тоннаға еткереү мотлаҡ. Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы былтыр район буйынса 71 мең тонна йыйып алдыҡ, быйылға план — 80 мең тонна. Ә 2024 йылға ҡуйылған бурыс — 105 мең тонна. Уртаса эш хаҡы район буйынса быйыл 23700 һум тәшкил итергә тейеш, ә 2024 йылға план — 24400 һум, — тине Ғәлим Наил улы. — Бөгөн тотош Рәсәйҙә һөт етешмәй, һыйыр итенең 27 проценты ситтән индерелә. Тимәк, продукцияға ихтыяж бар.

Техник күҙәтеү инспекцияһының Әбйәлил буйынса секторы мөдире Ҡ. В. Тайсин транспортҡа техник тикшереү үткәреү талаптары хаҡында һөйләне, техосмотр графигы менән таныштырҙы. Быйыл 245 берәмек ауыл хужалығы транспорты, шул иҫәптән 185 трактор һәм 60 тағылма тикшерелергә тейеш. Әлегә техниканың әҙерлеге 91 процент тәшкил итә. Ҡасим Васил улы фермерҙар В. Серпков һәм С. Старцевтың, «Красная Башкирия», «Аграрий» хужалыҡтарының был мөһим кампанияға йыл һайын етди әҙерләнеүҙәрен билдәләп, башҡаларҙы уларҙан өйрәнергә саҡырҙы.

Ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры И. Р. Моталлапов уҙған йылда районда 220 миллион һумлыҡ техника-ҡорамалдар яңыртылыуын әйтеп үтте. Шуның 120 миллион һумлығы «Красная Башкирия» хужалығына тура килә. Унан тыш, күп кенә фермерҙар, хужалыҡтар техника паркын сәсеү комплекстары, һиптергестәр, башҡа техника менән тулыландырҙы. Илдар Рәшит улы хеҙмәтте һаҡлау буйынса тик «Красная Башкирия» АХК-һы һәм Әбйәлил МТС-ы ғына аттестация үтеүен билдәләне. «Красная Башкирия» хужалығы графикка ярашлы, 80 эшсеһенең медосмотр үтеүен тәьмин иткән, ә башҡалар әлегә ашыҡмай. Айырыуса орлоҡтарҙы ағыулауҙа эшләгәндәрҙең медицина тикшереүе үтеүе мотлаҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уны соцстраховка иҫәбенә үтергә мөмкин икәнлеген дә иҫтәренә төшөрҙө баш инженер.

Баш иҡтисадсы Гүзәл Мостафина хужалыҡтарҙа, фермер хужалыҡтарында уртаса эш хаҡы менән таныштырҙы. Уҙған йыл хеҙмәт хаҡы 15 процентҡа артып, айына уртаса 20437 һум тәшкил иткән. Бухгалтер билдәләүенсә, «Красная Башкирия» АХК-һында һәм дәүләт сорт участкаһында эш хаҡының ҙур булыуы уртаса район кимәлен күтәрә.

Артабан В. Серпковтың крәҫтиән-фермер хужалығы ҡаралды. Владимир Павлович 2002 йылда үҙ хужалығын ойоштора. Һөт-ит етештереү менән бер үк ваҡытта иген дә үҫтерә фермер. Тик һауынсыларҙың етешмәүе үҙәгенә үткәс, 2010 йылдан ул малсылыҡтың ит йүнәлешен генә ҡалдыра.

2017 йылда «КФХ базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» программаһында ҡатнашып, грант алыуға өлгәшә. Хөкүмәт биргән ярҙамға фермер лимузин тоҡомло 80, герефорд тоҡомло — 20, йәмғеһе 100 баш тана алған, һәр береһе йөҙәр мең һумға төшкән.

— Был малдарҙың ите бөтөнләй башҡа, йомшаҡ, тәмле, — тип һөйләй Владимир Павлович. — Улар тәүлегенә ике килограмға тиклем артым бирә ала. Тере ауырлығы уртаса 1 тонна, ике йәшкә хәтлем тотһаң, 1200 килоға етә.

Бөгөн таналарҙың 40-ы быҙаулаған. Йәш малдар ялан кәртәлә әсәләре менән бергә тотола. Көнөнә өс тапҡыр сығарып, ҡушып имеҙәләр ҙә, кире индереп бикләйҙәр. Быҙауҙар алты ай тулғас, һимертеүгә ҡуйыла.

Һыйырҙарҙың да, быҙауҙарҙың мөгөҙһөҙ булыуына иғтибар иткәндәргә В. Серпков ошондай аңлатма бирҙе:

— Быҙаулаған мәлендә һыйырҙарға яҡын барып булмай, улар быҙауҙарын ҡыҙғана. Шуға ла мөгөҙһөҙ мал кеше өсөн дә, мал өсөн дә хәүефһеҙерәк булыуҙан сығып, быҙауҙарға ун көн тигәндә, уларҙың мөгөҙҙәрен алабыҙ.

Әйткәндәй, ветеринар Хажиәхмәт Әсәҙуллиндың был эште нисек башҡарғанын үҙ күҙҙәре менән күрҙе семинарҙа ҡатнашыусылар.

Бөгөн ит тик һуйыу цехтарында һуйылырға тейеш тигән талаптан сығып, фермер, ферма биләмәһендә мал һуйыу цехы эшләгән. Владимир Павлович әйтеүенсә, 5 миллионға алынған модуль цехы хаҡының яртыһын хөкүмәт ҡайтарып биргән. Цехта бер юлы алты баш малдың түшкәләрен һаҡларлыҡ һыуытыу камераһы бар. Бында һыуға скважина һәм канализация соҡоро ҡаҙылған, ғөмүмән, һуйыу цехына ҡуйылған талаптар урын-еренә еткереп эшләнгән. Һыйыр малын, әйтеүҙәренсә, һуйыр алдынан 15 сәғәт, йылҡы малын 24 сәғәт ашатмаҫҡа кәрәк икән. Һуйыр алдынан мал, унан һуң һуйылған ит ветеринар тарафынан тикшерелә, шунан һуң ғына иткә документтар тултырыла. Малдар иткә заказ булғас ҡына һуйыла.

Грант аҡсаһына төҙөгән базаны күптән түгел сафҡа индергән фермер. Тимер конструкцияларҙан эшләнгән яҡты, ҙур ҡураның яртыһына малдар индерелгән. Малдарға эсереү өсөн һыу бар, ул хатта йылытыла. Аҙыҡты шулай уҡ күптән түгел һатып алынған аҙыҡ бутағыс тарата. Бесән-һалам, сенаж һәм башҡа аҙыҡты бутағысҡа үлсәп һалыр өсөн унда электрон үлсәгес тора.

Бәйһеҙ тотолған малдарҙың аҫтына етен һаламы түшәлгән. Етен дымды үҙенең ауырлығынан 3-4 тапҡырға күберәк һура. Киләсәктә биотехнология ҡулланырға иҫәп тоталар, йәғни малдың аҫтындағы тиреҫте эшкәртеү өсөн бактерия һатып алырға планлаштыралар. Владимир Павлович әйтеүенсә, был саҡта малдың аҫтын биш йылға тиклем таҙартырға кәрәкмәй, өҫтәүенә эшкәртелгән тиреҫ малдар өсөн ҡалын түшәк тә буласаҡ.

— Ғөмүмән алғанда, 16,8 миллион һумды дәүләт бирҙе, шуның 40 процентын — 12 миллион һумдан ашыуын үҙемдән ҡуштым. Был аҡсаға ниндәй эштәр башҡарғанды үҙегеҙ күрҙегеҙ һәм мин ҡәнәғәтмен. Әлбиттә, артабан үҫешер өсөн тағы ла нығыраҡ тырышырға, эшләргә кәрәк. Хөкүмәт ярҙам итергә әҙер булғанда, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа инде, — тине Владимир Павлович үҙ хужалығында һөйләшеүгә йомғаҡ яһап.

Фермер Р. Р. Юлдыбаев һөт малсылығы йүнәлешендә үҫешә. Уның эше менән танышыу маҡсатында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Әбдрәшкә юлланды. Фермерҙың бөтә йылҡы малына чип ҡуйылған. Фермалағы пониҙар өлгөһөндә ветеринарҙар ат малдарына чиптың нисек ҡуйылыуын күрһәттеләр. Киләсәктә эттәргә паспорт мотлаҡ кәрәк икән, был тәңгәлдә лә аңлатма бирҙе район ветстанция начальнигы Рәсих Ҡарабәндин.

Р. Р. Юлдыбаев хужалығында йыл һайын бер ҡураның башы яңыртып ябыла. Быйыл фермала бер ҡура үҙгәртеп ҡоролған. Элекке бина бер аҙ бейегәйтеп, түбәһенән яҡтылыҡ төшһөн өсөн уртаһынан үтә күренмәле материал менән көпләнгән. Әле был ҡурала Екатеринбургтан һатып алынған ҡара-ала тоҡомло 40 баш тана тора, унда яңы һөт үткәргес ҡуйылған. Фермер мал аҙығы әҙерләү өсөн аҙыҡ бутағыс һатып алған. Мал аҙығы шуның ярҙамында таратыла ла. Һыйырҙар ашап бөтмәгән аҙыҡты сығарып башмаҡтарға бирәләр. Бөгөн һыйырҙарҙың рационында бесән, һалам, сенаж, тарттырылған иген һ.б бар. Ошо арала «Красная Башкирия» белгестәре малдар өсөн рацион төҙөүҙә ярҙам итәсәк.

Яҡты быҙауҙар аҙбарында ла йәш малдар айырым ситлектәрҙә тотола, алдарынан һоло, һыу өҙөлмәй.

— «Красная Башкирия» хужалығы беҙҙең өсөн өлгө, үрнәк. Әлбиттә, беҙ был заманса хужалыҡтан ун йыллап артта барабыҙ: 8 йыл элек уларҙың фермаһын барып күргәс, беҙҙең өсөн мөмкин булмаған нәмә кеүек ине. Шулай ҙа уларҙан барып өйрәнеп, әкренләп үҙебеҙҙә индереп барабыҙ, — ти Рамил Рәжәп улы.

Әле һыйырҙарҙың 32-һе быҙаулаған, беренсегә быҙаулаған таналар араһында 28 литр һөт биргәндәре бар. Уларҙы өс мәртәбә һауалар, һауыр алдынан һәүкәштәрҙең елендәрен таҙартып, дезинфекциялап, шунан һуң ғына һауыу ҡоролмаһын кейҙерәләр.

Малдың аҫтына башта таҡта түшәргә йыйынғандар, аҙаҡ инде махсус келәмдәр һатып алғандар. Бөгөн техник-осеменатор уҡытып алғандар. Әлегә ул өйрәнеп кенә йөрөгәс, Өфөнән белгес килешеү нигеҙендә 20 башты ҡасырасаҡ һәм артабан ул малдарҙы даими күҙәтеү аҫтына аласаҡ.

Озерный фермаһындағы кеүек шнеклы тиреҫ таҙартҡыс ҡуйылған.

Тиреҫ 30 тонна һыйҙырышлы махсус һауытҡа оҙатыла. Унда ваҡланған, шыйығайтылған тиреҫте цистернаға тултырып, трактор менән баҫыуҙарға сығарып һирпергә ҡала.

Базаны үҙгәртеп ҡороуға йәмғеһе 9 миллион һум тирәһе аҡса киткән.

— Киләсәктә был ҡураның икенсе өлөшөн дә мал менән тултырырға иҫәп. Сөнки һөткә ихтыяж ҙур: беҙҙең продукция Сибайҙа ете урында, Магнитогорск ҡалаһында бер урында һатыла, был ҡалала тағы бер нөктә асырға ниәт итәбеҙ, — ти етәксе. — Беҙ башҡаларҙың хатаһында өйрәнәбеҙ тиһәк тә була, ниндәй генә һорау тыуһа ла, Раил Салауат улына барабыҙ. Бында бер ваҡытта ла етәксе үҙе лә, белгестәр ҙә юҡ тимәй өйрәтәләр, тәжрибәләре менән уртаҡлашалар.

Эйе, маҡсатҡа өлгәшер өсөн бер туҡтауһыҙ өйрәнергә һәм эшләргә кәрәк. Нәҡ ошоноң һөҙөмтәһендә уңған фермерҙарҙың эше алға барыуына инанды семинарҙа ҡатнашыусылар.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: