+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Август 2020, 12:00

Баҫыуҙарҙа — ҡыҙыу мәл

Баҫыуҙарҙа бер минутҡа ла эш тынмай. Культуралар өлгөрөү менән берәүҙәр һолоһон урырға төштө, икенселәр борсаҡты йыйып алып бөттө, өсөнсөләр арпаны сапты. Һуңғы ике көндә яуып үткән ямғырҙар ураҡ эштәрен бер аҙға туҡтатһа ла, игенселәр көн аяҙыу менән үҙ бурыстарына тотондо. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер хужалыҡтарҙа киләһе йыл уңышын ҡайғыртып, иген культураларын ужымға сәсеп ҡалдырыу дәррәү бара.

«Красная Башкирия» АХК-һы игенселәре, уңышы йыйып алынған баҫыуҙарға, арыш сәсеүгә төштө. Быйыл был культураны ужымға 2500 гектарҙа сәсеп ҡалдыралар.
— Быйылғы ҡатмарлы һауа шарттарында ужым арышынан гектарынан уртаса 17 центнер уңыш алдыҡ. Хаҡы ла насарҙан түгел. Шулай булғас, культураны көҙҙән сәсеп ҡалдырыуҙы отош-ло һанайбыҙ. Иртә яҙҙан шытып сыҡҡан культуралар, ерҙә дым барҙа, күтәрелеп ҡала. Шуға ла майҙанды арттырырға ҡарар ителде, былтыр ул 1200 гектарҙа майҙанда сәселһә, әле иһә 1300 гектарға күберәк ултыртабыҙ, — тип һөйләй баш агроном К. В. Холмогорцев.
Константин Владимирович әйтеүенсә, арыштан тыш, 150 гектарҙа тритикале ужымға сәселгән, был культураның да гектар төшөмө яҡынса 17 центнер тирәһенән килә. Шуға быйыл уның да майҙанын 50 гектарға арттырып сәскәндәр.
— Шулай уҡ бойҙайҙы ужымға сәсеү тәжрибәһен өйрәнәбеҙ. Уҙған йыл уны 15 гектар майҙанда көҙҙән сәсеп ҡалдырғайныҡ. Әммә ул ҡатмарлы һауа шарттарында уңышы менән ҡыуандырманы. Шулай ҙа быйыл да 15 гектарҙа бойҙайҙы ужымға сәсеп ҡалды-рырға ниәт: төрлө сорттарҙы ултыртып, һынайбыҙ, уны игеү технологияһын өйрәнәбеҙ, — ти агроном.
Уңышы йыйып алынған баҫыуҙар, культураларҙы сәсер алдынан, гербицидтар менән эшкәртелгән, был мөһим эште механизатор Алгиз Вәлиев башҡарып сыҡҡан. Гербицид-тарҙы МТЗ-ла Булат Кәримов ташыһа, иҙмә яһау өсөн һыу менән Сергей Огарков тәьмин иткән.
Хужалыҡта сәсеү ике сме-нала ойошторолған. Беҙ барған көндө киңлеге 12 метр булған сәсеү комплексы менән идара иткән Марат Ғәлиуллин эш өҫтөндә ине, төнгөлөккә уны Таһир Вилданов алмаштыра икән.
Уға сиктәш баҫыуҙы Хәлит Төхвәтуллин менән Сергей Косаревтың агрегаттары иңләй, уларҙың эшләнеше тағы ла юғарырыҡ, сөнки тракторҙарына эленгән сәсеү агрегаттарының киңлеге 18 метр. Был механизаторҙар менән сменалап Алгиз Вәлиев менән Ғәли Әбдрәхимов эшләй. Бер сменала бер механизатор яҡынса 200-220 гектар эшләнеш бирә. Юғары етештереүсәнле техника бер юлы сәсә лә, катуклап та бара һәм эште ҡыҫҡа ваҡытта һәм сифатлы башҡарырға мөмкинлек бирә. Ауыр килгән йылда мөмкин тиклем һәйбәт уңыш алыуға хужалыҡта ҡырсылыҡта заманса No-till и Strip-till технологиялары ҡулланылыуы ла булышлыҡ итә.
Һамар бүлексәһендә урынлашҡан ырҙын табағында сәсеүгә әҙерләнгән, йәғни тейешенсә эшкәртелгән һәм тоҡтарға тултырылған орлоҡ материалын сәсеү комплекстарына тағылмалы КамАЗ-да Александр Бурулев менән «Челленджер»ҙа Вадим Мәғәфүров ташып өлгөртә.
Хужалыҡта бөтә эштәр бер юлы алып барыла: ураҡ, мал аҙығы әҙерләү, сәсеү... Комбайнсылар һоло уңышын йыйып алған, әле тритикале урып-һуғыла. Бер йыллыҡ үләндәрҙән 9 мең тонна сенаж һалынған, 9 мең тонна йәшел масса силосҡа тупланған.
Һуңғы ямғырҙарҙың иген-дәрҙең емгә тулышыуына булышлыҡ итеүенә, шулай уҡ кукуруздың ныҡ ҡына күтәре-леүенә һөйөнә агроном.
— Беҙҙең игенселәргә һүҙ тейҙерерлек түгел. Бына миҫалға, КамАЗ водителе Марат Ғәлиуллин. Әлегә төп ураҡ эштәренә ныҡлап тотонмағас, уның машинаһына эш етеңкерәмәй, шуға ул бөгөн арыш сәсә. Бер һүҙ менән әйт-кәндә, һәр кем комбайнға ла ултыра, машина ла йөрөтә, тракторҙа ла эшләй ала, — ти баш агроном, уңыштың води-тель-механизаторҙарҙың үҙ эше-нә ҡарашынан да тороуына баҫым яһап.
Әйткәндәй, К. В. Холмогорцев бар ғүмерен ошо хужалыҡ ерҙәрендә эшләүгә бағышлаған кеше. 1985 йылда механизатор булып эшкә килә шул саҡтағы «Красная Башкирия» совхозына. Ситтән тороп Йылайырҙағы техникумда агроном һөнәрен алғандан һуң, утыҙ йылға яҡын Покровка бүлексәһендә агроном булып эшләй. Һуңғы ике йылда АХК етәкселеге тәжрибәле белгескә тағы ла яуаплыраҡ вазифа йөкмәтә, бөгөн ул — хужалыҡтың баш агрономы.
— Үҫтерелгәнде йыйып алыу — үҙе ҙур ҡыуаныс. Уңыш шәп булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Шуға йылдың ниндәй килеүенә ҡарамаҫтан, баҫыуҙарҙың мул уңыш менән һөйөндөрөүенә ышаныс менән киләһе уңыш хаҡына ла бар тырышлыҡты һалабыҙ, — тине Константин Владимирович.
Читайте нас: