+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
10 Июль 2020, 12:10

Фермерҙар һабантуйға йыйылды

Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе ерҙәрендә уңыш үҫтергән фермерҙарҙың эштәренә йомғаҡ яһалды

Йыл һайын ҡышлатыу осоро һәм яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу менән юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәткән игенселәр, малсылар район һабантуйында тантаналы рәүештә тәбрикләнде. Әммә быйыл пандемия арҡаһында һабан байрамы үткәрелмәне. Шулай ҙа район етәкселеге, район ауыл хужалығы идаралығы ауыл эшсәндәренең тынғыһыҙ хеҙмәтен баһаһыҙ ҡалдырманы.
Данлыҡлы «Урал» совхозы ерҙәрендә бөгөн 28 фермер хужалығы уңышлы үҫешә, тотороҡло продукция бирә. Райондағы 76 мең гектар һөрөнтө ерҙәрҙең 21 мең гектары уларға беркетелгән.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов «бәләкәй һабантуй»ға йыйылғандар алдында телмәр тотоп, Әбйәлил аграрийҙарының уҙған йылдағы уңыштарын барланы.
— 2019 йыл йомғаҡтары буйынса тулайым иген йыйыуҙың 35 процентын Әлмөхәмәт биләмәһе фермерҙары бирҙе. Был хужалыҡтарҙың үҫеш юлында булыуы ҡыуандыра. Мәҫәлән, район буйынса 560 миллион һумға техника алынһа, шуның 180 миллион һумына һеҙ техника яңырттығыҙ. Йәғни Әбйәлилдәге 4 «Бюллер» тракторының — өсәүһе, 11 «Акрос» комбайнының етәүһе һеҙҙең баҫыуҙарҙа эшләй, — тине Ғәлим Наил улы Әлмөхәмәт төбәге фермерҙарының район иҡтисады үҫешенә ҙур өлөш индереүҙәрен билдәләп.
Район башлығы Илдар Нафиҡов, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, сәсеүҙе ҡыҫҡа һәм уңайлы ваҡытта үткәргән игенселәргә, тулайым продукция алыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән малсыларға намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереп, ҡиммәтле бүләккә ҡушып, район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
— Ҡоролоҡҡа йыш дусар булған төбәктә игенселек менән шөғөлләнһәк тә, яҡшыға өмөт бағлап, тырышып эшләүегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, һөҙөмтәле эшегеҙ булдыҡлы, ныҡышмал булыуығыҙға бәйле. Ямғырҙар яуып, баҫыуҙарығыҙ мул уңыш менән һөйөндөрһөн, — тине Илдар Таһир улы. — Тормош бер урында тормай. Районда, айырыуса һеҙҙең зонала ҙур эш күләме билдәләнгән. Иң ҡыуаныслыһы: Сибай менән Әбйәлилде асфальт юл тоташтырасаҡ. Өс йылға төҙөлгән контракт нигеҙендә был эшкә ҡаралған 270 миллион һумдың 90 миллион һумына, Хәлилдән боролошҡа тиклем юлға, асфальт түшәләсәк. Заправкалау станцияһынан Әлмөхәмәт ауылына һәм Сиҙәмгә ингән урынға тиклем дә юл быйыл асфальтланасаҡ. Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында 1,9 миллион һумлыҡ ремонт эштәре башҡарыласаҡ.
Тотош районда иһә, Илдар Таһир улы әйтеүенсә, быйыл Дәүләт – аэропорт юлына асфальт һалыу тамамлана, Байым йүнәлешендә лә юлдарҙы тәртипкә килтереү дауам ителәсәк: был маҡсатта 320 миллион һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ район үҙәгендә ике мәктәп төҙөлөшө башланасаҡ, уларҙың 825 балаға иҫәпләнгәне Асҡар үҙәгендә һалына, икенсеһе — мәктәп менән балалар баҡсаһын берләштерәсәк мәғариф учреждениеһы Көнсығыш-1 биҫтәһендә буласаҡ. Йылдар буйы хәл итеүҙе көткән курорт төбәгендә таҙартыу ҡоролмалары төҙөүгә 15 миллион һум ҡаралған.
— Бынан тыш, районда мәрмәр заводы эшмәкәрлеген тергеҙҙе, унда әле бөгөн ике сменала 20 кеше эшләй. Был предприятие сығарған продукцияның өсөнсө партияһы ошо көндәрҙә Өфөгә оҙатыласаҡ, ул «Бейеүсе торналар» фонтанын төҙөкләндереүҙә файҙаланыла. Әлбиттә, мәрмәр заводы тулы көсөнә эшләп китһен өсөн ҙур сығымдар талап ителә: унда инеү ҡапҡаһын алмаштырырға, йыл әйләнәһенә эшмәкәрлек алып барыу өсөн йылытыу системаһын йүнәтергә, тәҙрәләрен, түбәһен, ҡыйығын алмаштырырға тура киләсәк, — тип белдерҙе башлыҡ.
Шулай уҡ районда бойомға ашырылған бәләкәй проекттар ҙа бихисап: Йәнгелдә күп ҡатлы йорттар янындағы майҙан төҙөкләндерелә (12 миллион һум), Ташбулатта 9,5 миллион һумға парк төҙөлә, Красная Башкирияла уҙған йыл бер урам юлы йүнәтелгәйне, быйыл тағы бер урам тәртипкә килтерелә.
Асҡарҙа ит эшкәртеү цехы асылыуын ишетеү ҙә фермерҙар өсөн ҡыуаныслы булды.
Илдар Таһир улы белдереүенсә, был республика Башлығы Р. Хәбиров талап иткәнсә мәктәп, балалар баҡсаларын үҙебеҙҙә етештерелгән ит продукцияһы менән тәьмин итеүгә мөмкинлек бирәсәк. 12 кеше эшләйәсәк цех тәүлеккә 3,5 мең дана ярымфабрикат етештерергә тейеш. Был тәңгәлдә фермер Рамил Рәжәп улының: «Ауыл хужалығының киләсәге —малсылыҡта, шуға күрә ҡырсылыҡ менән бер рәттән малсылыҡ менән дә шөғөлләнергә кәрәк» тигән һүҙҙәренә ит цехы асылыуы ҡеүәт кенә.
Артабан һүҙ алған Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Иҙрис Батыршин иген иккән игенселәргә һәм төҙөкләндереү эштәрендә ярҙам итергә әҙер торған, сараларға бағымсылыҡ иткән фермерҙарға ауыл биләмәһе халҡы исеменән рәхмәт белдереп, биләмәнең янғынға ҡаршы көрәш дружинаһы ағзалары Рамил Юлдыбаев менән Сергей Старцевҡа хакимиәттең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Читайте нас: