+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Июнь 2020, 12:46

Бесән осоро етә

Ауыл хужалығы тармағында ял юҡ: яҙғы сәсеү эштәре тамамланып та өлгөрмәне, игенселәр баҫыуҙарҙы химик утауға, өҫтәмә туҡландырыуға тотондо.

Ауыл хужалығы тармағында ял юҡ: яҙғы сәсеү эштәре тамамланып та өлгөрмәне, игенселәр баҫыуҙарҙы химик утауға, өҫтәмә туҡландырыуға тотондо. Был эш менән бер рәттән хужалыҡтар бесәнгә лә төштө. Район хужалыҡтары етәкселәре, фермерҙар быйылғы йыл шарттарында мал аҙығы әҙерләү хаҡында һөйләшеү өсөн «Аграрий» хужалығы баҫыуында осрашты.
Ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Вил Мияновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, районда сәсеү ҡыҫҡа ваҡытта һәм уңайлы осорҙа тамамланған. Бөтәһе 67 мең гектар майҙан сәселгән, шуларҙың 40 меңен иген, 13 меңен техник культуралар биләй. Тик уларҙың ныҡлап күтәрелеп китеүе өсөн дым етмәй.
— Синоптиктар аҙна аҙағына ямғыр вәғәҙә итә. Шуға күрә бакуйҙарҙағы бесәнде ул кибеү менән йыйып алыу мөһим. Белеүегеҙсә, күп йыллыҡ культураларҙы уларҙың сәскә атыу, ҡыуаҡланыу фазаһында сабыу отошло, шуға ла уңайлы мәлде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Люцернаны 5-7, күстерә һәм эспарцетты 4-5 йыл һайын яңыртып сәскәндә генә мул уңышҡа өмөт булыуын онотмағыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, мал аҙығы сифатлы һәм етерлек тупланһа, юғары продукция ла, тотороҡло артым да аласаҡһығыҙ, — тип, Вил Нәжип улы күп йыллыҡ үләндәрҙе яңыртып тороуҙың ыңғай яҡтарына туҡталды, агротехник шарттарҙы үтәү кәрәклеген белдерҙе.
«Аграрий»ҙар районда тәүгеләрҙән булып эспарцетты саба башлаған. Хужалыҡ етәксеһе Наил Әхтәмов әйтеүенсә, был баҫыу өсөнсө йылға сабыла.
— Башта сығышы насар ғына ине. Бастер сәскесе менән һоло, эспарцетты өҫтәп сәстек, карбамид индерҙек. Был сәскес үҫемлектәрҙең тамырын ҡырҡып бара, дымды ла ҡаплай. Һөҙөмтә күҙ алдында: алдан сәселгән эспарцет, ҡый үләндәренән таҙартылып, ҡыуаҡланып, һәйбәт кенә үҫеп китте, тупраҡҡа быйыл һалынған орлоҡ та күтәрелеп килә. Ғөмүмән, яҡшы төшөм бирмәксе быйыл был баҫыу. Урыны менән сығышы насар булған ерҙәрҙе өҫтәп сәсәбеҙ, — ти Наил Зиннәт улы.
Ашланған баҫыуҙар, бер һүҙһеҙ, уңыш бирә. Был «Завет» хужалығы миҫалында ла асыҡ күренә. Уның етәксеһе Ғамир Ғәлләмов былтыр сәселгән һәм ашланған 65 гектарҙағы эспарцет менән 120 гектарҙағы люцернанан яҡшы уңыш көтөлөүен әйтеп, 218 гектарҙа етенсе йыл үҫкән люцернаға ышаныс юҡлығын белдерҙе.
— Әммә был баҫыуҙы ла мөмкин тиклем сабып аласаҡбыҙ. Бөгөн-иртән вика менән һолоно сабып, сенажға һала башлайбыҙ, — тине ул.
— Һуңғы йылдарҙа мал аҙығы менән ныҡлап шөғөлләнәбеҙ, артабан да ошо юҫыҡта эш алып барыу мөһим. Күп йыллыҡ культураларҙың ваҡытын үткәреп ебәрмәйенсә, сабып алырға кәрәк, ямғырҙар яуһа, икенсе тапҡыр уңышын алыу мөмкинлеге булыр. Ашламаларҙы ҡулланыу һөҙөмтәһен дә күрәһегеҙ. Өҫтәүенә, ашлама һатып алыуға киткән сығымдарҙың хөкүмәт яғынан 80 процентҡа тиклем субсидияланыуын беләһегеҙ. Ул ғына ла түгел былтыр ашлама индерелгән иген сәсеүлектәренең бер гектарына 100, мал аҙығы культураларына 75 һум иҫәбенән субсидиялана, — тип район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов был тәңгәлдәге мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа саҡырҙы.
«Башаҡ» хужалығының баш агрономы Мәжит Шәғәлиев шыйыҡ ашламаларға киткән сығымдарҙың субсидияланмауына ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
— Был мәсьәлә Өфөлә үткән республика кәңәшмәһендә күтәрелде һәм киләсәктә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булыр тигән ышаныс бар. Ни тиһәң дә, ҡоро ашлама ямғырҙар яуһа ғына иреп, үҙләштерелә, ә шыйыҡ ашламаны тупраҡ шунда уҡ үҙенә ала, — тип яуапланы Вил Нәжип улы.
Ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры И. Р. Моталлапов «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәтенең аванс индермәйенсә техника алыу мөмкин-леге биргән акцияһының 1 июлгә тиклем оҙайтылыуын әйтеп, заявка биреп ҡалырға өндәне. Был акция сиктәрендә «Башаҡ» хужалығы һиптергес алған.
Илдар Рәшит улы шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау шарттарына ла туҡталды. Ҡыҙыу кампаниялар осорона эшселәргә инструктаж үткәреү өсөн яуаплы кешеләрҙең һәм етәкселәрҙең был хоҡуҡҡа эйә булыуын раҫлаған документы булыуы мотлаҡ. Шуға күрә тейешле ойошмалар менән килешеү нигеҙендә дистанциялы уҡырға кәңәш итте ул. Мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу эштәре осорона хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәрелеүе хаҡында журналда теркәлергә тейешлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды баш инженер. Хеҙмәтте һаҡлауға, йәғни медицина тикшереүҙәре үтеүгә, һаҡланыу саралары һатып алыуға социаль страховкалау аҡсаһын тотонорға мөмкин булыуын да етәкселәрҙең иҫтәренә төшөрҙө.
Дәүләт техник тикшереү инспекцияһының район инспекторы Ҡ. В. Тайсин хужалыҡтар буйынса мал аҙығы әҙерләү техникаһының 80 проценты техник тикшереүҙе уңышлы үтеүен билдәләп, ҡалған техника асыҡланған етешһеҙлектәр бөтөрөлгәс, ҡайтанан ҡараласағын әйтте. 18 июндән урып-йыйыу техникаһына техосмотр башлана.
— Таныҡлығы булмайынса идара иткән кеше тотолһа, ЮХХДИ инспекторҙары уға 5 мең һум штраф һаласаҡ, хужалыҡҡа 20 мең һум ҡаралған, шуға ла был тәңгәлдә тәртип булыуы мотлаҡ, — тине Ҡасим Васил улы.
Рамил Юлдыбаев мал аҙығы культуралары майҙанын быйыл 1000 гектарға еткергән. Фермер быны өҫтәп һыйыр малы һатып алыуы менән аңлатты, «Шулай уҡ мал аҙығын һатып та аҡса эшләргә була, әле үк Силәбе өлкәһенән заказдар бар», — ти ул.
Бар ғүмерен ауыл хужалығына арнаған Мәжит Солтан улы коллегаларына мал аҙығы культураларын таҙа парға сәскәндә уңыштың күпкә ҙурыраҡ биреүен әйтте. Ул шулай уҡ ниндәй сәсеүлекте яҙ йәки көҙ, культиватор йәки дискатор менән эшкәртеү яҡшы һөҙөмтә биреүен, үҙ тәжрибәһенән сығып, аңлатты.
Мәжит Солтан улы шулай уҡ мал аҙығын мотлаҡ аҙыҡ бутағыс аша үткәрергә кәрәклегенә баҫым яһаны: «Бындай аҙыҡты мал бөртөгөн дә ҡалдырмай, ялап ҡуя», — ти ул.
Читайте нас: