+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
13 Август 2020, 10:10

Республикала ауыл хужалығы тауарҙарын экспортлау күләме арта

Йыл башынан алып Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы 93 миллион долларға продукция экспортлаған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йыл башынан алып Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы 93 миллион долларға продукция экспортлаған.
Шуныһы һөйөнөслө, экспортҡа күберәк эшкәртелгән продукция оҙатыла. Хәҙерге осорҙа бында май продукцияһы ярты өлөштө алһа, аҙыҡ-түлектең шаҡтай өлөшөн шәкәр ала. Йылдан-йыл тауар ассортименты киңәйеү өҫтөндә. Мәҫәлән, кондитер изделиелары үҙ һатып алыусыларын Рәсәй төбәктәренән тыш, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (БДБ) илдәрен һәм алыҫ сит илдәре баҙарын яулай бара. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың тәмле ризыҡтарын экспортлауға килешеүҙәр Израиль, АҠШ, Ҡытай һәм Вьетнам менән төҙөлгән. 2024 йылға экспортҡа республика агросәнәғәте продукцияһы күрһәткесе 230 миллион долларға етергә тейеш.
Читайте нас: