+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
7 Август 2020, 10:45

Ялан батырҙары ял белмәй

Районда ураҡ ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. «Башаҡ» хужалығы эшсәндәре лә аяҙ, йылы көндәрҙе файҙаланып, иртәнән ҡара төнгә тиклем баҫыуҙарҙан ҡайтып инмәй.

Аҙна башынан төштө ураҡҡа «башаҡтар». Өлгөргәнен әллә ҡайҙан белдереп, алтындай һап-һары булып ултырған һоло баҫыуы уңышын урыуҙан башланы улар мөһим кампанияны.
Һоло хужалыҡта бөтәһе 350 гектарҙы биләй. Ҡара һоло ныҡ баҫҡан 36 гектарын бесәнгә сабып алғандар. Ҡалған майҙан ашлыҡҡа урыла. Быйыл күп урындарҙа культуралар тәпәш булыу сәбәпле, туранан-тура урып һуғалар. Ә «Башаҡ»та игенде башта яҫмаларға һалып, унан йыйып-һуғыуҙы отошло тапҡандар.
– Иген араһында үлән күп булғанлыҡтан, ашлыҡ еүеш була. Уны киптереп алыуы бер ыҙа. Сабып һалһаң, ул яҫмаларҙа ятып кибә, – тип аңлатма бирә үҙҙәре ҡулланған ысулға баш агроном М. С. Шәғәлиев.
Мәжит Солтан улы әйтеүенсә, әлегә гектар төшөмө уртаса 8 центнерҙан килә һәм был күрһәткес ҡоро, эҫе килгән йыл өсөн әллә ни насарҙан түгел.
Һоло баҫыуында эш гөрләп тора тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Яҫмаларҙы ике «Акрос» комбайны йыйып һуғып бара.
Әйткәндәй, бынан алдағы йылдарҙа хужалыҡтағы бөтә майҙандарҙың уңышын алмаш-тырғыһыҙ комбайнсы Хәйҙәр Хызыров идара иткән берҙән-бер «Акрос» комбайны йыйып ала ине, хатта ул башҡа хужалыҡтарға, фермерҙарға ярҙамға барырға ла өлгөрә торғайны. Быйыл иһә «Башаҡ» ЯСЙ-һы тағы бер комбайн алыуға өлгәшкән. Тимәк, ураҡ эштәре тиҙ арала тамамланасаҡ.
Өр-яңы техника хужалыҡтың ғына түгел, райондың алдынғы ме- ханизаторҙары иҫәбендә булған, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Алмас Таһировҡа инселәп алынған һәм бөгөн ул үҙенең баҫыу карабында тәүге гектарҙарҙы йыйып-һуға.
– Ошо һоло баҫыуын МТЗ тракторына сапҡыс элеп, Алмас яҫмаларға һалды, унан инде урып йыйыу мөмкинлеге тыуыу менән комбайнға ултырҙы, – ти баш агроном. – Ниндәй генә тех-никаға ултырһа ла һынатмай, яуаплы башҡара эшен.
– Яңы техникала эшләүе шул тиклем күңелле. Өҫтәүенә, бик уңайлы ла, кондиционеры бул-ғас, көндөң эҫелеге лә һиҙелмәй, – тип ҡыуанысын йәшермәй Алмас Таһиров.
«Башаҡ» хужалығы баҫыу-ҙарында шулай уҡ үҙйөрөшлө КСМ-1 сапҡысы тәүге миҙгел эшләй. Быйыл һатып алынған «Радуга-2» һирптергесе үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарға, төрлө ҡый үләндәренә ҡаршы химик эшкәртеүҙә үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән.
Комбайндарҙың бункерҙары ашлыҡ менән тулыуы була, шул арала водителдәр Рәшит Мөхөтдинов менән Зиннәт Абдрахманов үҙҙәренең ГАЗ машиналарына бушаттырып, яңы уңышты ырҙын табағына илтә. Улар өлгөрмәһәләр, Рәшит Хөббөт-диновтың КамАЗ-ы ярҙамға килергә әҙер тора.
Комбайндар артынса уҡ тиерлек пресс-йыйғыс элгән Шәм-сетдин Әсфәнйәровтың агрегаты килә. Былтыр хужалыҡ һатып алған Италияла етештерелгән пресс-йыйғысты элгән тәжрибәле механизатор һаламды йыйып төктәргә уратып бара.
Ул ҡалдырып киткән төктәрҙе Мәүлит Моратшин менән Сәлим Искәнйәров МТЗ тракторҙарына эленгән тейәгес ярҙамында ар-баларына үҙҙәре тейәп, базаға алып барып, матур итеп өйөп ҡалдыра.
Уңышы бушап ҡалған ерҙәрҙе шунда уҡ ҡеүәтле К-700 тракторында Айсыуаҡ Искәнйәров дискалап килә.
– Был баҫыуҙы ужымға сәсеүгә әҙерләйбеҙ. Арыш сәсеп ҡалдырырға иҫәп, – ти Мәжит Солтан улы. – Бөгөн ошо баҫыуҙы бөтөү менән комбайндар Марат Хөббөтдинов яҫмаларға һалған 210 гектар майҙанды биләгән һолоно йыйыуға төшәсәктәр.
Баш агроном фекеренсә, йәй-ҙең үтә ныҡ эҫе булыуы, ям-ғырҙарҙың оҙаҡ ваҡыт яумауы һөҙөмтәһендә бөтә культуралар бер юлы өлгөргән. Һолоно йыйып бөтөү менән арпаға төшә-сәктәр, ул сәселгән баҫыуҙарҙың ситтәрен сабып сыҡҡандар ҙа инде. Унан бойҙайҙы башлая-саҡтар. Александр Ғәниевтың агрегаты етенде лә яҫмаларға һала.
Бөгөн етенгә хаҡ юғары, шуға күрә был культураны йыйып алыу менән тура элеваторға оҙатырға уйлайҙар. Шулай ҙа бер баҫыуҙағы етенде һуңғараҡҡа ҡалдырып торорға ниәтләйҙәр.
– Егеттәргә һүҙ юҡ, һәр ҡайһыһы үҙ урынында тырышып эшләй. Күмәк көс түгеп, ауыр-лыҡ менән үҫтерелгән уңыштың бөртөгөн дә ҡалдырмай йыйып алырыбыҙға иманым камил, – ти баш агроном.
Читайте нас: