Районда яҙғы баҫыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. «Башаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторҙары ла тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеүҙе, йәғни баҫыуҙарҙы тырмалау, дискалау, катуклауҙы ойошҡанлы алып бара.
— Тырма, диск, катук таҡҡан тракторҙар барыһы ла баҫыуҙа. Машина-трактор ихатаһында ҡалған техника сәсеү эштәренең башланыуына тулы әҙерлектә, механизаторҙар ҙа мөһим кампанияны түҙемһеҙлек менән көтә. Шулай ҙа бер кем дә өйҙә ятмай, көн дә килеп трактор-агрегаттар янында, — тип ҡаршы алды беҙҙе хужалыҡтың механигы Рафаил Гәрәев. — Төп бурыс — нисек кенә булһа ла тупраҡтағы дымды һаҡлап ҡалыу. Шуға күрә бөтә көс әлегә шуға ташланған, — ти хужалыҡ етәксеһе Ғ. С. Мәжитов. — Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл хужалығы эшсәндәренең тырыш хеҙмәте менән буласаҡ уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалына.
МТЗ-82 тракторында — Сәлим Искәнйәров, ДТ-75-тә — Әхәт Хәсәнов, Т-4-тә Биктимер Әхтәмов сәсеүлектәрҙә тырматыу менән мәшғүл. К-700 ҡеүәтле тракторында Марат Хөббөтдинов баҫыуҙарҙы бер юлы тырмап, дискалап та барған агрегат менән эшкәртә. Юл ашаһында ғына Шәмсетдин Әсфәнйәров катуклау эшен алып бара.
Хужалыҡта агротехник сараларҙың теүәл үтәлеүенә ҙур иғтибар бирәләр. Ғаяз Мәжит улы әйтеүенсә, баҫыуҙар ғәмәлдә ике тапҡыр катуклана, йәғни дым ҡаплау маҡсатында һәм культуралар сәселгәс, уларҙан тағы бер тапҡыр катук үтә. Был орлоҡтар шытып сыҡҡансы дымды һаҡларға булышлыҡ итә икән.
Яғыулыҡҡа, орлоҡҡа ҡытлыҡ юҡ, барыһын да етәкселек алдан хәстәрләгән. Орлоҡто яңыртып сәсеүгә даими иғтибар бирәләр хужалыҡта. Шунһыҙ мул уңышҡа өмөт итеп булмай, әлбиттә. Әле Ҡурғандан 18 тонна элиталы бойҙай орлоғо ҡайтарылған. Ошо арала Илеш районынан шулай уҡ элиталы 10 тонна һоло, 8 тонна арпа килтерелеүен көтәләр. Талап ителгән күләмдең ҡалған өлөшөн үҙҙәре әҙерләгән орлоҡ материалы тәшкил итә. Ул таҙартылған, тейешле кондицияға еткерелгән. Сәсеүгә төшөү менән орлоҡто ағыулау ҙа башланасаҡ. Был маҡсатта тәғәйенләнгән ҡеүәтле ҡоролма булыуы эште тиҙ арала, сифатлы атҡарып сығырға мөмкинлек бирә.
Культураларҙы сәсеүгә өс агрегат сығасаҡ. Тәжрибәле игенселәрҙең береһе Алмас Таһиров идара итәсәк К-700 тракторына Томь-10 сәскесе тағыласаҡ. Александр Ғәниев менән Мәүлит Моратшиндың тракторҙарына СЗ-5 сәскестәре эленәсәк.
«Башаҡ» эшсәндәре дым ҡаплауҙы ике көндә тамамларға иҫәп тота, 27 апрелгә иһә катуклау эшен дә теүәлләргә планлаштыралар.
— Сәсеүгә көндәрҙең нисек килеүенә ҡарап төшәбеҙ инде, ҡояш йылытһа ла тупраҡ өлгөрмәгән әлегә. Былай 1 майға сәсә башларға планлаштырабыҙ, — ошондай уй-ниәттәр менән йәшәй эшсәндәр.
Хужалыҡта быйыл бойҙай 700 гектар майҙанды аласаҡ, арпа — 800, һоло — 330 гектар майҙанда ултыртыласаҡ. Үтемле лә, аҡсалы ла һаналған етен 520 гектарҙа сәселәсәк.
Ашнаҡсылар Миңзәлә Шакирйәнова менән Зөлфиә Шаһивәлиева ла игенселәр менән бергә ҡыҙыу осорҙо башлағандар. Машина-трактор ихатаһында булғандар ашхананың үҙендә туҡлана, баҫыуҙа булғандарҙы эш өҫтөнә алып барып туйындырыу мәсьәләһе хәл ителгән.
«Башаҡ» йәмғиәте техника паркын яңыртыуға ла етди иғтибар бирә. Быйылғы ураҡта яңы һатып алынған Акрос комбайны ҡатнашасаҡ, иген, шулай уҡ мал аҙығы культураларын сабыуға махсуслашҡан үҙ йөрөшлө сапҡыс та урыу эштәрен тиҙләтеүгә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ Туман-2 һиптергесен алыу мәсьәләһе хәл ителеү өҫтөндә.
Ғаяз Мәжит улы әйткәнсә, кемделер айырып билдәләү мөмкин түгел, барыһы ла тырышып эшләй. Нәҡ уларҙың намыҫлы хеҙмәте менән мул уңышҡа өмөт итәләр ҙә инде хужалыҡта.