+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
22 Май 2020, 11:30

Студенттар өсөн йәйге эш булдырырға

Рәсәй Президенты Владимир Путин агрохолдингтарға ауыл хужалығы өлкәһендә студенттар өсөн өҫтәмә йәйге эш ойошторорға саҡырҙы.#ВладимирПутин

“Эйе, студенттар отрядтары бөтә ерҙә лә эшләйәсәк, әммә йәйге осорҙа агрохолдингтарға Рәсәй студенттар отрядтары менән берлектә ауыл хужалығы өлкәһендә студенттар өсөн өҫтәмә йәйге эш ойошторорға тәҡдим итәм”, тип белдерҙе ил башлығы.
Был В. Путин белдереүенсә, ауыл хужалығы предприятиеларына һәйбәт, ышаныслы ярҙамсылар бирһә, йәштәргә күпмелер аҡса эшләү менән бер рәттән ваҡыттарын тәбиғәттә үткәрергә һәм ял итергә форсат булыр ине.
“Беҙ Рәсәй студенттары отрядтары хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән көндөҙгө бүлектә уҡығандарҙың бушлай эшсе һөнәр алыуын ойоштороу хаҡында һөйләшеп килештек. Был хаҡта Законға тейешле үҙгәрештәрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк индерергә кәрәк”, – тине Президент.
Читайте нас: