+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
19 Май 2020, 12:57

Орлоҡ дымлы тупраҡҡа һалына

Район ауыл хужалығы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, районда яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға яҡынлаша. Һәр игенсе, ерҙә дым бар саҡта, буласаҡ уңыш орлоғон уңдырышлы тупраҡҡа һалып ҡалырға ынтыла. «Завет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре лә мөһим кампанияны ваҡытында атҡарып сығыу өсөн бар тырышлығын һала.

Район ауыл хужалығы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, районда яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға яҡынлаша. Һәр игенсе, ерҙә дым бар саҡта, буласаҡ уңыш орлоғон уңдырышлы тупраҡҡа һалып ҡалырға ынтыла. «Завет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре лә мөһим кампанияны ваҡытында атҡарып сығыу өсөн бар тырышлығын һала.
Бөгөн хужалыҡта яҙғы баҫыу эштәре һуңғы гектарҙарҙа башҡарыла. Йәмғиәттә шуныһы үҙенсәлекле: бөтә сәсеү агрегаттары эште бер баҫыуҙа башҡара, унда эш тамамланғас, сираттағыһына күсә.
Беҙ йома көндө хужалыҡта булғанда Первомай ауылы янындағы баҫыуҙа ике Алтай тракторы ҡамыл сәскестәре менән сенажға һоло, вика һәм көнбағыш ҡатнашмаһы сәсеү менән мәшғүл ине, улар артынса уҡ дым ҡаплау маҡсатында Рафаил Дәүләтшиндың тырма таҡҡан тракторы килә. Бөгөнгә иһә игенселәр 340 гектар майҙанды биләгән был баҫыуҙа эште теүәлләп, икенсе көн бойҙай сәсә.
Икенсе баҫыуҙа иһә сәсеүгә әҙерлек эше дәррәү бара: бында тәгәрмәсле тракторҙар байтаҡ булып күтәрелеп өлгөргән ҡый үләндәренә ҡаршы эшкәртеү үткәрә. Сәғит Хафизов менән Азат Ибраһимовҡа Иван Вертопрахов үҙенең Т-150 тракторында химикаттар һәм уларҙан иҙмә әҙерләү өсөн һыу ташый. Ниғәмәт Исҡаҡов иһә тейешле миҡдарҙа иҙелгән химикат менән цистерналарҙы заправкалай.
— Был баҫыуҙы етен сәсеүгә әҙерләйбеҙ. Сүп үләне булмаһа, уңыш араһында төрлө ҡый үләндәре орлоғо ҡатнашмаһы булмаясаҡ. Уңыш таҙа булһа ғына сифатлы һанала, — ти механизаторҙар. Кисәге көнгә Валерий Конюховтың «Томь-6» агрегаты был баҫыуҙа етенде сәсеп тә ҡуйған.
Хужалыҡ етәксеһе Ғамир Ғәлләмов әйтеүенсә, кисәге көнгә хужалыҡ баҫыуҙарында мал аҙығы культуралары, һоло, етен сәсеү тамамланған, бөгөн-иртән бойҙай орлоҡтары ла тупраҡҡа һалынып бөтәсәк. Химикаттар менән эшкәртелгән баҫыу әҙер булғас, арпаға төшәсәктәр.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: