+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
30 Апрель 2020, 12:02

Һабанда һайрашыр мәл етте

Хужалыҡтар менән бер рәттән фермерҙар ҙа яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы алып бара

Беҙ барғанда фермерҙар Сергей һәм Евгений Старцевтар игенселәре ашлама бушатыу менән мәшғүл ине.

— Ерҙе ашлау мотлаҡ, айырыуса тупраҡты нуль технологияһы буйынса эшкәрткәндә. Өс йыл элек аҙ майҙандарҙан башланған был эште сәсеүлектәребеҙҙә әкренләп арттыра барабыҙ. Быйыл бер гектарға 70 килограмм иҫәбенән ашлама индереүҙе планға алғанбыҙ, был аҡсаға әйләндергәндә 6 миллион һум, — ти Сергей Старцев.

Ошо арала үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов республикала яҙғы баҫыу эштәре барышы хаҡында мәғлүмәт биреп, уҙған аҙна эсендә тағы өс мең тонна минераль ашлама алыныуын еткерҙе, был тәңгәлдә бөтә райондарҙың да үҙҙәренең запасын арттырыуын билдәләне. Билдәле булыуынса, 2020 йылда ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә минераль ашламалар һатып алыуға төбәк субсидиялары биреү ҡаралған. Көрсөккә ҡаршы саралар һөҙөмтәһендә уларҙы һатып алыуға киткән сығымдарҙың алдан билдәләнгән 45 процент урынына 75 проценты кире ҡайтарыласаҡ. Был етештереүселәр өсөн, һис шикһеҙ, ҙур ярҙам.

— Һуңғы ямғырҙан һуң, баҫыуҙарҙы бер аҙ ел һуҡһа, дым ҡаплау эшен дауам итәбеҙ. Дөйөм алғанда, тракторҙар, агрегаттар тулыһынса әҙер. Кадрҙар бар. Әйткәндәй, беҙгә йәштәр күпләп эшкә килә, шуныһы ҡыуаныслы, — ти Евгений Старцев.

Ауыл хужалығында оҙаҡ йылдар эшләгән Фәнил Усманов менән Никита Старцев йәш кадрҙарҙың кәңәшсе-тәрбиәсеһе. Николай Федотов, Вил Ғилманов, Руслан Вәлишин, Илмир Сәфәрғәлин үҙ эшенең оҫталары менән иңгә-иң терәп эшләп, уларҙан ерҙә эшләү тәжрибәһен отоп ҡалырға тырыша.

Старцевтар баҫыуҙарында 890 гектарҙа бойҙай сәсеү планлаштырыла. Арпа — 760, һоло — 250, борсаҡ 300 гектар майҙанды аласаҡ. Шулай уҡ етен менән тары, ярашлы рәүештә, 220 һәм 560 гектарҙы биләйәсәк.

Әле 80 гектарҙағы күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу эше алып барыла. Шулай уҡ орлоҡтарҙы ағыулау тулы көсөнә бара.

— Район хужалыҡтары ғына түгел, фермерҙар ҙа һуңғы йылдарҙа ҡеүәтле тракторҙар, юғары етештереүсәнле сәсеү комплекстары һатып алды. Бындай заманса техника менән сәсеү эштәрен уңайлы ваҡытта һәм тиҙ арала башҡарырға мөмкинлек бар, — ти район башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов.

Старцевтарҙың да техника паркы ярайһы ныҡ. Фермерҙар, нигеҙҙә, нуль технологияһы буйынса эшләүгә ҡулайлашҡан техника тупларға тырыша. «Версатайл-2375» тракторы, Дон-651, «Кузбасс-А» сәсеү агрегаттары, «Туман-2» һиптергесе лә баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта атҡарып сығырға булышлыҡ итә. Яҙғы культураларҙы сәсеү осоронда «Версатайл»дан тыш, ике К-700, ике Т-150 тракторҙары баҫыуҙарҙы иңләйәсәк.

Ауыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кисәге көнгә 15500 гектарҙа дым ҡапланған, был тотош майҙанға ҡарата 71 процент. Ужым культураларын ашлау 1200 гектарҙа башҡарылып, был эш тамамланған, күп йыллыҡ сәсеүлектәрҙе өҫтәмә туҡландырыу дауам итә. Орлоҡ материалының 80 проценты ағыуланған.

Идаралыҡтың баш агрономы Вил Миянов әйтеүенсә, көндәр торһа, ошо аҙна аҙағына яҙғы сәсеү эштәренә тотош район буйынса старт биреләсәк.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: