-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
3 Июль 2020, 12:15

Рәсәйҙә тәүге буласаҡ

Башҡортсотан башлығы Радий Хәбиров онлайн форматта “Ауыл сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортсотан башлығы Радий Хәбиров онлайн форматта “Ауыл сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе.
Унда ҡатнашҡан тармаҡ министрлығы һәм ведеостоволары эксперттары, тауар етештереүселәре агросәнәғәт тауарҙары кластерын төҙөү, шулай уҡ урында етештерелгән продукцияны сауҙа селтәрҙәре аша һатыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
–Аграр төбәктә йәшәйбеҙ, шуға күрә халҡыбыҙҙың осһоҙ хаҡҡа Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлекте һатып алыу мөмкинлеге булырға тейеш, - тине Радий Хәбиров. – Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнөндә йәрминкәләр ойошторған өсөн Ауыл хужалығы минстрлығына һәм Дәүләт сауҙа комитетына рәхмәтлемен. Үҙебеҙҙең етештереүселәр өсөн даими эшләүсе ошондай һатыу урындары булдырырға кәрәк.
Сауҙа комитеты рәйесе Алексей Гусев әйтеүенсә, төбәктә һатылған бөтә аҙыҡ-түлектең ни бары 30 проценты Башҡортостанда етештерелгән, сөнки беҙҙә продукцияны һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн ҡеүәттәр аҙ.
Башҡортостандың тауар етештереүселәрен, эшкәртеүселәрен һәм сауҙа секторын берләштергән төбәк агросәнәғәт кластерын төҙөү был мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк.
–Тармаҡ проекттары иҫәбенә беҙ төбәккә 28 миллиард һум тирәһе инвестиция йәлеп итергә ниәтләйбеҙ, шулай уҡ кластерҙы үҫтереүгә федераль бюджеттан 5,6 миллиард алыу көтөлә, – тине вице-премьер – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
–Сауҙа ойошмалары фермерҙар һәм эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш, – тине “Байрам” сауҙа селтәре идарасыһы Павел Антипин. –Заманса бүлеү үҙәктәре төҙөлһә, баҙарҙы урында етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тултырырға булыр ине. Бында шулай уҡ тауарҙарға хаҡтарҙың осһоҙораҡ булыуы һатып алыусыларҙы йәлеп итәсәк.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә кластерҙа ҡатнашыусыларға республика кимәлендә ярҙам итеү сараларын эшләргә ҡушты.
Читайте нас: