Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған дәүләт ярҙамын 300 меңдән 500 мең һумға тиклем арттырырға ҡарар ителде. Вице-премьер Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, аҡса алған йәштәргә агросәнәғәт комплексында кәмендә биш йыл эшләргә тура киләсәк. Әйткәндәй, 2009 йылдан ошондай дәүләт ярҙамын 1220 кеше алған.