+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
19 Июнь 2020, 11:45

«Фермер мәктәбе» буласаҡ

«Фермер мәктәбе»ндә уҡытыуға конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы, тип хәбәр итә ауыл хужалығы министрлығының Матбуғат хеҙмәте.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Проект «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм республиканың ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ярҙамы менән бойомға ашырыла.
«Фермер мәктәбе»ндә уҡыуҙар 1 сентябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында башлана һәм курстар ике ай дауам итә. Курстарҙа уҡыу бушлай.
Мәктәп уҡыусыларын конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап аласаҡтар. Шулай уҡ курстарҙа уҡыуға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар хужалары ғариза бирә ала. Уларҙың ауылда йәшәүе һәм юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә булыуы шарт.
Бының өсөн 12 июлгә тиклем ит, һөт һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү йүнәлештәре буйынса [email protected] адресына эссе, презентация йәки видеоролик ебәрергә кәрәк.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡорт аграр университеты һәм республика ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге сайтында табырға мөмкин.
Читайте нас: