-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
21 Июль 2020, 13:12

Баҫыуҙарҙа арыш беште!

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн үтә яуаплы осор башланды — ураҡ кампанияһына районда беренсе булып «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы игенселәре төштө.

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн үтә яуаплы осор башланды — ураҡ кампанияһына районда беренсе булып «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы игенселәре төштө.
Хужалыҡ игенселәре республикала йыл да үткәрелеп килгән «Баҫыу көнө»ндә ураҡҡа старт бирелгәндең икенсе көнөнә баҫыуға сыҡты.
«Бөгөн Башҡортостанда ураҡ эшен башлайбыҙ. Комбайнсылар һәм был эшкә ҡағылышы булған ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу осор етте. Етештереүселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк: техника, яғыулыҡ, келәттәр — барыһы ла әҙер. Селекция өлкәһендә лә алға китеш күҙәтелә. Баҫыу көнөндә беҙҙең ғалимдарҙың «Башкирская-3» тип аталған ужым бойҙайы һәм арышының гибриды тәҡдим ителде. Уның гектарынан 80-85 центнер уңыш алып буласаҡ. Был уртаса күрһәткестәрҙән дүрт тапҡыр күберәк», — тип яҙҙы республика Башлығы был сара хаҡында үҙенең сәхифәһендә.
Әлбиттә, ҡоро йылда Әбйәлил баҫыуҙарында ундай ҙур уңышҡа өмөт итеп булмай. Шулай ҙа «Красная Башкирия» хужалығының ужым арышы төшөмө, район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Вил Миянов әйтеүенсә, гектарынан 15 центнерҙан килә.
Бөгөн ужым арышы баҫыуын иңләгән «Тукан» һәм «Челленджер» комбайндары арышты туранан-тура урып һуға, культураның һаламы иһә, шунда уҡ туралып, баҫыуға һирпелеп бара, комбайн артынан саң болото ғына күтәрелеп ҡала.
— Беҙҙең комбайндарҙа бөтә уңайлыҡтар булдырылған: кондиционерҙар бар, тыштағы саң эскә үтеп инмәй. Шуға көндәрҙең ныҡ эҫе булыуы һиҙелмәй ҙә, үҫтерелгән уңышты тиҙ һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бар көстө һалабыҙ, — ти игенселәр.
Тәжрибәле комбайнсылар Хәлит Төхвәтуллин, Александр Сачков, Ринат Нафиҡов һәм Алгиз Вәлиевтар идара иткән баҫыу караптарының эшенә күҙ эйәрмәй. Быйыл ғына комбайнға ултырған Фидан Баһаув та иптәштәренән ҡалышмаҫҡа тырышып, ең һыҙғанып эшләй. Комбайндар һуҡҡан уңышты ырҙын табағына КамАЗ-да водитель Александр Брулев ташып тора.
Бөгөн хужалыҡ игенселәре аэропорт янындағы сәсеүлектәге эште тамамлап, Озерный баҫыуына күсәсәк. Хужалыҡта был культура 360 гектарҙы биләй.
«Красная Башкирия» хужалығында сенаж һалыу ҙа дәррәү бара. Ғөмүмән, һәр өлкәлә көндө-төнгә ялғап, етештереүсәнле хеҙмәт өлгөһө күрһәтә уңғандар.
Читайте нас: