Шуларҙың береһе — аяғында ныҡлы баҫып торған район фермерҙарының береһе Рамил Юлдыбаев. Бөгөн ул игенселек һәм малсылыҡ менән уңышлы шөғөлләнә, уның продукцияһына Сибай, Магнитогорск ҡалаларында ихтыяж ҙур. Фермер хужалығында етештерелгән һөт-ҡаймаҡ, эремсек, бейә-кәзә ҡымыҙы, йомортҡа, төрлө ит кенә түгел, иген продукцияһы ла ҡала магазиндарында һатыла. Былтыр дәүләттән алынған ярҙам ҡара-ала тоҡомло һыйырҙар һатып алыуға, һыйыр ҡураһын заманса үҙгәртеп ҡорорға булышлыҡ иткән.
Уңған фермер ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙең тағы бер яңы йүнәлешен үҙләштерҙе — икенсе икмәк һаналған картуфты үҫтереп, ҡулланыусыны сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итә башланы. Был эш Рамил Юлдыбаев үҙенең фекерҙәштәре менән бергәләп төҙөгән «Әбдрәш» ауыл етештереү кооперативы нигеҙендә алып барыла.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, шәхси һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары инициативаһы менән төҙөлгән кооперативтар хөкүмәт биргән аҡсаға үҙҙәренекен дә ҡушып, коллектив ҡулланыу объекты төҙөй. Шулай итеп, «Әбдрәш» кооперативы табыш килтереүсе проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүсе грантҡа конкурста еңеп сығып, 3 миллион һум аҡса алыуға өлгәште. Был суммаға үҙҙәренән тағы 300 мең һум өҫтәп, уны программа талаптарына ярашлы картуфсылыҡ өлкәһендә етештерелеүсе продукцияны үҫтереү, эшкәртеү, һатыу өсөн кәрәкле техника, ҡорамалдар, тимер конструкцияларға тотондо.
Һәр эште алдан, ентекле уйлап башҡарырға күнеккән кооператив етәксеһе Рәмил Рәжәп улы иң элек Әбдрәш фермаһы базаһындағы биналарҙың береһен йәшелсә һаҡлағыс итеп үҙгәртеп ҡороуҙы планға ала. Сөнки алынған продукцияны һәм киләһе йылда сәселәсәк орлоҡ материалын һаҡлау өсөн тейешле шарттар булдырыу мөһим — бинаның эсе бар талаптарға яуап бирерлек итеп үҙгәртелеп, башы яңыртып ябыла, климат-контроль системаһы ҡуйыла. Был маҡсатта фермер үҙенең 1,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын тотона.
Баҫыуға нимә генә сәсһәң дә, культуралар мал тапауҙан зыян күреүе көн кеүек асыҡ, шунлыҡтан Рамил Юлдыбаев картуф баҫыуын кәртәләп алыуҙы хәстәрләй.
Тәүге йылда картуф алты гектар майҙанда ултыртылһа, былтыр ун гектарҙы биләгән. Ҡалған майҙанға гәрсис сәскәндәр. Сөнки нәҡ гәрсис картуф өсөн яҡшы элгәр, ул картуфҡа ҙур зыян килтереүсе ҡаты ҡортҡа (проволочник) ҡаршы көрәштә шәп ысул икән. Тәүге йылда Ульяновск ҡалаһынан алынған Рэд-Стар һәм Рэд-Фэнтези, Гала сортлы элиталы орлоҡтар сәселә. Былтыр иһә яҡшы һаҡланған, уңдырышлы сорт тип танылған һуңғыһын ултыртҡандар.
— Дөйөм алғанда, был культура өсөн 65 гектар билдәләнгән. Картуф сәсеүлеген йыл да арттырып барыу маҡсатынан сығып, быйыл картуфтан ҡалған майҙандың 20 гектарына тары ултырттыҡ, тағы 20-һенә күп йыллыҡ люцерна, — тип аңлатма бирә фермер.
Ошо көндәрҙә фермер картуфты сәсеүҙе тамамланы.
— Быйыл орлоҡ материалын Башҡортостан референт үҙәгенән һатып алдыҡ. Бүлбеләрҙән сығарылып, үҫтереп алынған, йәғни тәүге быуын орлоҡто ултырттыҡ, шуға ла юғары уңышҡа өмөт ҙур. Өҫтәүенә, ул беҙҙең төбәк климатына яраҡлаштырылған һәм төрлө ауырыуҙарға тикшерелгән, эшкәртелгән булыуы менән дә отошло. Ҡиммәт булһа ла, үҙен аҡлар тигән өмөттәмен, — ти Рамил Рәжәп улы.
«Әбдрәш» кооперативының картуф баҫыуында быйыл тиҙ, уртаса һәм һуң өлгөрә торған Скартлет, Амур, Роза, Люкс сорттары урын алды.
Р. Р. Юлдыбаев әйтеүенсә, был орлоҡ-тарҙан үҫеп сыҡҡан картуфты икенсе бы-уын, унан өсөнсө быуын, унан инде супер-супер элиталы, супер элиталы һәм элиталы орлоҡ булараҡ алты йыл буйынса ышаныслы сәсергә мөмкин. Ябай итеп әйткәндә, ошо арауыҡта, уны алмаштырмайынса сәсеп, юғары уңыш алыуға ышаныс була.
Районда күптәр супермаркеттарға ситтән килтерелгән картуфты йәки ниндәй сорт булыуы ла билдәһеҙ орлоҡто сәсә, шуға ла йыш ҡына «һыу һипһәм дә картуфым уңманы» кеүегерәк һүҙҙәрҙе йыш ишеткәс, ошо яңы сорттарҙың орлоғон район халҡы өсөн һатып алыу мөмкинлеге буламы тип ҡыҙыҡһындым.
— Сортты даими яңыртып торғанда ғына картуф мул уңыш биреүен онотмаҫҡа кәрәк. Беҙҙең кооператив халыҡҡа орлоҡ та, ашарлыҡ картуф та һатыу менән шөғөлләнәсәк. Шулай булғас, һәр кемдең ихтыяжын үтәргә тырышасаҡбыҙ: теләгән сорттоң орлоғон да, аҙыҡҡа ла һатасаҡбыҙ. Тик йыл уңышлы килһен дә, картуф уңышы менән ҡыуандырһын, — булды фермерҙың яуабы.
Сәсеү мәлендә баҫыуға бер гектарға 250 килограмм иҫәбенә минераль ашлама индерелеүе лә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ. Был отошло: беренсенән, баҫыуҙар ашлама менән байытылһа, икенсенән уға дәүләт ярҙамы булыуы ҡыуаныслы. Быйыл сәсеүлектәргә индерелгән ашламаларҙың 75 процентын дәүләт субсидиялауы билдәле.
Картуф баҫыуы агротехник талаптар ҡәтғи күҙәтелеп эшкәртелгән. Картуфты тупраҡҡа һалыу эше тәжрибәле механизаторҙарҙың береһе Динар Хәкимовҡа ышанып тапшырылған. Фермерҙың йәш ярҙамсылары Дамир Юлдыбаев, Тимур Лоҡманов һәм Ринат Хөсәйенов шул тиклем сос егеттәр: сәсеү агрегаты килеп туҡтау менән шул арала уға тоҡтарҙан орлоҡто тейәп тә алалар, шулай уҡ картуфтың ергә һалыныуын, уның тупраҡ менән ныҡлы күмелә барыуын етди күҙәтәләр.
Тракторсы Юлай Әхмәтов менән водитель Иҙрис Итҡолов иһә сәсеү агрегатын орлоҡ материалы һәм минераль ашламалар менән тәьмин итеүҙә төп көс.
Техника боҙолған осраҡтарҙа иретеп йәбештереүсе Урал Байрамғолов һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Әлбиттә, дым яратҡан культура булараҡ картуф мул уңыш бирһен өсөн яуым-төшөмдөң даими булыуы ла мотлаҡ. Ә был ҡола яланлы Урал яҡтарында ямғырҙар бик һирәк күренеш. Тәүге йылды баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн «Урал аръяғы УЭМВС-ы» ойошмаһынан махсус ҡоролманы ҡуртымға алып тотонғандар. Һуғарыуҙың файҙаһы ҙур булыуына инанған Рамил Юлдыбаев үҙенә бындай ҡоролма һатып алырға ҡарар итә. Әмәлгә ҡалғандай, «Рәсәйҙә ерҙәрҙе мелиорациялауҙы үҫтереү» дәүләт программаһы ҡабул ителә һәм Р. Юлдыбаевҡа 2018 йылда «Башмелиоводхоз» идаралығына заявка биреп, ошо программаға эләгеү бәхете тейә.
— 65 гектарға иҫәпләнгән мелиорация проектының дөйөм хаҡы 10 миллион һумға яҡын булды. Шуның 5,5 миллион һумын — дәүләт субсидияланы, — тип ҡыуана фермер.
Грант аҡсаһына Италияла етештерелгән үҙ йөрөшлө ике һыу һиптереү агрегаты һатып алалар. Уларҙың берәүһе орлоҡ сәселеп, үҫенте яңы баш ҡалҡытҡан ваҡытта ямғыр эффектын бирә, икенсеһе — һыу пушкаһы менән эшләүсеһе, үҫемлектәрҙең тамыры нығынғас ҡулланыла. Агрегаттарҙың һыу һибеү миҡдарын автомат ярҙамында нисек кәрәк шулай көйләргә була. Һыу ағымын ҡайһы яҡҡа йүнәлтеү ҙә үҙеңдән тора. Гидравлика менән йыһазландырылған машинаның шлангылары үҙаллы һуҙылып оҙоная бара һәм кире йүнәлешкә әйләнгәндә үҙе үк йыйылып урала.
Һыу һурҙырыу өсөн дизель насос станцияһы ла ошо программа сиктәрендә алына. Баҫыу буйлап 1543 метр оҙонлоҡта һыу үткәргес һалынған, 19 гидрант ҡуйылған. Трассаға һыуҙы ҡыуған насосты Ҡыҙыл йылғаһы буйына урынлаштырыу УЭМВС эшсәндәренең туранан-тура ҡатнашлығы менән бойомға ашырылған. Йылғанан һыуҙы һурҙырыуға төрлө инстанциялар аша тейешле документтар юллап алынған, барыһы ла тәртиптә.
Картуфты сәсеүҙән алып магазин кәштәләренә оҙатҡанға тиклем кооперативта бөтә эш ғәмәлдә механизациялаштырылған. Был маҡсатта алынған махсус һабан, сәскес, фриза, культиватор, ҡоротҡостарға, ҡый үләндәренә ҡаршы эшкәртеү өсөн һиптергес агрегаттарына уҙған көҙ тағылмалы картуф йыйыу комбайны өҫтәлгән. Һатып алынған уңышты сорттарға айырыу, фасовкалау агрегаттары ҡулланыусыға продукцияны ун килонан алып 50 килолыҡ ҡаптарҙы оҙатырға мөмкин.
Быйыл картуфтан гектарынан 20-30 тонна уңыш алырға иҫәп тота кооператив етәксеһе. Продукцияны һатыу менән проблема булмаҫына ныҡлы ышана ул.
— Башҡортостандың сауҙа буйынса дәүләт комитетында осрашыуҙа булдыҡ. Унда республиканың ун районынан картуф үҫтереү менән шөғөлләнгән кооперативтар ҡатнашты. Анализ яһағандан һуң, уларҙы берләштереп, йәғни кооперативтарҙың икенсе кимәлен төҙөмәксе булдылар. Был отошло. Сауҙа селтәренә, әйтәйек, һатыуға 200 тонна картуф кәрәк. Һәр ҡайһыбыҙ бындай күләмде айырым бирә алмай. Берләшеп оҙатһаҡ, күләм ҙур булған һайын хаҡы ла күтәрелә. Беҙҙең продукция менән «Байрам» сауҙа селтәре магазиндарын тәьмин итеү күҙаллана, — тип киләсәккә пландары менән таныштыра Рамил Рәжәп улы. — Өҫтәүенә, күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, үҙебеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе республика ғына түгел, ил күләмендә күтәреп, уларҙың хәл ителеүенә өлгәшә алырыбыҙға иманым камил. Ни тиһәң, бергә беҙ — ҙур көс!