+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
30 Апрель 2020, 12:12

Мул уңыш үҫтерергә яҙһын!

«Аграрий» игенселәре районда беренселәрҙән булып, яҙғы культураларҙы сәсеү кампанияһын башланы

Яуаплы миҙгелгә хужалыҡтың һыналған коллективы йыл да юғары кимәлдә әҙерләнә һәм яҙғы баҫыу эштәрен алдынғы технологиялар ингеҙендә атҡарып сыға. Быйыл да шулай булды: мәлендә ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде, етәкселек һәм коллективтың дөйөм тырышлығы менән техника-агрегаттар ваҡытында әҙерлек һыҙығына ҡуйылды, орлоҡ фонды яңыртылды.

Ер һурығыу менән хужалыҡтың бөтә техникаһы баҫыуға сыҡты. Күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәрен өҫтәмә туҡландырыу алып барыла, йәғни карбамид индерелә, был эш Владимир Любимов менән Варис Вәлиевҡа йөкмәтелгән. Юнир Йәһүҙин баҫыуҙы культивациялауға төштө.

Хужалыҡтың тәжрибәле игенселәренең береһе булған Шамил Хәйбуллин кисә иң яуаплы эшкә — сәсеүгә тотондо. Үҙенең К-700 тракторында ул беренсе көндө тәүге 50 гектарҙа орлоҡтарҙы дымлы тупраҡҡа һалды ла инде.

Водитель Александр Скурлатов үҙенең ГАЗ машинаһында тракторсыларға минераль ашлама, ә етен сәскән техникаға орлоҡ ташый. Заправкалаусылар Самат менән Сабит Әбдрәхимовтар баҫыуҙы өҫтәмә туҡландырыуҙа йөрөгәндәрҙең дә, етен сәскән К-700 тракторының да эштәрендә өҙөклөктәргә юл ҡуймай, һәр береһен тиҙ арала ашлама, орлоҡ менән тултырып та ебәрә.

Хужалыҡ етәксеһе Наил Әхтәмов әйтеүенсә, етен быйыл 700 гектар майҙанды биләйәсәк. Уны сәсеп бөтөү менән, агрегат борсаҡ сәсеүгә төшәсәк. 200 гектарҙы аласаҡ культураны 9 майға, һолоно 10 майға сәсеп бөтөргә иҫәп тоталар. Унан инде бойҙайға сират етә. Тотош хужалыҡ буйынса яҙғы сәсеү эштәрен 25-30 майға тамамларға иҫәп тоталар.

— Тупраҡтың өлгөрөүенә ҡарап, сәсеүҙе тиҙләтергә кәрәк, был хаҡта кисә үткән яҙғы-сәсеү эштәре буйынса штаб ултырышында республика ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов та әйтеп үтте, — ти Наил Зиннәт улы. — Сөнки премьер-министр урынбаҫары билдәләүенсә, быйылғы баҫыу осорона күҙаллауҙар борсоулы, илдә ҡоролоҡ булыуы мөмкин. Синоптиктар алдан әйтеүенсә, беҙҙең республикала ошо аҙна аҙағына көндәр яуым-төшөмһөҙ, ныҡ эҫе торасаҡ. Шуға күрә ерҙә дым булғанда, орлоҡто бураҙналарға һалып ҡалыу мөһим. Халыҡ әйтмешләй, иртә сәскән уңыр, бураҙнаһы тулыр.

Ошонан сығып, игенселәр алдына эште тейешле агротехник технологияларҙы күҙәтеп, сифатты күҙ уңынан ысҡындырмай мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта сәсеүҙе тамамлау бурысы ҡуйылған. Быға шикләнмәҫкә мөмкин — «Аграрий»ҙа бөтә мөмкинлектәр бар.

Хеҙмәт кешеһен дәртләндереү, эште күтәрмәләү маҡсатында ярыш шарттары булдырыу, удар өс-биш көнлөктәр ойоштороу, алдынғыларҙы бүләкләп барыу хужалыҡта матур йолаға әүерелгән һәм үҙенең тос емештәрен бирә.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: