Республиканың ауыл хужалығы кооперативтарына һәм ғаилә фермаларына 70 миллион һумға тиклем гранттар бирелә.
Был турала төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр. Ведомствола билдәләүҙәренсә, конкурс яҡын арала башлана.
Конкурс процедураһы түбәндәгесә: ҡатнашыусыларҙы һайлап алғандан һуң, конкурсанттар әңгәмәгә саҡырыла. Бында улар үҙҙәренең проектын яҡларға һәм грант аҡсаһын нимәгә тотонасаҡтары хаҡында һөйләргә тейеш. Ғөмүмән, дәүләт ярҙамы матди-техник базаны яҡшыртыуға йүнәлтеүҙе маҡсат итә.
Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарына һәм ғаилә фермаларына булышлыҡ итеү буйынса грант программалары 2012 йылдан тормошҡа ашырыла. Һигеҙ йылда 310 ғаилә фермаһы дөйөм алғанда 1 миллиард һумдан ашыу дәүләт ярҙамы алған, 19 кооперативҡа 183 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.