-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
16 Июнь 2020, 11:56

Йәйләү — үҙе бер бәләкәй ауыл

«Күсем» хужалығының Нияҙғол фермаһы йылдағыса көндәр йылынып, йәшел үлән ҡалҡыу менән, йәйләүгә ашыҡты.

«Күсем» хужалығының Нияҙғол фермаһы йылдағыса көндәр йылынып, йәшел үлән ҡалҡыу менән, йәйләүгә ашыҡты.
Күсемдәрҙең йәйләүе бәләкәй генә ауылды хәтерләтә. Унда яҡынлашыу менән быҙауҙар өзөлдәшеүе, эттәр өрөүе, бәпкәләр сипылдашыуы, балаларҙың шат тауыштары ишетелә.
Тотош йәй осорона малсылар ауылдан ситтә булһалар ҙа, йәшәү шарттары зарланырлыҡ түгел. Ғөмүмән, йәйләүҙәгеләр ғәҙәти көн күрә. Бында кәрәҙле бәйләнеш һәйбәт. Дөйөм ятаҡ башына ҡуйылған антенна ярҙамында телевизорҙан бушлай 20 каналды ҡарарға була. Быйыл яңыртып мунса күтәрелгән. Шулай уҡ дөйөм ятаҡҡа төкөтмә һуғылып, ул тағы ике бүлмәгә ҙурайтылған. Был яңы ҙур бүлмәләрҙә ғаиләләре менән күсеп килгән Морат менән Дания Сафиндар улдары Данил, Данис менән йәшәй.
Ятаҡ янындағы баҡсаға түтәлдәр яһап, йәшелсә ултыртҡандар.
— Хужалыҡ етәкселеге ер һөрөп биреүҙе хәстәрләне: бына баҡсабыҙҙа кишер, сөгөлдөрҙән башҡа помидор, баклажан, борос үҫеп ултыра. Йәй буйы ашарлыҡ картуфын да ултыртҡанбыҙ, — тип таныштыра йәйләүҙең хужалығы менән ферма мөдире Зилә Нуретдинова. — Ул ғына ла түгел, Бикҡол ауылында берәүҙең буш торған баҡсаһына ҡышҡылыҡҡа картуф сәстек. Әле бройлер себештәре алып көтөп ятабыҙ. Ошо арала ҡаҙ бәпкәләре килтерергә тейештәр.
Хужалыҡ иҫәбенә бушлай он менән тәьмин итәләр, ә эш хаҡы алған мәлдәрҙә, бында ул тотҡарлыҡһыҙ түләнә, башҡа аҙыҡ-түлек, ваҡ-төйәк кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алыу өсөн Ташбулатҡа магазинға алып йөрөү ҙә ойошторолған.
Йәшәү, эшләү өсөн ҡулайлы шарттары булдырылғанға яуап итеп, малсылар ҙа ихлас, тырышып эшләй. Бөгөн йәйләүҙән көн һайын яҡынса 1150-1200 килограмм һөт һатыуға ебәрелә. Бынан тыш, яңы тыуған быҙауҙарға эсереүгә, йәғни хужалыҡ эсендә тотоноуға ла ҡалдырыла.
Продукцияның сифаты ла насарҙан түгел. Беренсе сорт менән оҙатылған һөттөң ҡуйылығы, мәҫәлән, 3,9-4 проценттан төшмәй.
Күсемдәр һауған һөттө Магнитогорск һөт заводына хужалыҡтың машинаһында тәжрибәле водитель Ғәфүр Хәйбуллин ташый. Һөт күп булғанда, иртәле-кисле килеп алырға тура килә уға. Продукцияны машинаға тейәп, һатып алыусыға оҙатыу өсөн һауын аппараттарының, башҡа ҡоролмаларҙың теүәл эшләүен тәьмин иткән Зариф Мәхмүтов яуаплы. Һыйырҙарға һауғанда ҡатнаш аҙыҡ һалыу ҙа уңған моторсыға йөкмәтелгән.
Йәйләүҙә бөтәһе 153 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Һауын һыйырҙарҙан тыш, быҙаулаясаҡ таналар, башмаҡ-быҙауҙар ҙа бар.
Һауынсыларҙың эше хәҙер еңелләштерелгән, фермала ғына түгел, йәйләүҙә лә һөт үткәргес ҡуйылған. Һәүкәштәрҙең еленен йыуып-таҙартып, уға аппаратты кейҙереү менән һөт шунда уҡ үткәргес буйлап һыуытҡысҡа килә.
Ферма мөдире һауынсылар Гөлсирә Усманова менән Дания Сафинаның, көтөүселәр Әхтәм Ильясов, Фәнис Карнаев һәм Морат Сафиндарҙың эшенән ҡәнәғәт. Һыйырҙың һөтө — телендә булғанға, малдарҙы көндөҙ көтөп кенә ҡалмайҙар, төндә лә утлауға сығаралар.
— Көндәр ныҡ эҫе торғанда, мал һәйбәтләп ашамай, һалҡында иһә туйып киләләр, — ти көтөүселәр.
Һыйырҙар ошоға тиклем иртәле-кисле һауылған, әле бына өс һауыуға күсергә йыйыналар.
— Ауылда саҡта көнөнә өс һауҙыҡ, тиҙҙән бында ла төшкө һауын буласаҡ, — ти мөдир.
Яңы тыуған быҙауҙарҙы тәрбиәләүҙе лә үҙ иңенә алған ул. Йәш малдарҙы башта әсәләрен имеҙеп, унан биҙрәнән һөт эсергә өйрәткәс, малдарҙы быҙау ҡараусыға тапшыра. Вәсилә Мәхмүтова иһә, үҙ сиратында, быҙауҙар ҙурайғансы ҡарап, Бикҡол фермаһына оҙата. Әле йәйге фермала яңы тыуған алты быҙау һәм ике айға тиклемгеләре 27 баш иҫәпләнә.
Читайте нас: