+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
28 Июль 2020, 12:14

Ауыл хужалығының киләсәге бар

«Урал аръяғы Агро МТС-ы»ның Әбйәлил филиалында ураҡ осоронда оло тәжрибәгә эйә механизаторҙар менән бер рәттән йәштәрҙең дә эшләүе ҡыуаныслы.

«Урал аръяғы Агро МТС-ы»ның Әбйәлил филиалында ураҡ осоронда оло тәжрибәгә эйә механизаторҙар менән бер рәттән йәштәрҙең дә эшләүе ҡыуаныслы.
Быйылғы ураҡта Башҡорт аграр университетында уҡыған өс студент ҡатнашасаҡ — киләсәктә механик буласаҡ егеттәр практикаға килгән. Нил Баязитов менән Рәзиф Асҡаровтың тәүге урағы булһа, Нурислам Хисмәтуллин иһә икенсе йыл комбайнға ултыра.
— Бик тырыш егет. Ҡушылған һәр эште намыҫлы, урын-еренә еткереп башҡарыуы, техникаға һаҡсыл ҡарашта булыуы менән айырылып торҙо. Быйылғы ураҡта ла һынатмаҫ, тигән ышаныстабыҙ, ни тиһәң дә былтыр байтаҡ тәжрибә тупланы бит, — ти Н. Хисмәтуллин хаҡында предприятие директоры Ф. Ғ. Сәғитов. — Үҙенең баҫыу карабын — Нью-Холланд комбайнын урып-йыйыу эштәренә әҙерләүгә лә етди ҡараны.
Нурислам — районда билдәле малсылар Бүләк һәм Рәйсә Хисмәтуллиндарҙың улы. «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативының ғаилә башлығының исемен йөрөткән Покровка фермаһына оҙаҡ йылдар Рәйсә Булат ҡыҙы етәкселек итә. Ире Бүләк Салауат улы ла бар ғүмерен ошо фермала эшләүгә бағышлаған. Ул һыйыр-башмаҡтарҙы, быҙауҙарҙы тәрбиәләү менән генә сикләнеп ҡалмай. Фермала аҙыҡ бутағыс эленгән МТЗ-82 тракторында малдарға аҙыҡ таратыу, көрәк тағылған МТЗ-80 менән тиҙәк сығарыу, ҡыштарын ферма ихатаһын ҡарҙан таҙартыу ҙа уның иңендә.
Хисмәтуллиндарҙың ҡыҙҙары Илмира Башҡорт дәүләт аграр университетының зоотехния бүлеген уңышлы тамамлағандан һуң ата-әсәһе янына эшкә килеп, бына биш йыл инде машина менән һауыу операторы эшен башҡара. Улдары Нурислам да бәләкәйҙән фермала. Мәктәпкә бармаған ваҡытта уҡ ул быҙауҙарға һөт эсереп йөрөй. Ҙурая килә һыйыр ҙа һауырға өйрәнеп ала. Өлкән кластарҙа уҡығанында һауынсы-малсыларға ял биреп, улар урынына үҙаллы эшләй. Аграр университетының механизациялау факультетына уҡырға инһә лә, ферманы онотмай: каникулға ҡайтыу менән шунда ашыға. Бер эштән дә тартынып тормай эшкә сос егет: һауынсы кәрәк булһа һыйыр һауа, малсылар етешмәй китһә, башмаҡ-быҙауҙарҙы тәрбиәләй.
Күреүебеҙсә, буласаҡ һөнәрен тулы камиллығында үҙләштереү өсөн йәйге каникул мәлдәрендә комбайнда эшләп, тәжрибә туплай уңған егет.
Йәштәр ауыл хужалығында эшләргә ынтылып торғас, тимәк, ауыл бөтмәйәсәк, уның киләсәге өмөтлө.«Урал аръяғы Агро МТС-ы»ның Әбйәлил филиалында ураҡ осоронда оло тәжрибәгә эйә механизаторҙар менән бер рәттән йәштәрҙең дә эшләүе ҡыуаныслы.
Читайте нас: