— Сәсеү эштәрен ойошҡанлы һәм бөтә агротехник талаптарҙы теүәл күҙәтеп атҡарып сыҡтыҡ, — ти район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов. — Техника ваҡытында һәм сифатлы әҙерләнгәс, орлоҡ материалдары менән етерлек тәьмин ителгәс, мөһим кампанияла өҙөклөктөргә юл ҡуйылманы. Быйыл баҫыуҙарға минераль ашламалар индереү буйынса ҙур күләмле эш башҡарылды.
Ғәлим Наил улы әйтеүенсә, бөгөн сәсеүлектәр дәррәү шытымдары менән ҡыуандыра. Уларҙы хәҙер ҡый үләндәренән һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлау маҡсатында бар ерҙә лә баҫыуҙарҙы тәрбиәләүгә, химик утауға тотонғандар, шулар менән бер рәттән өҫтәмә туҡландырыу ҙа алып барыла.
Шулай уҡ районда киләһе мөһим ауыл хужалығы кампанияһы булған бесән мәленә әҙерлек дәррәү башланған, кәрәкле бөтә техника тағы бер тапҡыр тикшерелә, көйләнә.
Ауыл хужалығы идаралығы етәксеһен ошо арала яуым-төшөмдөң булмауы, көндәрҙең үтә ныҡ эҫе тороуы борсой.
— Иген, техник культуралар күтәрелеп китһен өсөн дә, бесәнгә үлән үҫһен өсөн ошо мәлдә ямғырҙар бик кәрәк, — ти ул.
Шифалы ямғырҙар ваҡытында булып, игенселәрҙең тырышлығы бушҡа китмәһен, баҫыуҙар мул уңыш менән һөйөндөрһөн ине, тигән теләктә ҡалабыҙ беҙ ҙә.
Р. ДАУЫТОВА.