+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
10 Апрель 2020, 15:12

Йыл ғына уңышлы килһен, игенселәр һынатмаҫ

«Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы игенселәре бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер.

«Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы игенселәре бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер. Шулай ҙа ҡыҙыу мәлдә өҙлөкһөҙ эшләү өсөн механизаторҙар техниканы, тупраҡты эшкәртеү, сәсеү агрегаттарын тағы бер тапҡыр тикшерә, көйләй. Һеҙ һүрәттә күргән Джон Дир водителе Ринат Рамаҙанов менән баш инженер Ишморат Мәһәҙиевты ошондай мәлдә тап иттек тә инде.

Тотош илдә коронавирус пандемияһына бәйле, карантин иғлан ителеп, күп ойошма-учреждениелар үҙаллы изоляциялауға китһә лә, был ауыл хужалығы тармағына ҡағылмай. Сөнки халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү — беренсел бурыс, тәү урында тора. Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында ла яҙғы баҫыу эштәренә һуңғы әҙерлек эштәре дәррәү бара.

— Эш ғәҙәти режимда алып барыла, әммә шул уҡ ваҡытта мәкерле сирҙе таратыуға юл ҡуймау маҡсатында бөтә һаҡланыу саралары күҙәтелә, — тип башланы һүҙен «Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы директоры Ф. Ғ. Сәғитов. — Яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ техника, агрегаттар тулыһынса әҙер, эшсе кадрҙар етешә. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, өҫтәүенә, уның артыуы күҙаллана.

Предприятие етәксеһе һүҙҙәренсә, яҙғы баҫыу эштәренә 20 берәмек техника йәлеп ителәсәк. Көндәр ыңғайлап, ер һурығыу менән Ирәмән Төркмәнов, Хәлил Ғүмәров, Искәндәр Туҡтағолов МТЗ-ла һәм Т-150 тракторында Рәфҡәт Мырҙабаев дым ҡаплауға төшәсәк.

Сәсеүҙә бөтәһе һигеҙ комплекс ҡатнашасаҡ: сәскестәр тағасаҡ ете Джон Дир һәм бер К-700 тракторҙары, орлоҡ, яғыулыҡ ташыясаҡ автотранспорт та әҙерлек һыҙығында тора.

Был мөһим кампанияны ваҡытында башҡарыу өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек күләмдә тупланған.

— Уҙған йылдағы күләмдә сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. Йылдағыса бойҙай, арпа, һоло, етен, көнбағыш, бер йыллыҡ үләндәр сәсәсәкбеҙ. 350 гектар ерҙе парға ҡалдырырға ниәт. Шулай уҡ быйыл көҙгөһөн ерҙе һөрөп ҡалдырыуға ла иғтибарҙы арттырмаҡсыбыҙ, — тип пландары менән уртаҡлаша Фирғәт Ғәрифйән улы.

Предприятиела сәсеү материалы етерлек күләмдә тупланған, улар таҙартылған, орлоҡтарҙы ағыулау өсөн препараттар алынған.

— Быйыл эшселәрҙең көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға ҙур иғтибар биреләсәк. Станды электр уты булған урынға күсереү хаҡында уйлайбыҙ. Станда мунса ултыртыу ҙа планда бар. Сәсеүҙә ҡатнашасаҡ игенселәрҙе туҡландырыу мәсьәләһе лә көн үҙәгендә, был тәңгәлдә бөгөн аҙыҡ-түлек һатып алына, — ти етәксе.

Әйткәндәй, филиал етәкселеге техниканы яңыртыуға ҙур иғтибар бүлә. Уҙған йылда катуклау агрегаты, көнбағышты сабыу өсөн махсус сапҡыс алғандар. Ә ошо көндәрҙә иһә етен кеүек ваҡ орлоҡло культураларҙы сәсеүгә тәғәйенләнгән сәскес килеүен көтәләр. Шулай уҡ быйылдан «Агросигнал» программаһын ҡуйыу ҙа планға алынған. Был программа ярҙамында техникалағы яғыулыҡтың иҫәбен алып барырға, башҡарылған эштәр күләмен күрергә мөмкинлек бирә икән. Яҡын арала Йәнгелдәге ырҙын табағында үлсәгесте үҙгәртеп ҡороуҙы башларға торалар. Шулай уҡ ураҡ башланғанға тиклем ырҙын табағындағы келәттәрҙең ҡыйығын алмаштырыу ҙа ҡаралған. Былтыр башланған МТМ бинаһының ҡыйығын яңыртыу эше быйыл тамамланасаҡ.

— Игенсе өсөн төп бурыс — орлоҡто ергә дым булғанда һалып ҡалыу. Сөнки был эште ваҡытында һәм сифатлы атҡарып сығыу буласаҡ уңышта сағыла-саҡ. Уңыш һәйбәт булһа, предприятиены артабан үҫтереү мөмкинлеге буласаҡ. Йыл ғына уңышлы килһен, беҙҙең эшселәр һынатмаҫ, — тигән ныҡлы ыша-ныста предприятие директоры.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: