-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
17 Июль 2020, 11:51

Ҡырҡ йылдан ашыу рулдә

Ошо көндәрҙә район етәкселеге тупраҡты эшкәртеү, сәсеү эштәрендә юғары етештереүсәнлек күрһәтеп, районда алдынғылар рәтенә сыҡҡан механизаторҙарҙы тәбрикләне, намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәткәндәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында «Урал аръяғы МТС-ы»-ның Әбйәлил филиалы механизаторы Рәфҡәт Мырҙабаев та бар.

Ошо көндәрҙә район етәкселеге тупраҡты эшкәртеү, сәсеү эштәрендә юғары етештереүсәнлек күрһәтеп, районда алдынғылар рәтенә сыҡҡан механизаторҙарҙы тәбрикләне, намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәткәндәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында «Урал аръяғы МТС-ы»-ның Әбйәлил филиалы механизаторы Рәфҡәт Мырҙабаев та бар.
Атауҙы ауылында тыуып-үҫеп, бөгөн дә тыуған еренә генә түгел, һайлаған механизатор һөнәренә лә ғүмере буйы тоғро ҡалған кеше ул Рәфҡәт Мырҙабаев. Тыуған ауылында башланғыс белем алғандан һуң, Йәнгел урта мәктәбен тамамлау тураһында аттестат менән бергә ҡулына тракторсы-машинист танытмаһы ла алып сыға һәм шул осорҙан бына инде ҡырҡ йылдан ашыу трактор-комбайндан төшкәне лә юҡ.
Хеҙмәт юлын Атауҙы ауылы ҡараған данлыҡлы «Йәнгел» совхозында башлай. Замана елдәре ҡағылып, хужалыҡ бөтөрөлөүгә дусар булғанда ла эшен ташлап китмәй: баҫыуҙарҙа ер һөрә, иген сәсә, ураҡ ура. «Йәнгел» бөтөнләй юҡҡа сығып, бушап ҡалған ерҙәрҙе машина-трактор станцияһының «Урал аръяғы МТС-ы»ның Әбйәлил филиалы предприятиеһы алып, эш башлағас, бер ниндәй икеләнеүһеҙ ошо предприятиеға эшкә бара.
МТС-та эшләүенә инде ун йыл ваҡыт уҙған. Бында ул Т-150 тракторын йөрөтә, был техникаға тағылған төрлө агрегаттар менән тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеүҙә төп көстәрҙең береһе булып тора. Уҙған сәсеү йомғаҡтары буйынса районда иң ҙур эшләнеш биргән механизаторҙар араһында еңеүсе тип табылыуы ла ошо хаҡта һөйләй.
Сәсеү эштәре тамамланыу менән үҙенең баҫыу карабын, йылдағыса, ураҡ эштәренә көйләүгә тотонған тәжрибәле игенсе.
— Күп көс һалып сәселгән һәм быйылғы ауыр шарттарҙа ҡыйынлыҡ менән үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн «Нива» тотҡарлыҡһыҙ эшләргә тейеш, тигән маҡсаттан сығып, комбайндың бөтә узел-механизмдарын ҡат-ҡат тикшерәм, — ти уҙаман.
Тырыш хеҙмәткәр ҡатынына хәстәрлекле ир, балаларына яратҡан атай, ейәнсәрҙәре өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торған олатай. Ҡатыны Сәйҙә Хәмзә ҡыҙы менән икәүһе лә көн оҙоно эштә булһалар ҙа, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул-ҡыҙҙарына үҙҙәре өлгөһөндә матур тәрбиә биреп, ауылдаштарына үрнәк булып ғүмер кисерәләр.
— Рәфҡәт Ишбулды улы — филиалдың иң тәжрибәле механизаторҙарының береһе. Игенсегә үҙ бурысына яуаплы ҡарау, ҡушылған һәр эште урын-еренә еткереп башҡарыу кеүек сифаттар хас булғанлыҡтан, техникаһы ла гел төҙөк, — ти уның хаҡында предприятие етәксеһе Фирғәт Сәғитов. — Нәҡ ошондай тракторсы-механизаторҙарҙың коллективта күп булыуы ауыл хужалығы кампанияларын ваҡытында һәм сифатлы башҡарыуға булышлыҡ итә лә инде.

Читайте нас: