+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
7 Апрель 2020, 11:37

Ер кешеһе

Уразбай Юлдыбаев — райондың тотороҡло эшләп килгән фермерҙарының береһе.

Уразбай Юлдыбаев — райондың тотороҡло эшләп килгән фермерҙарының береһе.

Илебеҙҙә үҙ эшеңде булдырыуға йәшел юл асылған мәлдә килә Уразбай Насип улы фермерлыҡҡа.

— Был эште 1992 йылда туғандарым Насирйән һәм Рәхимйән менән башлап ебәрҙек. Һуңынан беҙгә Вәкил Ниғмәтуллин, Айҙар Ғилманов, Валерий Митрофанов ҡушылды. Сөнки ул йылдарҙа һәр кемдең бөтә баҫыу эштәрен башҡарырлыҡ техника паркы юҡ ине, ә былай беребеҙҙә трактор булһа, икенсебеҙҙә сәскес, өсөнсөбөҙҙә комбайн ... — ти ул, эш башлаған осорон хәтерләп.

Шулай итеп, 2000-се йылдар башына тиклем күмәк көс менән иген игәләр, мал үрсетәләр улар. Унан инде һәр кем үҙенә кәрәкле техника туплап, сәсеү майҙандарын арттырғас, айырымланырға ҡарар итәләр.

— Әҙер ферма-ҡуралар ҙа, машина ихаталары, гараждар ҙа булманы беҙҙең. Заманында мин күпләп һарыҡ көттөм, ҡортсолоҡ менән шөғөлләндем, йөҙәр башлап сусҡа тоттом, һыйыр малы үрсеттем. Өҫтәүенә, ул йылдарҙа, бөгөнгө кеүек, дәүләттән ярҙам булманы. Нисек кенә ауыр булмаһын, үҙебеҙҙең тырышлыҡ, көс, ныҡышмалылыҡ менән көндө-төнгә ялғап, эште алып барҙыҡ, — тип дауам итә фермер.

Бөгөн У. Юлдыбаевтың крәҫтиән-фермер хужалығы — аяғында ныҡлы баҫып торғандар иҫәбендә. Быйыл фермер һөрөнтө ер майҙандарын арттырыуға өлгәшкән, хәҙер уның майҙаны 700 гектарға еткән. Бынан тыш, уның 150 гектар сабынлыҡ ерҙәре лә бар. Был майҙанда үҫтерелгән күстерә менән люцернанан әҙерләнгән бесәнде халыҡ бик теләп һатып ала. Ваҡытында сабып-йыйылған бесәндең сифаты яҡшы була шул.

КФХ баҫыуҙарында нигеҙҙә бөтә иген культуралары: һоло, арпа, бойҙай үҫтерелә. Ике йыл рәттән етен сәскәндәр. Тәүге йылы һынамаҡҡа был культураны 100 гектарҙа ултыртып ҡараған фермер. Ярайһы уҡ уңыш биргән, һатыу хаҡы ла булған етенде былтыр 200 гектарҙа сәскән, быйыл иһә был культураның майҙанын тағы 100 гектарға арттырырға иҫәп тота.

— Тағы шуныһы: етенде мал ашай һалмай. Ә башҡа культуралар саҡ ҡына баш ҡалҡыттымы, шунда уҡ мал төшә башлай, тапап-ашап тәләфләй. Беҙҙең баҫыуҙарға Дәүләт, Яңауыл, Юлдаш, Ҡушый малдары ла төшә. Ҡарауһыҙ йөрөгән малдар күп, өҫтәүенә һуңғы йылдарҙа йылҡылар һаны ишәйҙе, — тип сәсеүлектәргә малдарҙың даими зыян килтереүенә борсола фермер. — Ауылға терәлеп ятҡан баҫыуҙы кәртәләп алырға тура килде, шунһыҙ уңышҡа өмөт юҡ. Әммә бөтә майҙанды кәртәләп тә бөтөп булмай шул...

Бөгөн Уразбай Насип улы яҙғы хәстәрлектәр менән янып йәшәй: тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеү агрегаттары, сәскестәр, тракторҙар мөһим кампанияны ваҡытында үткәреү өсөн ентекле йүнәтелә, орлоҡтар эшкәртелә. Ҡыҙыу баҫыу эштәре осоронда, ғәҙәттә, туғандары, дуҫтары ярҙамға килә. Ә ғәмәлдә иһә Уразбай Насип улы үҙе һәр эшкә маһир: тракторҙа ла йөрөй, автомобилгә лә ултыра, комбайн штурвалы артында ураҡ урыу ҙа бер ни тормай уға. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡулынан килмәгән эш юҡ.

— Элиталы орлоҡтар сәсергә тырышам. Нигеҙҙә «Әбйәлил сорт участкаһы»нан алабыҙ, башҡа яҡтарҙан да ҡайтарабыҙ орлоҡ материалын. Уңыш алам тиһәң, сорттарҙы яңыртып тороу мөһим. Хәҙер игенең булһа, һатып алыусыһы табыла. Бер мәл игенгә хаҡ төшөп, үҫтерелгәнде һата алмай бер булынды. Хәҙер, шөкөр, бойҙайҙы «Ситно» йәмғиәтенә һатабыҙ, ваҡытында иҫәпләшә, — тип игенгә хаҡтың булыуына ҡыуанысын йәшермәй булыҡлы хужа.

Ә етен Әлмөхәмәт элеваторына оҙатыла. Ул, үҙ сиратында, уны сит илдәргә һата.

— Үҙебеҙҙәге элеваторҙың был культураға махсуслаша барыуы һөйөндөрә. Ете йыл элек «Красная Башкирия» хужалығы ул йылдарҙа тәүләп үҫтергән етенде үҙҙәре вагондарға тейәп, Европаға оҙата ине, — ти фермер.

Юлда осраған ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, эштәрен уңышлы алып барыуҙа фермерҙың уң ҡулы, кәңәшсеһе булған ҡатыны Зөлфиә Фауариз ҡыҙы менән төп терәге — балаларының ярҙамы ҙур, әлбиттә.

Уразбай Насип улы өлгөлө ғаилә башлығы булараҡ та билдәле. Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан «Атайсал» гәзите менән Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Урал аръяғының 100 ғаиләһе» бәйгеһендә еңеүсе булараҡ, Юлдыбаевтар ғаиләһе тураһында мәҡәлә «Дан ғаиләләр гөлләмәһе» исемле китапҡа индерелде һәм улар конкурсты ойоштороусыларҙың махсус бүләгенә лайыҡ булды.

Юлдыбаевтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала буй еткергән. Медицина өлкәһен һайлаған Нияз Магнитогорск ҡалаһында онколог булып эшләһә, дини йүнәлештә юғары белемгә эйә Ғаяз Төркиәлә уҡыта. Ҡыҙҙары Гөлназ — Сибай интернат-гимназияһы уҡыусыһы.

Үҙ эшен бар күңелен һалып башҡарған тырыш фермерҙың ауылы өсөн янып йәшәүе ҡыуаныслы. Әүнәштә ойошторолған бөтә сараларға даими бағыу-сылыҡ итеүе лә ошоно раҫлай. Үҙ еренең патриоты булған Уразбай Насип улының ауылда мәктәп булмауы, әле килеп, балалар баҡсаһы ябылыу алдында тороуына күңеле әрней.

— Ни тиһәң дә, ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы бар икән, йәштәр йорт һаласаҡ, тимәк, ауыл йәшәйәсәк. Бына Таштуйҙа мәктәп төҙөгәйнеләр, ауыл ҙурайҙы, ә беҙҙә, киреһенсә, — тип борсола ул.

Йәнтөйәгенең бөгөнгөһө, киләсәге өсөн борсолған, бар ғүмерен ерҙә эшләүгә бағышлаған Уразбай Насип улы Башҡортостан телерадиокомпанияһының «Ҡурай» каналы иғлан иткән «Ҡурай даны» телепремияһына лайыҡ булыуы уның уҙған ғүмеренә, башҡарған эшенә оло баһа тип ҡабул итергә кәрәктер.

Был премияға дәғүә итеүселәрҙе билдәле өлкәләрҙә ҙур танылыу яулаған кешеләрҙе асыҡлау маҡсатында тамашасылар үҙҙәре тәҡдим итте һәм уларҙың һөнәри оҫталығынан сығып, баһалама ағзалары номинанттарҙы һайлап алды. Премияға дәғүәселәр менән таныштырыу барышында, каналда улар хаҡында фильмдар күрһәтелде. Унан инде смс-тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә еңеүселәр билдәләнде. Уразбай Насип улы үҙ номинацияһында ете дәғүәсе араһында иң күп балл йыйып, «Ҡурай даны» исемле миҙал һәм диплом менән бүләкләнеп, «Ер кешеһе» тип нарыҡланды

Был премияның, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, ерҙә эшләргә яратҡан, «Ер кешеһе» исемен йөрөтөргә лайыҡлы Уразбай Юлдыбаевҡа бирелеүе шәп!

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: