+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
15 Апрель 2020, 12:01

Игенсе өсөн яуаплы осор етте

Тәбиғәт нисек кенә көйһөҙләнмәһен, ауыл хужалығы эшсәндәре һәр аяҙ сәғәтте файҙаланып, баҫыуға сыҡты.

Күптәр яҙҙың иртә килеүен күҙаллаһа ла, тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Көндәр йылынып, аяҡ аҫты кибеп бөттө тигәндә, ҡар яуып һалып ҡуя, ҡояш үҙенең нурҙары менән тирә-яҡты балҡытып, ҡарҙы ҡапыл иретеп ебәрә, унан күп тә үтмәй, тағы ерҙе туңдыра.

Тәбиғәт нисек кенә көйһөҙләнмәһен, ауыл хужалығы эшсәндәре һәр аяҙ сәғәтте файҙаланып, баҫыуға сыҡты. Яҙғы баҫыу эштәре республиканың бөтә 54 районында ла алып барыла.

Район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Вил Миянов әйтеүенсә, «Аграрий», «Дәүләт сорт участкаһы», «Башаҡ» хужалыҡтарында ошо көндәрҙә бер мең гектарҙа дым ҡапланған. «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы игенселәре 200 гектарҙа ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу эшен башҡарған. «Завет» йәмғиәте күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға төшкән.

— Көндәр яҡшы торһа, ошо арала ҡалған хужалыҡтар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла яҙғы баҫыу эштәренә тотонасаҡ, — ти Вил Нәжип улы.

Баш агроном билдәләүенсә, бөтә хужалыҡтар ҙа яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ трактор-машиналар, тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеү агрегаттары, сәсеү комплекстары әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.

— Сәсеүҙе ваҡытында һәм уңайлы шарттарҙа атҡарып сығыу өсөн бар шарттар булдырылған. Орлоҡтарға килгәндә, хужалыҡтар уны көҙҙән үк әҙерләп ҡалды, улар тулыһынса таҙартылған, әле уларҙы ағыулау эштәре алып барыла. Яғыулыҡ-майлау материалдары менән дә тәьмин ителгәнбеҙ. Механизаторҙарға ҡытлыҡ юҡ, улар медицина тикшереүе үтте һәм хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин ителгән, — ти В. Миянов игенселәрҙең яҙғы сәсеү эштәренә әҙер булыуына тағы бер тапҡыр баҫым яһап.


* * *

Уҙған аҙнала яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек мәсьәләһе ҡаралған кәңәш-мәлә БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов сәсеү эштәрен үткәреү өсөн 13,55 миллиард һум аҡса талап ителеүен һәм был сумманың уҙған йыл менән сағыштырғанда ете процентҡа күберәк булыуын белдерҙе. Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында республика етәкселеге тармаҡҡа өҫтәмә 11,8 миллиард һум бүлгән. Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, министрлыҡ хәлде контролдә тота.

Республика Башлығы Радий Хәбиров был шарттарҙа ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеүҙе әүҙемерәк атҡарырға ҡушты.

— Эшкәртеү буйынса программа ҡабул итергә кәрәк. Яҡынса аналитик эш башлағыҙ. Иҡтисади хәлде күҙ уңында тоторға кәрәк, тик эшкәртеү мотлаҡ булырға тейеш. Ай дауамында тәҡдимдәрегеҙҙе көтәм. Шул уҡ ҡуйыртылған һөт етештереү алымына төшөнәйек. Ни өсөн беҙ мәктәп уҡыусыларын уның менән тәьмин итә алмайбыҙ? Ҡайҙа беҙҙең макарондар? Беҙ уны етештерергә өйрәнә алырбыҙмы? Юҡ икән, ярар, икенсе нимәлер етештерәйек. Тап эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам итеү программаһын башлағыҙ, — тине Радий Хәбиров.

Аҡыллыға ишара. Яҡын киләсәктә был тәңгәлдә программа эшләй башлаһа, тимәк, кемдер ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса үҙ эшен асыуға, уны үҫтереүгә дәүләт ярҙамы аласаҡ. Шулай уҡ ҡабул ителәсәк программа нигеҙендә балаларыбыҙ үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы һәм файҙалы аҙыҡ менән туҡланасаҡ.

Был ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүселәр өсөн дә ҡулай: һатып алыусыны әллә ҡайҙан эҙләргә кәрәкмәй, шул уҡ ваҡытта уларҙы тағы ла сифатлыраҡ продукция етештереүгә этәрәсәк.

Нимә генә тиһәң дә, Хөкүмәт ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә йөҙ борғанда, аграрийҙар тырышып эшләйәсәк. Йыл ғына уңайлы килһен, игенселәр, малсылар ҙа ғәҙәтлән-гәнсә, халыҡты үҙҙәренең продукцияһы менән тәьмин итеү өсөн бар тырышлыҡтарын һаласаҡтар.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: