+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
19 Июнь 2020, 11:35

Элеваторҙар һәм шәкәр, май заводтары тикшереләсәк

Элеваторҙар, май экстракцияһы һәм шәкәр заводтарының яңы уңышты ҡабул итеүгә әҙерлеге тикшереләсәк, тип хәбәр итә Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Комиссияның үҙ эшен 25 июндә башлауы көтөлә. Уның составында – ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығы, муниципалитеттар һәм бер нисә федераль дәүләт учреждениеһы вәкилдәре бар.
Бөтәһе республиканың 37 предприятиеһын тикшереү планлаштырыла. Улар араһында элеваторҙар, май экстракцияһы һәм шәкәр заводтары бар.
«Комиссия предприятиеларҙың экспорт менән тәьмин итеүен ойоштороу мөмкинлектәренә, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһының оҙаҡ һәм сифатлы һаҡланышына айырым иғтибар бирәсәк, — тип билдәләп үтте Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов. — Яңы уңышҡа әҙерлекте ҡабул итеү үтәсәк предприятиелар республикала «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын бойомға ашырыуҙа мөһим роль уйнай. Экспорттың дөйөм структураһында уларҙың өлөшө уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса 75 процент тәшкил иткән».
Читайте нас: