+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Май 2020, 12:27

Хужалыҡҡа йәштәрҙең ярҙамы ҙур

Районда баҫыу эштәре киң ҡолас алды — бөтә хужалыҡтар, фермерҙар яҙғы культураларҙы сәсеүгә төштө.

Фермер Рамил Юлдыбаевтың сәсеүлектәрендә лә эш гөрләй. Баҫыуҙарҙы тырматыуҙа йөрөгән МТЗ тракторсылары Динар Хәкимов менән Юлай Әхмәтов, К-700 тракторына юғары етештереүсәнле БМШ тырмаһын таҡҡан Илдар Нартдинов тупраҡты әҙерләүҙе тамамлау өҫтөндә.

— Иң алда етенде сәсә башланыҡ. Элегерәк Әлмөхәмәт ауылы янындағы тау өҫтөндә ҡар иреп бөткәс кенә сәсеүгә төшкәндәр. Был ырым-һынамышҡа беҙ, игенселәр, бөгөн дә тоғро ҡалабыҙ. Көндәр ни тиклем ҡояшлы торһа ла, тауҙа ҡар тиҙ генә иремәне. Ҡар бөтөү менән сәсеүҙе башланыҡ, — ти Рамил Рәжәп улы.

Быйыл фермер етенде былтырғы майҙанды 100 гектарға арттырып, 1300 гектарҙа ултыртыуҙы планға алған. Бөгөн был культура заманса техника — Томь-10 сәскесе тағылған «Бюллер» тракторы менән сәселә. Ҡеүәтле техниканы мөмкин тиклем етештереүсәнле файҙаланыу маҡсатында агрегаттың эше ике сменала ойошторолған. Орлоҡтарҙы тупраҡҡа һалыу тәжрибәле механизаторҙар Раил Байрамғолов менән Ильяс Ямаловҡа ышанып тапшырылған.

Етен баҫыуында эш тамамланыу менән 200 гектарлыҡ һуғарыулы баҫыуҙарҙарҙа һоло менән виканы ҡушып мал аҙығына сәсәләр, ҡаплам аҫтына люцерна сәсергә лә иҫәп тоталар. Унан инде башҡа культураларға сират етә. Сәсеү эштәренә Илдар Нартдиновтың К-700, Урал Таулыбаевтың Т-150 тракторҙары менән «Омичка» сәскестәре тағылған агрегаттар ҙа ҡушыласаҡ.

Минераль ашламалар, орлоҡ ташыуҙа йөрөйәсәк Иҙрис Итҡолов, Сибәғәт Кәримов, Ришат Рыҫҡоловтарҙың техникаһы ла ҡыҙыу осорҙа өҙлөкһөҙ эшләүгә әҙер.

— Бынан алдағы йылдарҙа мал аҙығы культуралары өсөн ни бары 230 гектар тирәһе майҙанды файҙалана инек. Быйыл ул 800-900 гектарға еткереләсәк, — тип пландары менән уртаҡлаша фермер. — Быйыл «Ғаилә фермаһы» программаһында ҡатнашып, грант алыуға өлгәшһәк, мал һанын арттырырға тигән ниәт менән йәшәйбеҙ. Белеүегеҙсә, уҙған йыл һатып алған ҡара-ала тоҡомло һыйырҙар быҙаулап бөттө, бөгөн сауҙа нөктәләренә көнөнә 1200 тонна продукция оҙатабыҙ.

Шуға күрә мал аҙығы культураларын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирергә ниәтләйҙәр крәҫтиән-фермер хужалығында. Эспарцерт орлоғон ҡыштан хәстәрләп алғандар. Ул 140 гектарҙа ултыртыласаҡ. Сенажға судан үләне 300 гектарҙы биләйәсәк.

Арпа менән бойҙай 700-әр гектар майҙанда сәселәсәк. 100 гектарҙы борсаҡ биләйәсәк. Был майҙанға ултыртыу өсөн супер элиталы орлоҡ һатып алынған. Бойҙайҙың да «Экадо» суперэлиталы сортын алғандар. 318 гектарҙы биләйәсәк элиталы тары орлоғо ла ситтән килтерелгән. Ошо көндәрҙә орлоҡтарҙың һуңғы партияһы ҡайтарылған.

Әйткәндәй, килтерелгән орлоҡ, минераль ашламаларҙы бушатыуҙа, күмәк көс талап иткән башҡа эштәрҙә бөгөн коронавирус сире арҡаһында уҡыуҙарын өйҙәрендә дауам иткән төрлө ҡалаларҙа уҡыған студенттар (һүрәттә) ярҙам итә фермер хужалығына. Егеттәр өсөн күпмелер хеҙмәт хаҡы булһа, фермерға — эшсе ҡулдар.

Билдәле булыуынса, Рамил Юлдыбаев табыш килтереүсе проекттар конкурсында ҡатнашып, картуф үҫтереү буйынса грант яҡлап, эш башлап ебәргәйне. Хөкүмәт биргән 3 миллион һумға үҙенән бер миллион ярым һум ҡушып, картуф үҫтереү буйынса бөтә техниканы тупланы. Был маҡсатта бүленгән ерҙе һуғарыу өсөн система эшләй. Орлоҡто тупраҡҡа һалыу комбайны, рәт араларын эшкәртеү культиваторы, һиптереү ҡоролмалары, картуф йыйыу комбайнына өҫтәп, ошо көндәрҙә генә картуфты сорттарға айырыу машинаһы, транспортер, ҡабул итеү бункеры килгән. Йәғни, икенсе икмәк булған культураны игеүҙең тулы комплексы бар фермер хужалығында.

Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: