+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
31 Март 2020, 16:33

Хәүефһеҙлек талаптары күҙәтелә

Коронавирус сиренең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, был аҙнала ил башлығы В. Путиндың Указына ярашлы карантин иғлан ителде. Ауыл хужалығы тармағы эшселәре ялға туҡтаманы.

Коронавирус сиренең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, был аҙнала ил башлығы В. Путиндың Указына ярашлы карантин иғлан ителде. Ауыл хужалығы тармағы эшселәре ялға туҡтаманы.

Сөнки, беренсенән, малды ас тотоп булмай: ул ваҡытында ашатылырға, эсерелергә, һыйырҙар һауылырға тейеш. Тағы шуныһы: яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ваҡыт ҡалманы.— Беҙҙең тармаҡ тулы көсөнә эшләй. Малдарҙы ҡышлатыу осорон уңышлы тамамлауға бөтә көстө йүнәлткәнбеҙ. Һәр урында машина-трактор ихаталарында ер эшкәртеү һәм сәсеү техникаһын, тракторҙарҙы ремонтлау бара, ырҙын табаҡтарында орлоҡ материалы әҙерләнә. Ветеринар хеҙмәткәрҙәр профилактика эштәрен графикка ярашлы үткәрә: малдарҙан анализға ҡан алына, яҙғы эшкәртеү алып барыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, райондың ауыл хужалығы тармағында эш хәүефһеҙлектең бөтә ҡағиҙәләрен һәм талаптарын теүәл үтәп, ғәҙәти режимда дауам итә, — тине район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов бөгөнгө хәлгә аңлатма биреп.
* * *

Райондың почтаһы бүлексәһе клиенттар менән эште туҡтатһа ла, килгән почтаны ҡабул итеү, булғанын оҙатыу башҡарыла. Кемгәлер ашығыс хат йә посылка килһә, ул мотлаҡ алып барып тапшырыла. Шулай уҡ клиенттың һорауы буйынса ла был эштең башҡарылыуы мөмкин. Ә почтальондар гәзит-журналдарҙы, хаттарҙы ғәҙәти график буйынса ташыясаҡ. Район гәзиттәрен сығарыуҙан да туҡтатмай, яңылыҡтар менән таныштырып барасаҡбыҙ.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: