-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
29 Май 2020, 12:37

Булдыҡлылар төйәге

Оло юлдан ни бары һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Хөсәйендә бәләкәй ауылдар бөтөрөлөүгә дусар булған заманда бер-ике йортта ғына кеше ҡала. Бар ғүмерҙәрен ошо ерлектә үткәргән ололарға, үҙҙәренә ауыр булһа ла, ауылдарының шул рәүешле юҡҡа сығыуы менән килешергә генә ҡала.

Оло юлдан ни бары һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Хөсәйендә бәләкәй ауылдар бөтөрөлөүгә дусар булған заманда бер-ике йортта ғына кеше ҡала. Бар ғүмерҙәрен ошо ерлектә үткәргән ололарға, үҙҙәренә ауыр булһа ла, ауылдарының шул рәүешле юҡҡа сығыуы менән килешергә генә ҡала.
Әммә 90-сы йылдар башында илебеҙгә үҙгәрештәр дәүере килә: колхоз-совхоздарҙан айырылырға теләүселәргә үҙҙәренә тейешле ер пайҙарын алып, айырым хужалыҡ төҙөргә рөхсәт бирелә. Был яңылыҡ Хөсәйен ауылы өсөн уғата һөйөнөслө була, уның ҡайтанан тергеҙелеүенә күптәрҙә өмөт уяна. Тирә-яғын иркен аҡландар, тау-урмандар уратып алған ауыл мал көтөү өсөн айырыуса уңайлы булыуы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.
Хөсәйендә тыуып үҫеп, Сиҙәм ауылында ғүмер кисергән Рәфҡәт ағай Бараков өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы була был. Ул саҡтағы «Урал» совхозында игенсе хеҙмәтен үтәгән Рәфҡәт ағай тыуған еренә ҡайтып йәшәргә ниәт итә. Ғаиләлә биш ул, өс ҡыҙ тәрбиәләнә. Артабан биш улы ла ауылда төпләнһә, Хөсәйен юғалмаҫ тигән ҡарарҙан сығып эш итә атай кеше.
1992 йылда күсеп ҡайта Бараковтар Хөсәйенгә.
— Ауылға ҡайтҡас, ҡәйнәм-ҡай-ным менән бергәләп, уларҙың йортонда йәшәнек, шунан үҙебеҙ өй күтәрҙек. Ул ваҡытта Хөсәйендә ташландыҡ өйҙәр күп ине, — тип һөйләй Уралдың ҡатыны Миңлегөл Иштуған ҡыҙы. — Үҙем Хәлилдән булғас, төпкөлдә ятһа ла, тыуған ауылыма яҡын булғанғамы икән, бер ҙә ҡыйынһынмай, шунда уҡ күсергә риза булдым.
Бөгөн инде Урал менән Миңлегөл Бараковтар ғаиләһе ауылда күптән йәшәгән ололарҙың береһе булып иҫәпләнә.
Донъя көтөргә тырышҡан, матур йәшәргә ынтылған кеше әмәлен табып, бөтә нәмәгә яраҡлаша. Быны мин Бараковтарға ҡарап әйтә алам: төпкөл ауылда ла бөгөн заманса йәшәй улар.
Ауылда газ юҡ. Шул уҡ ваҡытта район үҙәгенең яңы биҫтәләрендә йәшәгәндәр ҙә әллә нисә йылдар буйы «зәңгәр яғыулыҡ»һыҙ көн күрә бит. Әммә башҡа яҡтарҙағы кеүек Хөсәйендә бөгөн утын ғына яғып көн итмәйҙәр.
— Электр менән йылытыуға ҡулайлаштырылған система бар, кәрәк икән уны тоҡандырабыҙ, йә булмаһа мейес яғып ебәрәбеҙ, — ти Миңлегөл апай.
Электр уты булғас, һәр кем ҡулланған микротулҡынлы мейес, мультиварка кеүек төрлө кәрәкле көнкүреш техникаһы ла йәшәүҙе еңеләйтә. Ул ғына ла түгел, беҙ барғанда Бараковтарҙың йортонда заманса кер йыуыу-автомат машинкаһы үҙ бурысын теүәл үтәп кер йыуа ине. Тимәк, заманға яраҡлаша белгәндәргә йортҡа һыу индереү, канализация эшләп алыу ҙа бер ни тормай.
Тәҙрә төптәрендә матур гөлдәр менән бер рәттән, төрлө йәшелсә үҫентеләре лә урын алған.
— Беҙҙә ҡырау июнь урталарында ла төшөргә мөмкин, шуға түтәлгә сығарырға ашыҡмайбыҙ, — ти хужалар.
Шул уҡ ваҡытта ихата төрлө төҫтәргә мансылған: Миңлегөл апайҙың ләлә, лилиә, ирис һәм башҡа сәскәләре йәм биреп ултыра.
— Аллаға шөкөр, кинйә улыбыҙ Айбулат та ауылда төпләнде, бәләкәй өйө янына ҙурҙан бура күтәреп ултыртты, — тип ҡыуана ата менән әсә.
Әлбиттә, урында мәктәп, балалар баҡсаһы юҡ. Уҡыусыларҙы Хәлилгә мәктәп автобусы йөрөтә. Ә мәктәпкәсә йәштә булған ике бала Хәлилгә баҡсаға йөрөй: уларҙы ата-әсәләре алмашлап ташыйҙар икән.
— Ә кемдер ауырып китһә? — тигән һорауыма: «Ашығыс ярҙам» саҡырһаҡ, машина килә, фельдшерыбыҙ ҙа һәйбәт, Әнисә Әбделғазина шунда уҡ килеп етеп, ярҙам күрһәтә», — тип яуапланы әңгәмәсем.
Мәшғүллек мәсьәләһенә килгәндә, ул да һәр кемдең сослоғонан, булдыҡлылығынан тора. Бөгөн Рәфҡәт ағайҙың рухы шаттыр, сөнки улдары Урал, Фирғәт, Юлай, Фәнил тыуған ауыл ҡотон ебәрмәй, шунда донъя ҡороп, ғүмер кисерәләр. Һәр ғаиләнең үҙ эше, үҙ шөғөлө.
Урал Бараков, мәҫәлән, күпләп мал аҫырай. Дәүләттән алынған ярҙам — грант аҡсаһына һыйыр малы һатып алған. Тәүҙә һыйырҙарҙы һауып, продукцияһын тапшырып, аҡса эшләйҙәр. Һуңғы ике йылда эшен ит малсылығы йүнәлешендә алып бара. Тана-торпо, һыйырҙар быҙауҙары менән бергә көтөүҙә йөрөй.
— Итте һатыуы ла проблема инде. Өҫтәүенә, мин ат аҫырағас, йылҡы итен дә ҡайҙалыр һатырға кәрәк. Яҡын-тирәлә беҙҙең менән килешеү нигеҙендә эшләгәндәй ит комбинаты юҡлығы бәкәлгә һуға. Баҙарға сығып, бер һыйырҙы һатыу өсөн ике кеше барырға кәрәк, шул бер һыйыр ите менән бер аҙна буйы ҡай саҡ һатыу итәһең. Заказ буйынса ла алып китәләр. Башмаҡтарҙы осһоҙлата биреп ебәргән осраҡтар була, — ти Урал Рәфҡәт улы.
12 һыйыр, уларҙан тыш, быҙау-башмаҡтар, 20 баш йылҡы малы өсөн бесәнде нигеҙҙә үҙҙәренең пай ерҙәрендә әҙерләйҙәр. Был маҡсатта кәрәкле техника, ҡорамалдар етерлек.
— Сабынлыҡты әкренләп кәртәләй башланыҡ. Сөнки мал тапап ыҙалата. Тәүлек әйләнәһенә тиерлек алмашлап ҡарауыллаһаҡ та, әллә ҡайһы арала мал төшөп, баҫыуҙағы үләнде ашап-тапап китә, — ти әсенеп Урал Рәфҡәт улы.
Малдарҙы өҫтәп ашатыу өсөн ҡатнаш аҙыҡты һатып алалар. Был төр мал аҙығы күп һанлы ҡош-ҡортҡа бик ярап ҡала.
Малдарҙы көтөүҙә, тәрбиәләүҙә фермерға улы Айбулат төп ярҙамсы. Бынан тыш, Айбулат утын менән дә булыша: диләнкә алып, ағас сығарып, уны бысып-ярып һатыу итә. Утынды бензобысҡы менән бысҡанда ла, йыл әйләнәһенә әллә күпме кубометр утынды ярыу өсөн күпме көс кәрәк?!
Шуға ла Айбулат үҙ эше мәшәҡәтен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында махсус утын ярғыс һатып алған һәм уны үҙенсә үҙгәртеп көйләгән. Был ҡоролмаға түмәрҙе ҡуйырға ғына кәрәк, ул шунда уҡ бер нисә өлөшкә ярып та сығара.
— Һатып алыусы табылып тора, бысып-ярып ҡына өлгөрт, — ти үҙ эше булыуынан ҡәнәғәт йылмайған Айбулат.
Әйтеүҙәренсә, әле ауылдан йорт төҙөү өсөн ер участкаһы алған кешеләр күп кенә икән, тимәк, ауылдың киләсәге бар тигән ныҡлы ышаныс бар. Хөсәйендә яңы күтәрелгән буралар, кәртәләнә башлаған участкалар ҙа өмөттө нығыта.
Хөсәйендәрҙең һәр береһенең йорто алдында трактор-машиналарҙың күплеге лә халыҡтың көнитмеш кимәле хаҡында һөйләй. Булдыҡлы, тырыш кешеләргә төпкөл ауылда ла бына тигән итеп донъя төҙөргә, матур итеп йәшәргә була тигән һүҙ был...
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: