+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
8 Апрель 2020, 11:55

Аграрийҙарға ярҙамға

Сәсеүҙә, мал аҙығы әҙерләүҙә, урып-йыйыуҙа күп нәмә агротехнологик сроктарҙы күҙәтеүгә бәйле.#ВладимирПутин

Заманса техникаһыҙ был эштәрҙе урын-еренә еткереп башҡарып булмай. Техника паркын яңыртыуҙың иң нәтиҗәле ысулы – "Росагролизинг" акционерҙар йәмғиәте тәҡдим иткән финанс схеманы файҙаланыу отошло.
Компанияла аграрийҙар өсөн махсус шарттар эшләнгән. Техниканы хәҙер, лизингка ҡарамайынса, тәү иғәнә һәм аванстан башҡа һатып алырға мөмкин. Шулай ук был төп бурыс буйынса кисектереүҙе лә үз эсенә ала һәм ул бер йыл ғәмәлдә буласаҡ. Лизинг килешеүе нигеҙендә сығымдар артыуын 8 йылға тиклем кисектереп торорға була. Әйтеүҙәренсә, бөтә ташламалар һәм акцияләр һаҡлана. Аграрийҙар өсөн был тәҡдим 1 июнгә тиклем ғәмәлдә.
Рәсәй Президенты билдәләгән дәүләт проекттары ауыл хуҗалығын үҫтереүҙе лә күҙ уңында тота. Был башланғыс төбәк өсөн бик мөһим, республика ошо йүнәлеш буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй.
Читайте нас: