Һуңғы көндәрҙең аяҙ, йылы тороуын файҙаланып, район игенселәре яҙғы баҫыу эштәренә дәррәү тотондо. Ҡайҙалыр дым ҡаплау бара, икенселәр ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу менән мәшғүл, бәғзеләр күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға төштө.
«Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарына беренсе булып Йәмил Ғәбитов сыҡты. Хужалыҡта ғына түгел, районда ла алдынғы тракторсылар иҫәбендә булған механизатор БМШ-15 маркалы заманса тырма эленгән Т-150 тракторында дым ҡаплауға тотондо. Тәжрибәле игенсенең эште сифатлы башҡарыуына шикләнмәй ҙә етәкселек.
— Был энәле тырма-тәпке тупраҡтағы дымды ҡаплау маҡсатында ҡамыл ҡалдыҡтары менән бергә ер өҫтөн йомшарта. Яҙғыһын, ғәҙәттә, баҫыу урыны-урыны менән ярылып ята, тупраҡтағы дым шунан өҫкә сығып бөтә лә инде. Ә был агрегат шул ярылған урындарҙы тырмап, күмеп тә бара, — тип аңлатма бирә үҙенең эшенә тракторсы.
«Аграрий» ЯСЙ-һының бөтә техникаһы ырҙын табағы биләмәһендә тупланған. Бөгөн бында, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, эш гөрләп тора. Һәр кем баҫыуға сығарыу алдынан үҙ техникаһына һуңғы тикшереүҙәр үткәрә, айырыуса культивациялау, сәсеү агрегаттары узелдары ҡабат-ҡабат тикшерелә, көйләнә.
Әйткәндәй, хужалыҡта машина-трактор паркын, ауыл хужалығы агрегаттарын яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр, йыл һайын ул заманса ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар менән тулыландырылып тора. Техни-каның яңы булыуы, сифатлы эшкә булышлыҡ итә. Быйылғы яҙғы баҫыу эштәренә хужалыҡ күптән түгел һатып алған өр-яңы «Омичка» сәскесе, «Кузбасс» культиваторы йәлеп ителәсәк. Яңы агрегаттар менән эшләү К-700 тракторҙарын «йүгәнләгән» Юнир Йәһүҙин менән Шамил Хәйбуллинға ышанып беркетелгән. Шулай уҡ парк МТЗ-82 тракторы менән тулыланған. Ошо арала ҡайтарылған яңы иген тейәгес-ырғытҡыс та яңы уңыш эшкәртеү осорон көтә.
— Яҙғы баҫыу эштәрен ғәҙәттәгенән 10 көнгә алдараҡ башланыҡ. Көндәр торһа, сәсеүгә лә иртәрәк төшөргә ниәт, — ти хужалыҡ етәксеһе Н. З. Әхтәмов. — Иң элек, Дәүләт янындағы күп йыллыҡ үлән баҫыуына һоло, эспарцет өҫтәп сәсеүҙе планлаштырғанбыҙ. Ғөмүмән, бөтә техника ҡыш буйына ентекле әҙерләнде, улар барыһы ла техник тикшереү ваҡытында лайыҡлы әҙерлек күрһәтте. Мөһим кампанияла ҡатнашасаҡ эшсәндәр медицина тикшереүе үтте, игенселәр бөтәһе лә хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин ителгән. Тиҙ арала дым ҡаплау, ерҙе культивациялау, иген культураларын сәсеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, шарттар тыуҙырылған. Механизаторҙар барыһы ла тәжрибәле, һәр береһе бурысына намыҫлы ҡарай. Эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Дым ҡаплауҙы тамамлағас, ужым культураларын тырмата башлайбыҙ.
Наил Зиннәт улы әйтеүенсә, культураларҙы сәсеүҙә эшләйәсәк тракторсылар Шамил Хәйбуллин менән Юнир Йәһүҙин әлеге мәлдә сәскестәрҙе тракторҙарына тағып, уларҙың гидравликаһын ҡарай, сәсеү нормаһын тикшереүгә айырыуса иғтибар бирә механизаторҙар.
МТЗ водителдәре Владимир Любимов менән Варис Солтанов «Бастер» агрегаттарының дискаларын алмаштырған, улар ҙа агрегаттарында һуңғы әҙерлек эштәрен алып бара.
Орлоҡто ергә һалыу менән сәсеүлектәрҙе мотлаҡ катуклау үткәреләсәк. Был эшкә Айнур Фәритовтың тракторы ла, катугы тулы әҙерлектә.
Шулай уҡ һәр эштә игенселәргә ярҙамға килергә әҙер ырҙын табағы мөдире Роберт Фәтхуллин, иретеп йәбештереүсе Радик Ғайсин, слесарь Тимур Әминев, быйыл эш башлаған ремонтсы Самат Әбдрәхимов яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында һәм сифатлы атҡарып сығыуға етди өлөш индерә.
Хужалыҡ етәксеһе белдереүенсә, быйыл иген культуралары, йәғни бойҙай, һоло, арпа 1450 гектарҙа сәселәсәк, 200 гектарҙы борсаҡ биләйәсәк.
Уҙған йыл етен, рапс, гәрсис, ҡарабойҙай культуралары 800 гектарҙа сәселгән. Тик етендән башҡалары уңыш менән ҡыуандырмаған. Шуға күрә быйыл был майҙанға тулыһынса етен сәсергә йыйыналар. Сөнки Наил Зиннәт улы әйткәнсә, етенде сит илдә бик теләп һатып алалар, өҫтәүенә хаҡы ла һәйбәт.
— Ошо көндәрҙә яҙғы баҫыу эштәренә кәрәк булған күләмдә яғыулыҡ-майлау материалдарын тулыһынса аласаҡбыҙ. Банктан кредит юллау мәсьәләһендә ҡытыршылыҡтар юҡ. Ялан батырҙарын йылы аш менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителгән. Орлоҡ, уны ағыулау материалдары талап ителгән миҡдарҙа тупланған. Иген таҙартыу бункерына һыу йыйылыу сәбәпле, сәсеү материалын ағыулау эше бер аҙ тотҡарланып тора. Ошо көндәрҙә барыһы ла яйға һалынасаҡ һәм бар көстө яҙғы баҫыу эштәрен өҙлөкһөҙ алып барып, уны ваҡытында һәм сифатлы атҡарып сығыуға йүнәлтәсәкбеҙ, — тип ышандырҙы хужалыҡ етәксеһе.
Бер һүҙ менән әйткәндә, «Аграрий» игенселәренең кәйефе күтәренке, хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеп, тәғәйен эште үҙ мәлендә башҡарырға ынтыла улар, сөнки нәҡ уларҙың тырышлығы менән киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалына.