–Республика бюджетында 2 миллиард 371миллион һум тура ярҙам ҡаралғайны, әле тағы ла 2 миллиард 75 миллион һум ѳҫтәп бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Йәғни, бѳтәһе 4 миллиард 446 миллион һум, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 41 процентҡа күп. Федераль ярҙам саралары менән берлектә 9 912 миллион һум күләмендә булышлыҡ күрһәтеләсәк. “Росагролизинг” программаһы буйынса техника алыуҙа яҡшы ярҙам буласаҡ. Беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре ѳсѳн сикләүҙәр юҡ. Лизингҡа күпме техникаға ғариза бирһәк, шунса аласаҡбыҙ. 2 миллиард һумға тиклем ғариза бирербеҙ тип уйлайым, - тине Илшат Фәзрахманов.
Быйыл минераль ашаламалар алыуға ярҙам арта. Ббылд иһә рсепублика ауыл хужалыҡт арына 80 мең тонна ашлама алырға булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, тоҡомло мал алыуға ла субсидия күләме ике тапҡырға артасаҡ.