-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
25 Март 2020, 11:00

Аграрийҙарға ярҙам буласаҡ

Тиҙҙән яҙғы сәсеү эштәре етә. Агросәнәғәт комплексына субсидиялар булырмы?#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Хөкүмәт Президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда бик күп мөһим мәсьәләләр күтәрелде.

Ҡаралған темаларҙың береһе – республика бюджетынан агросәнәғәт комплексы тармағына һәм хужалыҡтың бәләкәй формаларын үҫтереүгә субсидиялар биреү тәртибе булды.

- Субсидия игенселек һәм ҡуҙаҡлы, майлы культуралар, емешле үҫемлектәр, һөт, махсуслаштырылған ит малсылығы, һарыҡсылыҡ, хужалыҡтың бәләкәй формалары өсөн йүнәлтеләсәк, - тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Бының өсөн федераль бюджеттан 586,1 миллион һум аҡса ҡаралған, өҫтәмә рәүештә республика бюджетынан 79,9 миллион һум бүленәсәк.

Ултырышта ҡатнашҡандарҙың фекеренсә, аграрийҙарға күрһәтелгән бындай ярҙам бик ваҡытлы буласаҡ. Ул ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм нығытыуға йүнәлтеләсәк.

Читайте нас: