Конкурстың положениеһына ярашлы, үҙҙәре етештергән ҡымыҙҙың өҫтөнлөктәрен асып һалған, уны етештереү процесын күрһәткән видеояҙма эшләргә кәрәк ине. Конкурстың ойошто-роусылары — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто, Ҡалтасы районы хакимиәте һәм «Арғымаҡ» этно-төркөмө (Рәсәй Федерацияһының Йәштәр министрлығының «Kumis fest (Кумыс фест)» гранты буйынса) бәйгегә килгән эштәрҙе Халыҡ-тар дуҫлығы йортоноң ютуб-каналындағы махсус плейлистҡа ҡуйылыуын тәьмин иткән.
— Тормош иптәшем Ишморат Шамил улы был бәйгелә ҡатнашып, көсөбөҙҙө һынап ҡарарға тәҡдим итте, — тип һөйләй Гөлназ Азат ҡыҙы. — Был мәшәҡәтле эште быйыл ун беренсе класты тамамлаған ҡайынһеңлем Айгөл Усманова үҙ өҫтөнә алды, тик имтихандарын тапшырып бөтөүен көтөргә кәрәк булды.
— Ул көндәр ямғырлы торҙо, матур ҡояшлы булған бер көндә тиҙ генә әҙерләнеп, төшөрҙөк, — ти Айгөл. — Тәбиғәтебеҙҙең бар матурлығын күрһәтеү өсөн камера менән квадрокоптер кәрәк булды, хәлебеҙгә инеп, ваҡытлыса ҡулланыуға биреп торған Таһир Кусимов исемендәге гимназия етәкселегенә рәхмәт. Икенсе көнөнә яҙманы монтажланыҡ.
Һәм, әйтергә кәрәк, бик уңышлы килеп сыҡҡан видеосюжет. Онлайн режимда үткәрелгән конкурста еңеүҙә видеосюжеттың сифаты, йөкмәткеһе мөһим роль уйнаған һәм шуға ла был еңеүҙә Айгөлдөң өлөшө ҙур. Әйткәндәй, Айгөл «Кусимовсылар» район балалар ойошмаһы эмблемаһына конкурста еңеп сыҡҡан. Һүрәт төшөрөү буйынса ғына түгел, спорт, бейеү тәңгәлендә лә еңеүҙәре күп ҡыҙҙың.
Видеоны тауышлы итеү, йәғни ундағы хәл-ваҡиғалар ағышы менән Гөлназ Әминева үҙе таныштырған.
Видеосюжетта ғына түгел, ғәмәлдә лә эштәре шәп бара «Тамъян» йәмғиәтенең. Бында йөҙ баштан ашыу йылҡы малы иҫәпләнә, бөгөн уларҙың 24-е һауыла. Көн һайын етештерелгән 90-100 литр ҡымыҙ шул уҡ көндө һатылып тора. Әйтеүҙәренсә, хатта ҡай саҡ ҡымыҙ эшләп өлгөртә алмайҙар.
— Дауа өсөн көн һайын килеп алған кешеләр бар, хатта даими рәүештә Өфө, Мәскәү ҡалаларына алдырыусылар бар, алыҫ тарафтарға махсус термостарҙа оҙатабыҙ. Ошо юлдан үтеп йөрөгән Темәс, Билал, Өмөтбай халҡы ла беҙҙең ҡымыҙҙы өҫтөн күрә, — ти шифалы эсемлек етештереүселәр.
Ул ғына түгел, 1-1,5 литрлыҡ пластик һауыттарға тултырылып, район үҙәгендәге «Күстәнәс» һәм автостанция янындағы «Тирмәкәй» магазиндарына ла оҙатыла шифалы эсемлек.
— Беҙҙең ҡымыҙ ялан яғында етештерелгәндән тәме буйынса айырыла, ҡуйыраҡ та. Был малдарҙың урман үләне менән туҡланыуына бәйле, күрәһең... — ти ошонда һауынсы булған Гөлсәсәк Усманова.
Уның менән бергә ҡыҙы Айгөл дә бейә һауыуға оҫтарып алған, шул арала икәүләп һауынды тамамлап та ҡуйҙылар. Улар Гөлназдың әсәһе, Дилбәр Ғәләүетдинова менән, көн аша алмашлап эшләйҙәр. Өлгөрмәгән ваҡытта Гөлназ үҙе лә ярҙамлаша. Һауылған һөт дүрт тапҡыр һөҙөлә һәм пластик бидондарға ҡойола. Унан инде һалҡын һыулы Ҡара йылғаға һыуытыуға ултыртыла.
— Ҡымыҙ бешеү серҙәренә оҙаҡ йылдар «Урал аръяғы Агро» МТС-ында бейә һауған һәм ҡымыҙ эшләгән Рәмилә апай Ғайсина төшөндөрҙө. Көбөләрҙе, мәҫәлән, тик ҡарағас сөрөгө менән ыҫлайбыҙ, уның өсөн ниндәй сөрөк кәрәклеген дә беләбеҙ хәҙер, — ти Гөлназ Әминева.
Ҡымыҙ бешеү өсөн ҡуйылған өс көбөнөң, ҡарағастан эшләнгән икәүһен, көн аша алмашлап ыҫлайҙар, ә йүкәнән эшләнгәнендә ҡымыҙ шул килеш әсетелә.
— Кемдер ыҫланғанды ярата, бәғзеләренә шул килеш әсегәне оҡшай, — ти ҡымыҙ яһаусылар. — Файҙалы эсемлек беҙҙә тик йүкә бешкәк менән, боронғоса, ҡулдан ғына бешелә.
Ҡурҙы ҡасан, нисек ҡойоу көндөң торошона лә бәйле икән. Тағы шуныһы: әсетке тик һыуытылған һөткә ҡойолорға тейеш, юғиһә ул ойоп сыға.
Бейәләр көнөнә дүрт тапҡыр һауыла. Йылҡылар, ғәҙәттә, һәр ҡайһыһы сираты менән баҫа, йәғни һауын һайын бер үк сират менән инәләр икән.
— Улдарыбыҙ Салауат менән Арслан һыбай йөрөргә өйрәнеп алдылар. Йәйләүгә килһәләр, көтөүселәргә йылҡыларҙы өйөрөшәләр, һауын мәлендә бейәләрҙе айырыуҙа ярҙамсы улар. Башҡа эштәрҙә лә ярҙам итәләр, һөт һыуытыу урынына бына тигән баҫма эшләп ҡуйҙылар, — ти Гөлназ, малайҙарҙың ат йәнле булып үҫеүҙәренә ҡыуанып.
Йылҡыларҙы өс көтөүсе: Айҙар Йосопов, Ирғәле Ялалов, Әүхәҙи Әбйәлилов өсәр көн алмашлап көтә. Улар хеҙмәт килешеүе нигеҙендә эшләй, йәғни рәсми рәүештә эшкә урынлаштырылғандар, тулы соцпакет ҡаралған.
— Йылҡыларыбыҙ юлға сыҡмай, һәр өйөрҙөң навигаторы бар. Телефондағы ҡушымтала уларҙың ҡайҙа йөрөүе күренеп тора, — ти көтөүселәр.
Әйткәндәй, «Тамъян» ЯСЙ-һы йылҡылары өсөн урман фондынан ҡуртымға ер алған һәм унда мал көтөү рөхсәт ителгән. Малдарға өҫтәп ашатыу өсөн бесән, һоло ла килтерелгән. Яҡын йылдарҙа төп көтөүҙе тулыландарысаҡ йәш малдар айырым аҫырала: көндөҙ улар туғайҙа йөрөһә, төнгөлөккә бикләп тотола.
Бөгөн экологик яҡтан таҙа ла, файҙалы ла булған ҡымыҙға ихтыяж ҙур, тимәк, «Тамъян» йәмғиәтенең дә киләсәге бар. Шуға ла киләһе йылға ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу ниәтендә тағы бер өйөрҙәге бейәләрҙе бәйләргә уйлайҙар, был маҡсатта һауын өсөн тағы бер кәртә төҙөлә. Шулай уҡ малдарҙы эсереүгә йылғаны быуыу эше алып барыла.
Йәйләүҙә малсыларҙың йәшәү шарттарын да яҡшыртыу күҙаллана: ҡымыҙ бешеү өсөн бөтә уңайлыҡтары менән айырым бина төҙөлөшө бара, киләсәктә мунса күтәрергә лә уйлайҙар.
«Тамъян» йәйләүендә бейәләр август аҙағына тиклем һауыласаҡ, сөнки файҙалы эсемлек етештереү ҡыҙҙарҙың был яратҡан шөғөлө генә. Уҡыу йылы башланыу менән Гөлсәсәк Шамил ҡыҙы Әбделғәзе мәктәбендә балалараға белем биреүгә тотонасаҡ, Гөлназ Азат ҡыҙы иһә район мәғариф бүлеге методисы булараҡ эшен дауам итәсәк, ә Айгөл һөнәр алыу өсөн Өфөгә юғары уҡыу йортона юлланасаҡ. Уңған ҡымыҙсыларға киләһе йыл тағы ла дәртләнеберәк, яңы уйҙар, яңы пландар менән халыҡ сәләмәтлеге мәнфәғәтендә эштәрен дауам итергә яҙһын.