-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
24 Апрель 2020, 12:04

Ветеринар — шәфҡәтле һәм кәрәкле һөнәр

26 апрель — Халыҡ-ара ветеринар табиптар көнө.

Бөйөк врач-физиолог Иван Павлов: «Врач кешене дауалай, ветеринар — бөтә кешелекте», тигән. Был өлкәлә эшләгән белгестәр малдарҙы төрлө ауырыуҙарҙан дауалап ҡына ҡалмай, ул сирҙәрҙең кешеләргә таралыуын да иҫкәртә. Районда ветеринар хәүефһеҙлек өлкәһендә һаҡта ветеринар табиптар, ветфельдшерҙар һәм ветсанитарҙарҙың ҙур отряды тора. Шуларҙың береһе — 32 йыл ғүмерен ошо өлкәлә эшләүгә бағышлаған Н. Ҡ. Нәжметдинов.

Михайловка мәктәбен тамамлаған Намаҙбай ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инә. Ул саҡтағы «Путь Ленина» колхозының стипендиаты булғас, төрлө йылдарҙа практикаларын ошонда үтә һәм ҡулына диплом алғас та, тыуған хужалығына эшкә ҡайта.

Таштимер фермаһында ветеринар табип булып башлай хеҙмәт юлын Намаҙбай Ҡорманай улы. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған йәш белгесте күп тә үтмәй колхоз етәкселеге хужалыҡҡа баш ветврач итеп тәғәйенләй.

Колхоздар-совхоздар бөтөрөлгәс иһә, Таштимер ветеринар участкаһында байтаҡ йылдар мөдир булып эшләй Н. Нәжметдинов. Унан инде район ветеринария станцияһы етәкселеге үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән мал табибын үҙҙәренә эшкә күсерә.

Төп ойошмала эшләүенә лә тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Бөгөн Намаҙбай Ҡорманай улы — район ветеринар станцияһының эпизоотик хәлгә ҡаршы отрядын етәкләй. Үҙенең ҡул аҫтында эшләгән ветврач Ләйсән Фәтхуллина, ветфельдшер Мәүлит Низамовтың намыҫлы эшен билдәләй етәксе. Шулай уҡ водитель Радмир Баймөхәмәтовтың да өлөшө ҙур икән.

— Беҙҙең отряд халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатынан сығып, хужалыҡтарҙың, фермерҙарҙың, шулай уҡ ауыл халҡының малына төрлө ауы-рыуҙарға ҡаршы эшкәртеү үткәреү, төрлө сирҙәргә тикшереүҙәргә уларҙан ҡан алыу менән мәшғүл, — тип таныштыра үҙенең эше менән отряд етәксеһе. — Белеүегеҙсә, Рәсәй буйынса эпизоотик һәм ветеринар-санитар хәлдәрҙең бик яҡшынан булмауы, бигерәк тә Башҡортостанды уратып алған күрше өлкәләрҙә хәүефле ауырыуҙарҙың осрап тороуы, республикала төрлө сирҙәрҙең килеп сығыуы тотош ветеринария хеҙмәткәрҙәренә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.

Ветеринарҙар шулай уҡ малдарҙы идентификациялауға ла етди иғтибар бирә.

— Был эш башланған мәлдә малдарына тамға һалыуға, бирка йәки чип ҡуйыуға ҡаршы булғандар байтаҡ ине. Хәҙер кешеләр үҙҙәре тамға һалыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Сөнки юғала ҡалһа, тамғалы булыуы арҡаһында ғына үҙ малыңды табып, ҡайтарып алыу мөмкинлеге булыуын аңлайҙар, — ти ул.

Мәҫәлән, ауылдағы йылҡы малы бер өйөрҙә йөрөгәс, ҡолондар оҡшаш була. Көҙ еткәс, кәртәгә индерер алдынан һәр кем ҙурырағын үҙенеке иткеһе килә икән. Шулай берәү күршеһенең тайын индереп бикләгән, малда чип барлығын белмәгән, күрәһең. Ветеринарҙы саҡыртып, сканер аша чиптағы мәғлүмәттән кемдең малы икәнлеге шунда уҡ асыҡланып, күршеләр араһындағы низағҡа нөктә ҡуйылған.

Ветеринарҙарға Ишҡол ауылында оҙаҡ ваҡыт эйәһеҙ ике баш һыйыр малы йөрөүен һәм биркаларындағы һандарҙы әйтәләр. Мәғлүмәт базаһынан был малдарҙың кемдеке икәнлеген асыҡлап, хужаһына хәбәр итәләр. Баҡтиһәң, һыйырҙар икенсе ауылдыҡы булған — бының кеүек миҫалдар бихисап.

Фермер Рамил Юлдыбаев үҙ хужалығындағы булған аттарға ғына түгел, бөтә һыйырҙарына ла чип ҡуйҙырған. Был алым фермерға иҫәп алып барыуҙы еңеләйтә. Чипта кәрәкле бөтә мәғлүмәт туплана: кемдең малы булыуынан алып, ниндәй прививкалар яһалған, ниндәй ветеринар саралар үткәрелгән һ.б.

Бирка ҡуйыу, әлбиттә, осһоҙораҡ, ул 25 һум тора, ләкин чип, ҡиммәт булһа ла үҙен аҡлай, ул мәңгелеккә ҡуйыла икән. Бирка, чип, йә тавро ҡуйыуҙы ветеринарҙар мал эйәһенең теләгенән сығып ҡуялар.

Әле йылҡыларға паспорттар эшләнә. Мал тураһында бөтә мәғлүмәт индерелгән паспорттарҙың күсермәһе район хакимиәтендә һәм ауыл хужалығы идаралығында һаҡлана.

— Бөгөн һыйыр-һарыҡ, аттар ғына түгел, эттәр һәм бесәйҙәр ҙә тамғаланырға тейеш. Бер-ике йылда халыҡ был талапты аңлар, тип ышанабыҙ. Йыл башынан 153 эт эхинококкокозға ҡаршы тикшерелде, — тип һөйләй Намаҙбай Ҡорманай улы.

Тикшереүгә ебәрелгән анализдарҙың икәүһе ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Ауырыу сыҡҡан эттәр юҡ ителгән. Шулай ҙа районда бер кешелә эхинококкоз сире асыҡланған. «Лаборатор тикшереүҙәр хужаның этендә был ауырыуҙы тапмаған, сирҙе, күрәһең, урман-ҡырҙа йоҡторғандыр, сөнки был ауырыу ҡырағай хайуандарҙа ла осрай», — ти ветеринар.

Йыл башынан 9279 баш малдан ҡан алынған. Тикшереүҙәр 39 һыйырҙа лейкоз ауырыуы барлығын күрһәткән, уҙған йылда 7097 баш тикшерелеп, 236 башта ошо ауырыу сыҡҡан.

— Лейкоз ауырыуы асыҡланған һыйырҙарҙың хужаларына хат ебәрелә. Бындай осраҡта малды тотоноу мотлаҡ. Әгәр быуаҙ булһа, уны ҡырға сығармайынса ҡурала аҫрап, быҙаулағас, тотонорға тейеш. Сөнки бындай мал үрсетеүгә бармай. Әммә уның ите ашауға яраҡлы, шуға уны һуйып үҙеңә ашарға ла, һатырға ла була, — ошондай аңлатма бирә табип.

Ветеринария хеҙмәткәрҙәре төрлө ауырыуҙарға юл ҡуймаҫ өсөн районға ситтән мал индергәндә айырыуса иғтибарлы булырға тейешлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды Н. Ҡ. Нәжметдинов:

— Ҡырҙан килтерелгән һәр мал тикшерелергә тейеш. Ғәҙәттә, фермерҙар ситтән күпләп мал һатып алһа, ветеринарҙар малды алып ҡайтҡанда улар менән бергә бара, сөнки малдың документтарын етди тикшереү талап ителә. Килгәс, малдар тағы бер ай карантинда тотолоуын да ҡәтғи күҙәтеү аҫтына алабыҙ. Был шәхси хужалыҡтарға ла ҡағыла. Ошо арала фермер Тимербулат Рәхмәтов Шаран районынан 40 баш тана ҡайтарырға тейеш, уның менән мотлаҡ Амангилде ветврачы Вафир Ғәйфуллин барасаҡ.

Бөтә был бурыстар ауылдарҙағы ветеринар участкалар, ветпункттар хеҙмәткәрҙәре менән берлектә башҡарыла. Малдарҙы яҙғы-көҙгө эшкәртеүҙә Вафир Ғәйфуллин етәкселегендә Амангилде (ветфельдшеры Талип Йәһүҙин, ветсанитары Тимербулат Ҡәҫтәрәмов) һәм Буранғол (Маҙһар Мәғәфүров, Зөлфир Баһауетдинов, Ҡасим Ғүмәров) ветучасткалары һәм Ишҡол пункты (Айрат Аҫылбаев, Вәхит Түлебаев) ветеринарҙарының һөҙөмтәле эшләүен билдәләне Намаҙбай Ҡорманай улы.

Шулай уҡ хаҡлы ялда булһалар ҙа, халыҡҡа хеҙмәт иткән Красная Башкирия һәм Байым ветучасткалары хеҙмәткәрҙәре Хәсән Аҫылғужин менән Хәйҙәр Хөснуллин үҙ эштәрен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.

Бөгөн ауылдарҙағы ветеринар участкаларының, ветпункттарының үҙ эш урындары, йәғни бүлмәләре булыуына ҡыуанысын йәшермәй Н. Ҡ. Нәжметдинов. Уның фекеренсә, былар барыһы ла эште нәтижәле, сифатлы алып барыуға булышлыҡ итә. Бөтә урында ла дарыу-препараттарҙы һаҡлау өсөн һыуытҡыстар ҡуйылған, улар компьютерҙар менән тәьмин ителгән, интернет үткән. Үҙҙәре хеҙмәтләндергән ауылдар халҡының малдары тураһында бөтә мәғлүмәт базаға индерелеп барыла.

— Ветеринария өлкәһенә йәштәр килергә ынтылып тормай. Килһәләр ҙә, оҙаҡ эшләмәйҙәр. Бөгөн беҙҙең хеҙмәтте ауыл хужалығы тармағына тиңләнеләр. Тимәк, ауыл хужалығына эшкә ҡайтҡан белгестәргә ҡаралған бөтә программалар, ташламалар буласаҡ ветеринарҙар өсөн ғәмәлдә, — тип был тармаҡтың йәш белгестәр менән тулыланыуына өмөтләнә Намаҙбай Ҡорманай улы.

Үҙ эшен яратып башҡарған, намыҫлы хеҙмәткәр өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Гөлфирә Борисовна ла оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта, ветлабораторияла эшләне. Тик оптимизация шауҡымы менән урында был хеҙмәт ябылып, Белоретҡа күсерелгәс, ул хәҙер өйҙә. Шулай ҙа бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәре менән бергә, айырыуса бөгөнгө дистанциялы уҡыу осоронда Нияз менән Азалияның төп ярҙамсыһы ла, кәңәшсеһе лә булған әсәй кешенең буш ултырырға ваҡыты юҡ.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: