-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
17 Апрель 2020, 10:05

Ауыл хужалығына эшсе ҡулдар кәрәк

Коронавирус таралыу һөҙөмтәһендә эшһеҙ ҡалғандар ауыл хужалығын үҫтереүҙә ярҙам итә ала. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан аграрийҙары коронавирус таралыу һәм донъя иҡтисадында хәлдәр ҡатмарлашыу шарттарында ауыл хужалығы эштәренә вахта ысулы менән эшләгәндәрҙе һәм эшһеҙҙәрҙе йәлеп итә башланы.
Яҙғы баҫыу эштәре осоронда ауыл хужалығы тармағы ғәҙәттә кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Бөгөн республикала был тәңгәлдә 1500 эш урын барлығы билдәле. Нигеҙҙә механизаторҙар, комбайнсылар, водителдәр талап ителә, шулай уҡ һауынсылар һәм малсыларға ла ихтыяж ҙур. Тупраҡты эшкәртеү һәм сәсеү эштәренә Башҡортостан аграр университетының “Башаҡ” студенттар отрядтары ла йәлеп ителгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән милли проекттар сиктәрендә ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. “Илдә һәм республикала коронавирус таралыу был тармаҡта эште туҡтатырға тейеш түгел”, – тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Читайте нас: