+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
4 Август 2020, 10:50

Механизатор — ауыл хужалығында иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе

Ер эшендә дүрт тиҫтә йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған Ш. Х. Әсфәнйәров бөгөн «Башаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең иң уңған тракторсылары иҫәбендә

Тупаҡ ауылында ғүмер кисергән Шәмсетдин Әсфәнйәров мәктәптән һуң Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында уҡып, тракторсы-машинист танытмаһын ала. Йәш механизатор шул саҡтағы «Путь Ленина» колхозына эшкә килә. Заманалар үҙгәреп, хужалыҡ та төрлө үҙгәртеп ҡороуҙарға дусар булып, исеме күп тапҡырҙар алмашынһа ла, Шәмсетдин Хөснөтдин улы тыуған еренә тоғро ҡала һәм әле булһа ошонда тупраҡ эшкәртә, иген сәсә.
Ер эшендә дүрт тиҫтә йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған Ш. Х. Әсфәнйәров бөгөн «Башаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиә-тенең иң уңған тракторсыларының береһе. Оҫта механизатор һис ҡасан буш тормай. Яҙ етеп, ер ҡарҙан әрселеү менән техникаһын баҫыуға сығара: дым ҡаплауға тотона. Унан инде сәсеү мәле етә. Баҫыуҙарҙы ҡый үләндәренә ҡаршы химик эшкәртеү осоронда был мөһим кампаниянан да ситтә тороп ҡалмай ул. Бесән ваҡыты етһә — бесәндә, ураҡ осоронда — һалам ташый. Артабан майҙандарҙы киләһе уңышҡа әҙерләргә кәрәк...
Тырыш механизаторҙың быйылғы яҙғы сәсеү мәлендәге юғары эшләнеш биреүе лайыҡлы баһаланды: Шәмсетдин Хөснөтдин улы район хакимиәтенең рәхмәт хатына һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.
— Эш кешеһенә иғтибар ҙур булыуы яңы хеҙмәт ҡаҙаныштарына дәртләндерә. Хужалыҡ етәкселеге тарафынан да эшсәндәргә бөтә шарттар тыуҙырылған: техника яңы, уңайлы, яғыулыҡ-майлау материалдары яғынан да ҡытлыҡ юҡ, туҡланыу ҙа хәстәрләнгән — төшкө һәм киске ашты баҫыуға килтерәләр. Эш хаҡынан ҡәнәғәтбеҙ, ваҡытында түләнә. Ошондай шарттар булғанда, тырышып эшләргә генә ҡала, — ти Ш. Х. Әсфәнйәров.
Читайте нас: