+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
22 Май 2020, 11:52

Тәүәккәл ҡатындың хужалығында эштәр уң бара

Әбделмәмбәт ауылынан фермер Сания Мортазинаның малдары көндәр йылыға тартыу менән Хөсәйен ауылы янында ғына урынлашҡан йәйләүгә оҙатылған.

Бөгөн һөтсөлөк тармағы йүнәлешендә эшләгән күп кенә хужалыҡтар, фермерҙар йыл әйләнәһенә малдарҙы ҡураларҙа тотоуға күсте. Малдарын ситкә ебәрмәй, ферма-комплекстар янында ла көтәләр. Шул уҡ ваҡытта осһоҙ һәм мул һөт алыу өсөн отошло тип, элеккесә һыйырҙарҙы йәйге лагерҙарға күсергән хужалыҡтар ҙа бар.

Әбделмәмбәт ауылынан фермер Сания Мортазинаның малдары ла көндәр йылыға тартыу менән Хөсәйен ауылы янында ғына урынлашҡан йәйләүгә оҙатылған.

— Дүртенсе йыл инде йәйгелеккә һыйырҙарҙы ошонда сығарабыҙ. Был тәңгәлдә эш башлаған тәүге ике йылда малдарҙы ауыл янында көттөк. Тик Әбделмәмбәт тирәләй көтөүлек мәсьәләһе бик киҫкен тора. Ә бында малдарҙы йөрөтөүгә урын да иркен, үлән бар, — тип үҙ эшмәкәрлеге менән таныштыра Сания Бикбулат ҡыҙы.

Оҙаҡ йылдар фермала һауынсы, мөдир булып та эшләгән Сания Мортазина 2015 йылда малсылыҡ тармағында үҙ эшен асыуға грант алыуға өлгәшә. Дәүләттән бирелгән ярҙамға, йәғни 950 мең һумға ҡара-ала тоҡомло 15 тана, ике һауыу аппараты, һыуытҡыс һатып алған. Мал тотҡас, уға аҙыҡ әҙерләү ҙә мотлаҡ булыуын иҫәпкә алып, тракторға арба менән КУН да хәстәрләгән.

Бөгөн фермер хужалығында 23 баш һыйыр, улар иҫәбендә быҙауламаған тана-һыйырҙар ҙа бар. Тағы ла 12 башмаҡ һыйырҙар менән бергә көтөүҙә йөрөй.

Һыйырҙарҙы йәйләүҙә Сания Бикбулат ҡыҙы йәйге осорға һауынсы итеп эшкә алынған Элвира Фәттәхова менән бергәләп һауа. Иртәнге сәғәт 6-ла һыйырҙарҙы һауынға индерәләр, теүәл 12 сәғәттән киске һауынға тотоналар. Һәр һауынды тамамлап, аппараттарҙы йыуып һәм башҡа эштәрҙе теүәлләп ҡайтыуға икешәр сәғәт ваҡыт китә.

Етештерелгән продукцияны Мәләүез һөт комбинатына оҙатыу өсөн Асҡар май заводының һөт ташығыс машинаһы килеп ала.

— Һөттөң килограмын 19 һум менән һатабыҙ. Комбинат иҫәпләшеүҙәрҙә өҙөклөктәргә юл ҡуймай. Йәйләүгә күскәндең тәүге көндәрендә тулайым продукция 200 килограмм тәшкил итә ине. Бөгөн иһә ул көн һайын 280 килограмм һатыуға оҙатыла. Бынан тыш, яңы тыуған алты быҙауға эсереү өсөн дә тейешле миҡдарҙа һөт алып ҡалабыҙ, — тип дауам итә хужабикә.

Нимә тиһәң дә, иркен көтөүлектә малдар туйып ҡайта. Һауымдың бермә-бер күтәрелеүе урман-ҡырҙағы үлән менән бер рәттән көтөүселәрҙең үҙ эшенә нисек ҡарауынан да тора. Йәйләүҙә ятып, икешәр көн сменалап эшләгән Сәйфулла Ильясов менән Әлфир Суфияновҡа һүҙ тейҙерерлек түгел. Әйткәндәй, уларҙың һуңғыһы фермер хужалығында йыл әйләнәһенә эшләй. Малдар ҡышҡы ҡураға ингәс тә, уларҙы тәрбиәләүҙә төп ярҙамсы ул. Ҡышҡыһын һыйырҙар Мортазиндарҙың ихатаһында урынлашҡан ҡураларҙа аҫырала.

Хужалыҡты артабан үҫтереү маҡсатында иң элек ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырыу, техника паркы менән тулыландырыу талап ителә. Өҫтәүенә, фермер быйыл халыҡтың пай ерҙәрен ҡуртымға алыу иҫәбенә, сәсеүлек майҙанын арттырыуға өлгәшкән. Һыйырҙарҙың мул һөт биреүенә булышлыҡ иткән люцерна, күстерә менән һоло ҡатнашмаһы үҫтерелгән баҫыу уңышынан әҙерләнгән бесән — ҡышҡылыҡҡа төп запас.

Бесәнде ваҡытында әҙерләһәң генә уның сифаты яҡшы була, туҡлыҡлылығы һаҡлана. Ошо маҡсаттан сығып фермер кредит юллап, трактор һәм пресс-йыйғыс алған.

Уҙған йыл ғына алынған заманса һөт һыуытыу ҡоролмаһы ла хужалыҡ өсөн бик кәрәкле. Сөнки тейешенсә һыуытылмаған һөттөң сифаты юғала, ә был продукцияның һатыу хаҡында сағыла.

Хужалыҡтағы малдарға бесән-һалам әҙерләү фермерҙың ире Өлфәт менән улы иңенә ята. Әлбиттә, һыйырҙарҙы ҡыш көндәре ашатыу-эсереү, аҫтарын таҙартыу ҙа уларҙың бурысы, ә һауыу инде Сания Бикбулат ҡыҙының бер үҙенә төшә.

— Күнегелгән эштең бер ҡыйын-лығын да күрмәйем, — ти ул. — Заманында тәүәкәлләп ошо эште асып, уңышлы алып барыуым — үҙем, ғаиләм өсөн ҡыуаныс та, йыуаныс та.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: